-4 °С
Ясно
Яңы "Һәнәк"!
18 Июля 2023, 05:00

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Донъяның күп илдәрендә туризм ныҡ үҫешкән. Мысырҙа, мәҫәлән, ил бюджеты башлыса ошо юл менән тулылана. Һәйбәт бит: ҡырылмаһа ҡырҡ илдән килгән бай туристарҙың аҡсаһын һығып алаһың да, шуға йәшәйһең.

Добавить в предпочтительные источники Google
"ҺӘНӘК" күҙлегенән"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән
Мысырҙағы бер хәл иҫкә төшә. Һанһыҙ сауҙа кибеттәренең береһенә инәбеҙ. Йәш ихлас егет шунда уҡ яныбыҙға килә. Рәсәйҙән икәнлегебеҙҙе белгәс, илде һәм Путинды ныҡ ихтирам итеүе хаҡында тулҡынланып һөйләй, мосолман булыуыбыҙы ишеткәс, ҡыуанысынан саҡ илап ебәрмәй. Ҡатынға мине, мине ҡатынға маҡтай. Утыҙ йыл йәшәү дәүерендә минән шул тиклем комплимент ишетмәгән ҡатын, дәртләнеп китеп, сәй һайлай. Һатыусы бында ла ярҙамға килә. Сағыу төргәкле сәйҙе тәҡдим итә. Баҡһаң, был сәйҙе атаһы ғына түгел, олатаһы ла яратып эскән, әле лә бөтә ғаилә унан айырылмай икән. Шундай шәп сәйҙе бары беҙҙең өсөн генә 10 долларға бирергә риза. Бары тик Рәсәйҙән һәм мосолман булғаныбыҙ һәм беҙҙе ныҡ оҡшатҡаны өсөн ихтирам билдәһе итеп кенә. Ҡыуанып алабыҙ тауарын. Иртәгәһен ҡунаҡхана янындағы кибеттә шул уҡ сәйҙе бер долларға һатыуҙарын күреп, иҫебеҙ китә. Йылмайыу һәм йылы һүҙ башты әйләндерә һәм кеҫәне бушаттыра шул. Бөтә донъя туризм индустрияһы ошо ысул менән эшләй. 
 
Рәсәйҙә
 
Ауылда элек сүп-сарҙы баҡсала яндыра торғайнылар. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы кемдер күмә, кемдер сүплеккә ташый, теләһә ҡайҙа ташлап китеүселәр ҙә булғылай. 
Остап Бендер фекеренсә, сағыштырмаса намыҫлы юл менән халыҡтың аҡсаһын тартып алыуҙың 401 ысулы бар. Күрәһең, ошо хаҡта уйлап, сүп-сар реформаһын бынан дүрт йыл элек башлағандарҙыр, ти ҡайһы бер журнал уҡыусыларыбыҙ. Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе бер уҡыусыбыҙ былай тип яҙа: “Йәйен ун биш йорттан торған утарға килгеләп йөрөйбөҙ. Ҡыш урамдарҙы таҙартмайҙар, юл юҡ. Бына ике-өс ай пенсия аҡсаһын күргәнебеҙ юҡ. Суд приставтары һыҙырып алып тора. Баҡтиһәң, ике баҡса участкаһы өсөн дүрт йылда байтаҡ бурыс йыйылып киткән икән. Хәҙер инде властар ошо ғәҙелһеҙлек менән көрәшә. Ә беҙ ошо ауылды тергеҙәбеҙ, тормош бында һүнмәһен, тип тырышҡан булабыҙ. Ошо буламы дәүләт ярҙамы?”
 
Башҡортостанда
 
Туризм темаһына йәнә әйләнеп ҡайтайыҡ. Республика етәкселәре ошо өлкәгә байтаҡ аҡса йүнәлтелеүе хаҡында әленән-әле иғлан итә, туризмды үҫтереп, аҡса эшләргә саҡыра. Туризм үҙәктәренең береһе булараҡ билдәлелек алған райондабыҙ. Бындағы тәбиғәт иҫ киткес матур, аҡланда төҙөлгән тиҫтәләгән йортта бөтә уңайлыҡтар бар. 
Иртән торғас, сәй эске килде. Ашханаға биш минутҡа иртәрәк килгәнбеҙ икән. Ашнаҡсы ҡатындың кәйефе юҡ ине. Ул шарт итеп ишекте бикләп ҡуйҙы, үҙе телефондан ҡысҡырып һөйләшеүен дауам итте: “Йоҡо туйманы бөгөн. Теге нәмә иҫерек ҡайтты ла боларҙы. Ишшеү бынау туймаҫ туристары таң тишегенән сәй таптыра, рәхәтләнеп йоҡлап ятыр урынға. Бында ашарға ғына киләләр, ахыры. Эшһеҙлектән аптырап йөрөүсе шул халыҡтан арыным, әхирәт, мәңге күрмәҫкә риза булыр инем...”
Эйе, үҙ ереңдә ял итеүгә ни етә. Тик нишләптер һаман Мысыр яғына барғы килә бит әле. Бөтә аҡсаны һыҙырып алып ҡалһалар ҙа. 
 
Марат ӘМИНЕВ.
 
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас