+6 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
15 Декабрь 2023, 14:00

Иҫке бүрек

Шаулы туҡһанынсы йылдарҙы ул замандарҙа йәшәгәндәр яҡшы хәтерләйҙер. Халыҡтың бәйһеҙләнеп, нимә теләһә, шуны ҡыланып ташлағаныраҡ мәлдәре булды бит инде. Бөтә нәмәһенә өҫтәп, урамда баштан бүректәрҙе лә һыпырып алып китә инеләр. Яҙаһы мажарам тап ана шул бүрек темаһына.

Иҫке бүрек
Иҫке бүрек

Эштә барыһы ла шәшке бүрек алып кейеп бөттө, минең мөмкинлек юҡ бит, әй. Нисек кенә тартҡылаһам да, ярты көнлөк эш хаҡын ул тиклемгә үк һуҙып булмай. Ярты көнөндә уҡыйым, шуның араһында эшләп тә маташылған баш. Иҫкерәк кенә ҡуян бүрегемде көн һайын тарап шымартам да, кейеп китәм. Иҫке нәмә иҫке инде, ҡайһылай ғына ыҫпайлаһам да, ул ҡыҙҙарҙың башындағы шәшке бүректәр эргәһендә бер йолҡош бесәй һымаҡ ҡына булып күренә. Был минең күңелде өйкәй. Ҡатын-ҡыҙ асылы шулай ҙа инде, кемдәрҙекенәндер артығыраҡ булһын кейемең, әммә кәм булмаһын.
Алама булһа ла бүрегем берәү генә, шуны ла эрзинкә менән эйәк аша үткәреп алғанмын. Ҡышын башлыҡтарҙы йолҡоп алып китеүселәр күбәйҙе шул, кис урамда башыңдан һыпырып алып ҡаса ла китәләр. Эштә лә ул ҡайғынан баш ҡалҡыта алмай йөрөгән ҡатындар аҙ түгел. Хатта ҡарағайҙай ағайҙарҙыҡын да сәлдерә уғрылар. Вәт бит бәлә!
Кистәрен ҡайтҡанда, ҡараңғыраҡ кварталдар араһынан үтеү һағайта, алан-йолан ҡаранып ҡына йөрөлә. Шулай ҡурҡып йөрөһәм, бер көн үҙемде ҡара таңда талап киттеләр бит. Ашығып туҡталышҡа китеп барһам, бер йорт боролошонда ғына, ҡараңғылыҡтан килеп сыҡҡан егет, йәнәшәмдән үткәндә, бүрегемде һыпырып алды ла елдерҙе. Эрзинкәләр ике ҡолағымды әсеттереп сыңлатып ебәрҙе. “Эх, – тип уйланым әсенеп, – бынау эрзинкәһенең дә файҙаһы булманы”.
Алыҫая барған йүгеректең артынан аңшайып ҡына ҡарап тора инем, бер мәл теге әҙәм тайып китеп сатай-ботай барып төшмәһенме. Һүгенеп ҡысҡырып та ебәрҙе. Уның был тоҙло-боросло ораны мине лә иҫемә килтерҙе лә, әллә ниндәй бер сәм менән алға атылдым. Барып етеп, туңҡаңлап тороп маташыусының бүреген йолҡтом да алдым. Алдым да, боролоп, яҡтыға – туҡталыш яғына йүгерҙем. Шулай ышылдап барып индем троллейбусҡа.
Кабинет буйлап үтеп, урыныма барып ултырғансы ҡыҙҙар миңә тексәйҙе. Һалҡында башлыҡһыҙ килгәнемдән үк хәлде аңлап тораларҙыр инде. Мин дә оҙаҡ көттөрмәйем, вис тәфсирләп һөйләйем:
– ...Мине бүрекһеҙ иткән бурҙың үҙен талап киттем әле. Инде ҡабат уйлар, юл баҫыр алдынан, – тип тамамлайым һәм моҡсайынан баҙлап торған яңы ғына шәшке бүрек сығарам.
Шул саҡ бер апай килеп, мине тотоп әйләндерә:
– Ә был нимә?
Ҡаушап ҡына елкәмә үрелһәм... ҡулым үҙемдең ҡуян бүркемде тотоп ала. Әттә генәһе! Эрзинкәләрҙең сүтеки файҙаһы булған икән.
Шулай итеп, туҡһанынсы йылдарҙа мин дә бүрек һуғып алдым ул.

Сәйҙә ҒАРИПОВА.

Автор:
Читайте нас: