+11 °С
Ясно
Яңы "Һәнәк"!
20 Июля 2023, 08:00

Бөтәһе лә уларға

Күп ваҡытын зәңгәр экран алдында үткәрергә ғәҙәтләнгән Ибәтулла ағайҙың башҡаса сыҙар әмәле ҡалманы, буғай: – Шашты бит был бисәләр, тамам шашты. Ыңғайҙарына һыпырған булып, артыҡ ҡотортоп ебәрҙек шул үҙҙәрен, – тип туҙына ғына башлағайны, кухня яғынан хужабикәһе Фәрхиямал еңгәнең көн дә ҡабатланған күрһәтмәләре яуа башланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөтәһе лә уларғаБөтәһе лә уларға
Бөтәһе лә уларға

Асыуы ҡабара барған йорт хужаһының “өй прокуроры” тарафынан ҡушылғандарҙы үтәү уйында ла юҡ ине, әлбиттә. “Енәйәтсе” телевизоры шундуҡ һүндерелгәйне, үҙе иҙән буйлап үрле-түрле бер нисә ураны ла, диванына кире барып тәгәрәгәс, уйға сумды.
Дә, уйлап ҡараһаң, матриархатында ла, патриархатында ла, хата һуңынан да уларҙың урыны усаҡ тирәһенән ары китмәгән булған, шәжәрәгә лә индереп тормағандар, кейәүгә лә көслөк менән генә бирер булғандар үҙҙәрен. Ғаиләлә ҡыҙ бала тыуыуы атай кешегә әҙ генә лә шатлыҡ килтермәгән. Сөнки тормош һәм йәшәү сығанағы һаналған ер наделы тик малайҙар һанына бүленгән булған бит.
Ысынлап та, элек ныҡ әбижәйт иткәндәр икән шул бисараларҙы, бөтөнләй хаҡһыҙ булғандар бит оҙайлы ваҡыт. Тиң хоҡуҡҡа даулаша торғас, уҙған быуатта тәки тормошҡа ашырҙылар бит хыялдарын. Артабан яйлап-яйлап ирҙәр өлөшөнә ҡул һуҙа башланылар. Йәғни лә үҙҙәренеке бигерәк бәләкәй, тип ирҙәр сәғәтенә күстеләр, артабан беҙҙең салбарҙы, кәпәсте үҙләштерҙеләр, һөҙөмтәлә, быларына ирҙәр ҡытлыҡ кисерә башланы. Күберәк аҡылға эйә булыу ниәтенәндер инде, сәстәрен ҡыҫҡартып ебәрҙеләр. Тәмәке көйрәтеүсе, “шайтан һыуын” тәмләүселәр, хатта кейемдәрен артыҡ ҡыҫҡартып, фамилияларын сонторлаусылар табылды. Шулар арҡаһында, ҡыҙ тигәнең малай, малай тигәнең ҡыҙ булып сыҡты.
Хөкүмәт тә фәҡәт уларҙы ғына ҡайғыртты һәм улар өсөн нимәләр генә эшләп сығарманы: “Женщины мира”, “Работница”, “Азат хатын”, “Башҡортостан ҡыҙы”, тағы әллә ниндәй журналдар сығарыла, уларға “Герой-әсә” исеме һәм “Әсәлек даны” миҙалы бирелә, ә атайҙарҙы иҫкә алыусы юҡ. Исмаһам, “Отец-молодец!” тигән билдә, һис булмаһа, арт яғына яҙып тороп, алмашлап тағырлыҡ миҙал ярап ҡалыр ине лә, юҡ бит. “Аталыҡ даны” тип аталған йәмәғәт наградаһын уйлап сығарып, шәп иттеләр әле!
Тағы үҙҙәренә генә – кер йыуыу машинаһы, саң һурғыс, сепарат, плитә, үтек, һыуытҡыс, һ.б., һ.б. нимә генә юҡ, ғөмүмән, электр энергияһы тулыһынса улар өсөн генә эшләгән һымаҡ ине, хәҙер ярҙамға газы килде. Еңгәгеҙ ҙә бит иҙән һеперәм тигән була, ә иҙәнде саң һурғыс таҙалай, кер йыуам, тип хәбәр һөйләй, керҙе машина йыуа, һөтөн дә сепарат айыртып бирә...
Шуларҙың барыһына ла бер дөйөм пульт булһа икән дә, әйҙә ятыр инегеҙ, дәдәң һымаҡ, диванда бөтәһе менән бер юлы идара итеп.


Фәтхи АБДУЛЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас