+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
26 Декабрь 2023, 11:00

ИШӘККӘ ӘЙТ ТӘ, ҮҘЕҢ ЭШЛӘ

Мәҫәл Йәшәгән, ти, ағалы-ҡустылы ике буға. Өлкәнен Аҡыллы тип ололап йөрөткәндәр, кинйәһенең ҡушаматы Ышаныс булған. Берҙән-бер көндө, яҙ еткәс, Аҡыллы менән Ышаныс үтенес менән үҙҙәренең Булмаған атлы ишәк хужаларына киткән. Һуңғы йылдарҙа быларҙың баҡсаларындағы ер ҡатып, уңдырышлылығын юғалтҡан.

ИШӘККӘ ӘЙТ ТӘ, ҮҘЕҢ ЭШЛӘ
ИШӘККӘ ӘЙТ ТӘ, ҮҘЕҢ ЭШЛӘ

Был ағай-энегә тиҙ арала ашлама кәрәк булған. Үҙебеҙсә әйтһәк, тиҙәк. Морононоң осона күҙлек эләктереп, урынынан да тормай ҡаршылаған быларҙы Булмаған. Бындайын да етди мәсьәләне бер үҙе генә хәл итә алмауы тураһында белдергән. Быларҙы Хыялбай исемле тағы ла дәрәжәлерәк ишәккә ебәргән. Ә тегеһе, үҙ сиратында, Ата-Хыял тигән иң эре ишәккә барып ҡарарға кәңәш биргән. Буғалар хужаларының булдыҡһыҙлығына бик ғәжәпләнгән. Ни өсөн тигәндә, аҙбарҙа ашлама тигәндәре тулып ята. Ауылдағы бар халыҡтың еренә лә етерлек.
Ағай-буға, Аҡыллы, хужаның һүҙҙәренә ышанмай, мәсьәләне үҙенсә хәл итергә ҡарар ҡылған, ти. Ҡайтҡас, үҙенең һарайын тиҙәктән таҙартҡан да, күршеләренән дә һорап, картуфлығына ла, баҡсаһына ла етерлек ашлама һалған. Ошондай мәшәҡәттәр менән йәй ҙә үтеп киткән, бына көҙ еткән. Аҡыллы үҙ ғаиләһенә, ата-әсәһенә лә етерлек мул уңыш йыйып алған.
Ҡусты-буға, Ышаныс, исеме есеменә тап килгәндер инде, бер ишәктән икенсеһенә, унан өсөнсөһөнә йөрөгән дә йөрөгән, шулай итеп, ашламаһыҙ ҙа, ашлыҡһыҙ ҙа тороп ҡалған. Ярай, ағаһы уға үҙ ризығынан мул ғына өлөш сығарған.
Тиҙәк юллап, ишәктән – ишәккә йөрөгән Ышаныстың үтенесен бер йылдан хайуандар батшаһы – арыҫлан ғына ҡәнәғәтләндерелгән, ти. Был хәл Арыҫланға мәғлүм булғас, иң тәүге ишәкте эшенән алғандар һәм, “намыҫлы хеҙмәте өсөн” ары үрләткәндәр.
Беҙҙең яҡта, кешегә әйт тә, үҙең эшлә, тигән әйтем бар. Әлеге хәл, ысынында, булғанмылыр, булмағанмы, әммә әйтеме асыҡ төҫмөрләнә: “Ишәккә әйт тә, үҙең эшлә”.

Урал ҠОЛОШОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: