+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
6 Ғинуар , 12:00

Тамаша

Быйыл, ғүмерҙә булма­ған­са, мәҙәниәт йор­тонда шыршы байрамына ха­лыҡ күп килгәйне. Кем, нимә ге­нә булып кейенмәгән үҙҙәре. Ул айыу ти­һеңме, шайтанмы. Хатта бер пират та бар. Күңелдәр күтәренке. Музыка ағыла. – Ә хәҙер, – тип иғлан итте Ҡарһылыу, – Яңы йылды саҡырайыҡ! – Килсе, килсе, Яңы йыл!

Тамаша
Тамаша

– Ҡара-ҡара, – тине кемдер, – ике пират сығып килә түгелме? Уларға тоҡсай аҫҡан клоун да тағылып алған.
Был пираттар бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш. Ҡайыштарына пистолет менән хәнйәр ҙә ҡыҫтырырға онотмағандар. Береһе хәнйәрен ҡулына алып, Ғариф бабайҙың муйынына терәне.
– Жизнь или көшөлөк? – тине Пират.
– Әлбиттә, жизнь – тине Ғариф бабай һәм янсығын сығарҙы. Артында торған тоҡсайлы клоун блокнотына теркәп ҡуйҙы:
– Кем әле? Ғариф бабай – 5000 һум.
Ғариф бабай ғүмере буйы район мәҙәниәт йортонда директор булып эшләне. Хәҙер хаҡлы ялда. Ауылына Яңы йыл байрамы хөрмәтенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан.
Пират күршеһе – Сәлимә әбейгә өндәште:
– Жизнь или көшөлөк?
– Ни эшләп мин һиңә аҡса бирәйем?! Етмәһә, бер тинем дә юҡ!
– Тамаша бит, ҡорҙаш. Сценарийҙа шулай тип яҙылған, аҙаҡтан аҡсаны кире бирәләр ул, –тине Ғариф бабай белдекле ҡиәфәт менән.
– Ярай, тамаша ғына булғас. Һин ғүмер буйы районда түрә булып йөрөгәс, беләһеңдер әле, нимә ул ценарий. Бына ҡолағымда алтын алҡа ғына бит әле.
– Уныһы ла ярай, – тине Пират. – Ал һәм яҙып ҡуй, клоун: Сәлимә әбей – бриллиантлы алтын алҡа.
Сәлимә әбейҙең алтын алҡаһы ла тоҡсайға төшөп ятты.
– Хас та тормоштағыса, – тине Ғариф бабай, – костюм конкурсында пират менән клоун өсөн тауыш бирәйек!
Пират менән клоун «һә» тигәнсе тоҡсайҙарын тултырып та алды.
– Ценарий тигән һүҙ нимәне аңлата ул?
– Этем белһен!
– Ғариф бабай шулай тип әйтә бит. Цена һүҙе булғас хәйриә булалыр.
Уйын ҡыҙғандан ҡыҙҙы. Быйыл Яңы йыл күстәнәсте мул таратты. Халыҡ ҡәнәғәт ине.
– Марат улым, беҙҙең пират менән клоун күренмәй, түгелме? Байҡап кил әле.
Марат бөтә ерҙе ҡарап сыҡһа ла, теге икәүҙе таба алманы. Нисек берәүгә лә күренмәй килеп инһәләр, шулай юҡҡа сыҡҡандар.
Ғариф бабай йүгереп барып пираттың маскаһын һыпырып алды. Был – уҡытыусы Абдулла ине.
– Ҡайҙа соубщиғың?! Әйт, тимен, бандит! – тип бабай Абдулланың елкәһенән тотоп алды.
– Мин бандит түгел, ә пират!
– Бирермен мин һиңә, пират, имеш. Мошенник!
– Түгел, түгел, пират мин, пират.
– Ҡайҙа беҙҙең аҡса?
– Нимә һөйләйһең, олатай? – тине аптырап ҡалған уҡытыусы.
Ғауға ҡупты. Уйын ҡайғыһы китте кешеләрҙә.
– Аһ, аһ! Киленемдең алҡаһын һорамай ғына тағып торғайным. Эләгә инде, – тип илауланы Сәлимә әбей. – Милисийә, милисийә! Уф-ф, йөрәгем, полисийә!

Сәлих ВАҺАПОВ.

Автор:
Читайте нас: