

Бөгөн дә, иртән тороу менән, Мәскүрә:
– Әбеғәле, әйҙә тиҙерәк, “заводты” эшләтеп ебәрәйек, – тип ирен ашыҡтырҙы. – Юҡһа кисәге ҡыуғандан бер шешә генә ҡалған.
Икәүләшеп эшкә тотондолар. Ике сәғәт үтеүгә, көмөшкә ҡыуыу аппаратынан табыш сығанағы – “көмөш” шыйыҡса – тама ла башланы. Ниһайәт, өс литрлыҡ банка мөлдөрәмә тулды.
– Ҡана, ҡойоп бир әле берҙе, – тип Әбеғәле ҡатынына көрөшкә һуҙҙы, – Юғиһә баш ауыртыңҡырап тора, кисә бажа менән нығыраҡ байрам итеп ташлағанбыҙ...
– Башта сәй эсеп алыр инең, – тине Мәскүрә, – сәй һыуына ла башлағандыр инде...
– Сәйеңде, ана, бесәй эсһен, ҡой, тинем бит бер көрөшкә.
– Бер башлаһаң, туҡтай алмай торғанһың, һатырға нимә ҡала?
– Ҡой, тигәс, ҡойоп бир, – тип һаман ныҡышты Әбеғәле.
– Мә! Эсеп, суҡынмағайың! – Мәскүрә көмөшкәне банкаһы менән Әбеғәленең алдына ултыртты.
Әбеғәле берҙе ҡойоп эсте лә, бик ҡәнәғәт:
– Булған бит был! – тип ҡуйҙы. – Анауы, бер артистка бар ине бит, Гөлсөм Хәбибуллина, нимә тип йырлай ине әле:
“Ҡасып ҡына, боҫоп ҡына,
Султ-султ тама самогон”.
– Ҡай берәүҙәр шуны эсә,
Тыя алмай тамағын, – тип дауам итте Мәскүрә. – Һин бик шашып китмә, һатыуға ҡалдыр.
Әбеғәленең күңеле күтәрелде. Тағы берҙе ҡойоп эсте лә, “көмөшкә”не яндырып ҡарарға булды. Ул гел шулай итә. Яна икән, иң шәбе була инде! Тимер ҡалаҡҡа ҡойҙо ла, өҫтәлгә ҡуйғас, шырпы сыйып ебәрҙе. Көмөшкә зәңгәрһыу булып яна башланы.
– Бына бит, шәп булған! – тип шатланды Әбеғәле. Банканан тағы берҙе ҡойоп алып эсәм тигәнсе, ҡулы ҡалтырап, шыйыҡсаны өҫтәлгә түкте. Хәҙер инде ҡалаҡтағы ялҡын өҫтәлгә таралды. Ул ғына түгел, утлы көмөшкә, ағып төшөп, Әбеғәленең салбар балағына ҡапты. Ярай әле, балаҡ осона ғына эләкте.
– Янам! Һүндер! – тип сәбәләнеп тыпырсынды, ҡысҡырҙы Әбеғәле.
Быны күргән Мәскүрә ҡапыл ҡулына килеп эләкән бер сәйнүк һыуҙы иренең янып барған салбар балағына һипте. Балтыр буйлап юғарыға күтәрелә башлаған ут шунда уҡ һүнде лә ул, тик Әбеғәле баяғынан да нығыраҡ ҡысҡырырға тотондо:
– Һалҡын һыу һип! Алйот! Аяҡты бешерҙең бит!
Шунда ғына Мәскүрә ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарыуын аңланы. Ул кранды асып, Әбеғәленең бешкән еренә һалҡын һыу һипте...
“Мәскүрә түгел, Мәсхәрә һин!” – тине ире ҡатынына, “тиҙ ярҙам” машинаһы менән дауаханаға оҙатылғанында.
Харис ШӘРИПОВ.