+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
27 Ноябрь 2023, 17:15

ҠОҘАҒЫЙ ҒЫНАҠАЙЫМДЫ!

– Ҡоҙағый, э-э-э-эй, минең яратҡан ғына ҡоҙағыйым ултыра ла баһа? Бынау эҫелә тамаҡ кипте, берәйһе сәйгә саҡырмаҫмы икән, тип уйлап ҡына тора инем. Йәтеш булды. Автобус көтәңме? Һау ғынамы? Шәп кенәме? Ҡалай сумкаңды нышып тултырғанһың, магазиндан ҡайтып киләһеңме әллә? Ҡып итеп кейенеп алғанһың, ҡалала ҡаласа инде ул, беҙ генә ауылда һөрәпәтебеҙ ҡойолоп, ҡара кибәтәләбеҙгә батып йөрөйбөҙ шунда һәлпәндәп.

ҠОҘАҒЫЙ ҒЫНАҠАЙЫМДЫ!
ҠОҘАҒЫЙ ҒЫНАҠАЙЫМДЫ!

– Һау ҙа ул, тик беҙ таныш түгел, шикелле?
– Таныш булмай ни, танышсы. Анау туйҙа һин булдың бит, вәт шунда мин дә булдым. Бик иждиһат итмәгәндеңдер атыу, хәтер тигән нәмә лә йылдар үтеү менән насарая бара бит инде. Мин былай һине һәйбәт иҫләйем – ҡалай бынау Зифа ҡоҙағый ҡаласа ҡуҫтарҙанып алған, тип ҡарап ултырғайным әле. Бер үңкей генә сатиндан тегелгән ҡыҙыл күлдәгең эй килешә ине!
– Зифа түгелсе мин, Зөмәрә...
– Кешене үҙемә оҡшаған исем менән атайым мин ҡайһы саҡ, үпкәләмә Зөмәрә ҡоҙағый.
– Ҡайһы туйҙа?
– Һуң һеңлемдең ҡыҙын һеҙҙең малайығыҙға кәләш итеп биргән туйҙа инде.
– Теге Әлфиә менән Айраттың туйындамы әллә? Ул туйға ҡыҙыл күлдәк кеймәгәйнем, шикелле.
– Шулай төҫтәрҙе бутайым, ҡалай итәһең инде. Ҡоҙаға барғанда нуйып ултырып булмаҫ тип, әҡәл сиктән сыҡҡансы, аяҡ һөйәген кимелйеткәнсе бейегән ҡоҙағый мин булам инде. Күрмәнем, тиһеңме? Аҙаҡҡа торо ирең һиңә ыша бирмәй, ҡоҙасаға ыҡшандағас, үсегеп, урта билдән һуғып ҡайтып киткәйнең бит, шунда саҡ ҡауҡаҙап урынымдан тороп, һелкенә башланым. Уға тиклем ҡуйған музыкаларының бер генә лә фәрҡе булманы ла һуң.
– Ҡоҙаса, тиһеңме?!...
– Һеҙгә ҡоҙаса була инде, һа-а-ай, ҡоҙасаһы ла ҡыян ине, ҡыян... Күшкәһе һыҙырылһа ла, бер киһәмәй бит әле ул.
– Минең ирем ул ваҡытта ауырып, килә алмағайны, шикелле...
– Әллә һинең ирең булманымы шул? Вәт мин – маубаш... Зифа ҡоҙағый, эйе-эйе, Зөмәрә ҡоҙағый, бутап торам, күҙ киске эңерҙә әллә нимәләр күрә инде ул. Ну былай өҫтәлдәре һыйҙан һығылып торҙо, ибет? Ылдым-йолдом бер туяр тигәндәй, мин башҡалар шикелле ҡылйотоп ултырманым, атыу теш һыҙлап киңгәп кителгәйне.
– Ә һеҙ ниндәй күлдәк кейгәйнегеҙ, бәлки хәтеремә төшөр.
– Ҡуй, ҡоҙағый, һорама, кисә нимә кейгәнемде үҙем онотам әле ул. Уның ҡарауы аяғым еңел, мине туйҙарына саҡырған йәштәр ғүмерҙәренең ахырынаса бергә, күгәрсен кеүек гөрләшеп ғүмер кисерәләр. Үҙең дә белеп тораң инде, Әлифә менән Байрас һаман да парлылар.
– Әлфиә менән Айрат бит...
– Әй, шулай шул, үҙемсә исем ҡушыу ғәҙәтенән арына алманым инде.
– Һуң улар бит бына яңыраҡ ҡына айырылышып ҡуйҙылар.
– Быйыл айырылышһалар, икенсе йыл ярашырҙар, ыҡҡа килерҙәр әле, аның нимәһенә аптырайһың. Тормошто ла хәйеттәп булмай, яҙмышҡа ла һылтап булмай: береһе әйткәнде икенсеһе ҡырын һаплап ултырмаһа – ғаилә тарҡалмай ул. Ҡарале, ҡоҙағый, автобусың һаман килмәй түгелме, тезәләшеп оҙаҡ ултырырбыҙмы икән бында? Һиңә барып, булған әкен-сөкөнөң менән сәй эсеп алһаҡ, донъялар яҡтырып китер ине ул әй?!
– Әйҙәгеҙ һуң, ҡоҙағый булғасһығыҙ ни, бынау маршрут минең өйгә тиклем. Тик юл ыңғайы магазиндан аҙыҡ-түлек кенә алырбыҙ.
– Әпкәләнмә, ҡоҙағый, бер сынаяҡ сәйҙе ҡоролай ҙа һөрпөлдәтәбеҙ уны. Ҡоҙағый ғынаҡайымды минең!

Дилә СӘЛИХОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: