

Йәй етһә генә ҡалаларҙан бала-саға килеп тула. Беҙгә лә ағайымдың улы – Космос килгеләй. Эйе, исеме шулай уның. Ағайым әйтә, Ерҙә йүнле исем ҡалмаған, шуға ҡараштарҙы Йыһанға йүнәлтергә тура килде, ти. Шул ун йәшлек Космос ҡустым һорауҙар яуҙыра ғына, яуап биреп кенә өлгөр:
– Ағай, минең һымаҡ саҡта һин нәмә эшләргә ярата инең? – ти.
– Беҙҙең бала саҡ еңел булманы, – мин әйтәм. – Иртүк ике күрше ағай таң һарыһынан тракторҙарын ҡыҙҙырып колхозға эшкә сығып китә, шул тауышҡа уянаһың. Класта егерме бала уҡыныҡ, барыһы ла килһә, бер партала өсәүләшеп тә ултыраһың. Мәктәптән ҡайтҡас, кәртә тулы малды тәрбиәләшәһең, йәйге каникулдарҙа йыш ҡына сиратлап ауылдың һыйыр, һарыҡ-кәзәләрен иртә таңдан кискә саҡлы көтәһең. Әсәй ауылдағы медпунктта фельдшер булып эшләне, йортобоҙ ишеге ябылмай торғайны – йәш балалы әсәйҙәрҙән алып өлкән әбей-бабайҙарға тиклем, килә торғайнылар көн-төн тип тормай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ауылда балалар ҙа, колхоз да, мәктәп тә, медпункт та юҡ...
– Балалар ул саҡта ауылда йәшәй инеме ни? – тип һорай аптырауҙан күҙҙәре шар булған туғаным. – Мин улар ҡартайғас ҡына бында күсенеп киләлер тип уйлағайным.
– Һәр ғаиләлә биш-алты бала үҫә ине ул саҡта, көндөҙ уҡыйбыҙ, ата-әсәгә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итәбеҙ, кисен күмәкләшеп уйнайбыҙ. Ҡараңғы төшкәс кенә өйгә ҡайтып керәбеҙ. Әсәйҙәребеҙ юғалтып бөтә...
Космостың иҫе китә, мин һөйләгәндәр уның ҙур башына һыймай. Нисек инде юғалтырға мөмкин, ә телефон нәмәгә? Компьютерҙа бөтә ауыл менән нисек уйнарға була? Мин уға ул саҡта һәр кемдә телефондың да, компьютерҙың да булмауын, бала-сағаның виртуаль донъяла түгел, ә бер-береһе менән төрлө уйындар уйнауын төшөндөрөргә маташам. Ҡустым башын ҡаға-ҡаға тыңлап ялҡҡас, һеңгеҙәтә һуғырлыҡ һорау бирә:
– Динозаврҙар бар инеме ул саҡта?
Нисек тә тыныс булырға тырышып, динозаврҙарҙың минән йөҙәр миллион йәшкә өлкәнерәк булыуын аңлатырға тырышам. Шул саҡ бығаса өнәп етмәгән төпсөк ҡушаматының миңә нисек ҡәҙерле булыуын төшөнәм. Ауылдың һуңғы динозавры булыуға ҡарағанда күмәк туғандар, тиңдәштәр араһында төпсөк булыуы күңелгә яҡыныраҡ бит.
Марат МӨХӘМӘТОВ.