+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
1 Ғинуар , 18:00

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Донъяла 2023 йыл тарихта үтә ҡатмарлы осор булып тарихта ҡалыр, буғай. Украиналағы махсус хәрби операция, Израилдең Газа секторында ҡалаларҙы ер менән тигеҙләүе, Әрмәнстан менән Әзербайжан араһындағы бәрелештәр... Донъялағы эреле-ваҡлы бихисап конфликт­тарҙы бик оҙаҡ һанарға мөмкин булыр ине.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәйәсмәндәр үҙ-ара сетерекле мөнәсәбәттәрҙе тыныс юл менән хәл итә алмай, маҡсаттарына ҡорал ярҙамын­да ирешеүҙе хуп күрә. Әйтәйек, Израиль ике тиҫтә мең самаһы тыныс ғәрәп халҡының һәләк ителеүенә, донъяның күпселек илдә­ренең тәнҡитенә иғтибар ҙа итмәй, көслөнөкө – замана әйтемен ил сәйәсәте нигеҙе итеп алған.
Һуңғы йылдарҙа һәр төрлө вирустарҙың донъяға таралыуы, ер тетрәүҙәре йышайыуы, климаттың үҙгәрә барыуы тәбиғәттең кешелекте иҫкәртеүе кеүек ҡабул ителә. Йыл башында Төркиәлә булған ер тетрәү генә лә 50 меңдән ашыу кешенең һәләкәтенә килтерҙе.
Ер шары барыбыҙға берәү – уны һаҡлап, гөл-баҡса итеп йәшәү урынына кешелек донъяһы бер-береһен аяуһыҙ ҡырыу менән мәшғүл. “Туҡтатығыҙ Ерҙе – төшөп ҡалам!” – тигәнме әле шағир? Шағирҙы түгел, һуғыш көҫәгән Израиль етәкселәре кеүек сәйәсмәндәрҙе берәй тирәлә төшөрөп ҡалдырғанда килешер ине!

Рәсәйҙә

Рәсәй коррупция үҫеше буйынса “алдынғы” урындарҙың береһен биләй икән. Был йәһәттән ҡайһы бер Африка илдәрен генә артта ҡалдыра­быҙ. Президент Владимир Путин күптән түгел яһаған сығышында “коррупция – яман сир, уның менән аяуһыҙ көрәшергә кәрәк”, тип белдер­ҙе. Әлбиттә, коррупция менән ҡулында власть булған вазифалы кешеләр шөғөл­ләнә. Әйткәндәй, был хәл Рә­сәйҙә бик күптәнән күҙәтелә. Петр Беренсе баш прокурорға бөтә бурҙарҙы төрмәгә ябырға ҡушҡас, тегеһе:
– Ғәли йәнәптәре, ҡул аҫтығыҙҙа кеше ҡалмай бит! – тип яуаплаған, имеш.
Шул уҡ ваҡытта коррупция менән уңышлы көрәшкән илдәр ҙә бар. Ҡытайҙа ришүәт алыусыларҙы майҙанға сығарып аталар. Грузияла ла юл полицияһына аҡса тәҡдим итеү ғәҙәте юҡ. Бында егерме мең полицейскийҙы бер көндә эштән ҡыуып, улар урынына килгән кеше­ләргә эш хаҡын биш-алты тапҡырға күтәргәндәр. Сингапур президенты иһә власҡа килгәс тә ата кор­руп­ционерҙарҙы – үҙенең бер нисә дуҫын һәм туғанын төрмәгә япҡан, тиҙәр. Хәҙер иһә унда ришүәт биреүселәр юҡ икән.
Ә Рәсәйҙәге хәлде түбәндәге көләмәстән аңлап була. Икәү һөйләшә икән:
– Миллиардлап урлашҡан бурҙы тотҡайнылар, шул әҙәмгә күпме бирҙеләр?
– Ете йыл. Тик бурға түгел, шул эште асҡан полиция капитаны менән уны хөкөм иткән судьяға!

Башҡортостанда

Ысын ҡыш үҙенең бурандары, мул ҡары менән декабрь башында ғына республикаға килеп етте. Тик коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн был хәл, һәр ваҡыттағыса, көтөлмә­гәнсәрәк булды, буғай. Урамдарҙағы ялтырап ятҡан боҙҙа тайып йығылып имгәнеүселәр, автомашиналарҙа аварияға осраусылар һаны ҡырҡа артты. Хатта миллион халыҡ йәшәгән Өфөлә лә юлдар күп урындарҙа төш уҙғансы көрәлмәй. Баҡһаң, урам һепереүселәр ҙә, техника водител­дәре лә етешмәй икән.
Башҡортостан халҡының яҙҙы шул тиклем зарығып көтөүе аңлашыла. Тап шул матур миҙгел еткәс кенә урамдар ҡарҙан азат ителә.

Марат Әминев.

Автор:
Читайте нас: