+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
8 Декабрь 2023, 18:25

“ОРКЕСТР"

Телевизорван "Прощание славянки" маршын тыңлап ултырҙым да, әрмеләге бер хәл иҫкә төштө. Ярты йыл сержант уҡыуҙарында булып, унан һуң йыл ярым Германияла хеҙмәт иттем. Ниһәйәт, ҡайтыр көнөбөҙ ҙә етте. Беҙҙән алда ике-өс төркөмдө, шартына килтереп, оркестр менән оҙаттылар, ә беҙ сумаҙандарҙы тотоп штаб эргәһенә йыйылһаҡ, мә һиңә, оркестр ҙа, оҙатып ҡалыусы офицерҙар ҙа юҡ. Күңелһеҙ генә автобус көтөп ултыра инек, ҡапыл полк командирыбыҙ килеп сыҡты.

“ОРКЕСТР"
“ОРКЕСТР"
– Һаумыһығыҙ, һалдаттар! Нимә, ҡайтып бараһығыҙмы?
– Тап шулай, иптәш подполковник! – беҙҙең яуап.
– Ә оркестр ҡайҙа?
– Юҡ, иптәш подполковник!
– Миңә часть буйынса дежур офицерҙы саҡырығыҙ әле! Тиҙ генә килеп етһен!
Һә, тигәнсе, уныһы ла пәйҙә булды. Командирҙың яңы әмере яңғыраны: 
– Ун минуттан оркестр ошонда торорға тейеш! 
Беҙҙең ауыҙҙар йырылды. Оркестр менән оҙатылыуҙың нимә икәнлеген аңлатып тороуҙың кәрәге юҡтыр. Ошо ун минут эсендә, беҙ, дембелдәр, бик ҡыҙыҡ тамаша күҙәттек. КПП яғынан, тревога мәлендәге һымаҡ, музыка ҡоралдарын ҡосаҡлап, музыканттар йүгереп килә ине. Командирыбыҙ үтә талапсан булды шул. Оркестр беҙҙе иң данлыҡлы "Прощание славянки" менән оҙатып ҡалды. Ә беҙ яратҡан командирыбыҙға ғүмер буйына рәхмәттәр уҡыйбыҙ.
 
Әхәт ИШБУЛАТОВ.
 
Фото: razrisyika.ru
Автор:
Читайте нас: