

Шуныһы үҙенсәлекле: Кавказ яҡтарынан килтерелгән ҡорттар, үҙҙәре бал йыйыуға ҡарағанда, әҙерен сәлдереүгә әүәҫ.
Россельхознадзор тыйыуын тыя, әммә бал ҡорто пакеттарын ситтән индереп һатыу барыбер дауам итә. Сөнки үҙебеҙҙәгеһе ҡиммәт һәм ул барыһына ла етмәй. Ярамай, тип кәртә ҡуйғансы, етерлек күләмдә үҙебеҙҙә әҙерләүҙе юлға һалыу дөрөҫөрәк булмаҫмы икән?
Рәсәйҙә
Билдәле ғалим Алексей Кокориндың фекеренсә, океан ағымдарының үҙгәреүе сәбәпле, Рәсәйҙә быйылғы һәм киләһе ике йәй ныҡ эҫе булмаҡсы. Шуға күрә ул Красноярскиҙы йәки Новосибирск ҡалаһын илдең баш ҡалаһы итергә саҡыра. Йәнәһе, Мәскәүҙә йәшәүе ауырлаша, эҫегә түҙеп булмаясаҡ.
Ҡыҙыҡ, йәйҙең бер айы ғына үтте, ә ҡайһы берәүҙәр баштарына эҫе ҡабыуҙан интегә лә башлаған. Бер Мәскәүҙе ил халҡы нисек тә туйҙырыр ул, икәүгә көс етәрме икән?
Ошо темаға көләмәс:
Берәүҙе урманда яланғас көйө бәйләп ҡуйғандар. Уның янына осраҡлы рәүештә барып сыҡҡан юлсы бахырҙы азат итергә маташып ҡарай ҙа, килеп сыҡмай. Шунан, сыбыҡ алып, себен-серәкәйҙәрен ҡыуырға тотона.
– Ҡыума, былары ҡан эсеп туйған инде, китһәләр, астары килеп ябырылыр, – тип ҡуя тотҡон.
Башҡортостанда
Өфө мэры Радмир Мәүлиев баш ҡала халҡын борсоған ҙур проблеманы тиҙерәк хәл итергә саҡырҙы. Ҡала урамдары буйлап йөрөгән мышылар уны ныҡ бошондора икән. Уларҙы бер-ике урында күреп ҡалғандар.
Баш ҡала халҡы шул тиклем бәхетле! Баҡһаң, Өфөлә автобустар ваҡытында ғына йөрөй, һулаған һауабыҙ, эсәр һыуҙарыбыҙ, урамдар шул тиклем таҙа, урам һепереүселәр сүп-сарҙы ергә лә төшөрмәй. Ҡыҫҡаһы, ҡалала бер проблема ла ҡалмаған, мышыларҙы ғына ҡыуып сығарһалар, донъябыҙ түңәрәкләнә лә ҡуя.
Марат ӘМИНЕВ.