– Һеҙгә күренергә килдем әле!
– Ә, бик һәйбәт! Әйҙә!
– Мин, – тинем, – машинамды Ғәҙел ағайыма, ә тешемде һеҙгә генә ышанып күрһәтәм.
– Был һүҙҙәрең күңелгә май булып яғыла, ҡустым! – ти, ихлас йылмайып, дантист ағай.
– Хәлдәр нисек? Эштәр?
– Һәйбәт, бынау бер теш һалҡында һыҙларға уйлай.
– Әйҙәгеҙ, ҡарайыҡ тешегеҙҙе. Төпкә үтегеҙ.
Креслоға ятам.
– Ҡустым, тештәрҙе һаҡларға, ҡаҙналарын нығытырға кәрәк, – тип башланы һүҙен табип, – бының өсөн иң ҡулайлыһы – шалҡан булыр.
– Ә-ә...
– Шалҡанды таҙартып йыу ҙа, сәйнә лә йөрө. Тештәргә ҡаты аҙыҡ етешмәй. Шалҡан ашҡаҙанға ауыр була тиһәң, сәйнә-сәйнә лә, төкөр.
– Әһә...
– Ҡатылығы буйынса, алма ла килешә, ләкин ул шәрбәтле. Ә шәрбәт, эйе, тештәргә файҙалы нәмә түгел.
Мин йәнә “ыһы”, тием, һәм, тешемде сайҙырғас, һөйләп маташам:
– Ҡайһылай шәп кәңәш әйт... – һүҙем өҙөлөп ҡала.
– Әһә, әйҙәгеҙ, асығыҙ әле... Тә-әк, һәйбәт. Яҡшы. Хәҙер әҙ генә ауырта ла бөтә, йәме...
– Ыһы... – күҙҙәремде сылт иттереп йомоп, ризалығымды белдерәм.
– Хәҙерге балаларҙың тештәре йомшаҡ, тиҙ бирешә, – ти, ағай, аппаратын зырылдатып бөткәс, – уларға, ана, бая әйттем бит, ҡаты аҙыҡ ашатып, тештәрен нығытыу етмәй.
– Ыһы... – маңлайымды сирылтып ебәреп, ғәжәпләнеүемде белдерергә маташам.
– Беҙҙең бала саҡта, иҫләйһегеҙҙер, – ти, ул ямау һалған сағында, – ауыҙҙа гелән йәшелсә ине. Шартлатып кишер-шалҡан, алма ашап йөрөнөк.
– Ыһы-ы, – тием, һуҙып.
– Хәҙерге аҙыҡ йомшаҡ, ныҡлап сәйнәүгә урын ҡалдырмай шул, – ти, ағай эшен йомғаҡлаған арала һәм өҫтәп ҡуя, – әй, һеҙҙең менән эшләүе лә, һөйләшеүе лә еңел, һеҙ – шәп әңгәмәсе!
– Ыһы... Рәхмәт, ағай!
Әллә ниңә ошо ағайға килге килә лә тора бит, әй!
ЙОМОШ
Бүлмәбеҙгә элекке етәксем килеп ингәс, йылы әңгәмә барышында аҫлы сынаяҡҡа ҡара сәй яһап, алдына ҡуйҙым. Ағай ҡабаланмай ғына эсте, мин тағы өҫтәргә иткәйнем, ҡапыл:
– Ай-һай, бигерәк хөрмәтләйһең, ҡустым, әллә миңә берәй йомошоң бар инеме? – тип йылмайҙы.
Шунда ғына, быға тиклем килгән саҡтарында, уға берҙе лә сәй тәҡдим итмәүемде аңланым.
Илгиз ИШБУЛАТОВ.
Фото: krasivoe-foto.ru