+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
2 Сентябрь 2023, 14:00

Кем тибешә?

Күршем балыҡҡа барып, миңә лә өлөш сығарған. Ике ҙур ғына балығын бирҙе. Ваҡыт кискә табан ине. Мин баҡсамда сүп үләне йолҡам. Ҡапсыҡҡа һалған ике балыҡты өйгә индермәйсә күтәрмәгә генә ҡуйҙым да, үҙ эшем менән булам. Эйелеп үлән йолҡҡанда, кемдер минең арт яғыма типте.

Кем тибешә?
Кем тибешә?

Мин, аптырап, боролоп ҡараным, бер кем дә юҡ, ҡапҡа йоҙаҡҡа бикләнгән. Ҡурҡышымдан, һәрмәп ҡараған урын еүеш кеүек тойолдо. Быуындарым тотмаҫ булды. Хәлем бөтөп, эскәмйәгә ултырайым тиһәм, ҡапыл сәскә ҡыуағы ҡалтырай башланы. “Бисмилла, бисмилла”, тиеп, арыуымды онотоп, теге балыҡтарҙы эләктереп, тиҙерәк өйгә инәйем тиһәм, береһе юҡ. Уныһы тере булып сыҡты, теге сәскә ҡыуағын дерелдәтә. Бая минең артыма типкән нәмә лә тап шул балыҡ булған, имеш!

Фото: iconfinder.com

 

Автор:
Читайте нас: