

Шуға йәштәр команда төҙөп, төндә урам буйлап дежур итә ине. Һәр командының етәксеһе итеп мылтыҡлы урмансыларҙы, һунарсылырҙы билдәләйҙәр ине.
Шундай ҡурҡыныс төндәрҙең береһендә, ауылдың бер осонда, төнө буйы мылтыҡ атып сыҡҡандар.
– Әхирәт, – ти икән икенсе көндө иртәнсәк, ауылдың икенсе осондағы бер ҡатын, – әллә һеҙҙең яҡты бандиттар баҫтымы, төнө буйы мылтыҡ атып сыҡтылар?
– Баҫты баҫмай ҙа. Төнө буйы иремдең эсе бороп сыҡты.
Баҡтиһәң, ире ишекте ҡыҫып ҡына мылтығын һауаға ата икән дә, шунан туалетҡа йүгерә. Йәнәһе, бандит, килеп ҡара, мин – ҡораллы.
Сәлих ВАҺАПОВ.