-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
7 Февраль , 12:00

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

РӘСӘЙҘӘ Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко фекеренсә, һуңғы биш йылда спиртлы эсемлектәр ҡулланыу биш процентҡа кәмегән. Министрҙы аңларға була, уға, беҙҙә барыһы ла һәйбәт, тигән фекерҙе ил етәкселегенә еткерергә кәрәк. Ә эксперттар эскеселәр һаны кә­ме­мәүе хаҡында һөйләй, коньяк, шарап, көмөшкә ҡулланыу, ки­реһенсә, арта бара, тиҙәр.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Әлбиттә, үткән быуаттың 90-сы йылдары менән сағыштыр­ғанда хәл бер ни тиклем һәйбәтерәк, айыҡ тормош алып барған йәштәр ҙә күберәк хәҙер.
Оҙайлы яңы йыл байрамдарын байтаҡ халыҡтың айнымай үткә­ре­үен хәтергә төшөрһәк, әлегә ҡыуа­нырлыҡ сәбәптәр күп түгел. Шуныһы ҡыҙғаныс, өлкәндәр йыш ҡына йәштәргә насар үрнәк күрһәтә. Ана, етмешкә етеп килгән тиҫтәләп әбей-бабайҙар табынға йыйылған, араҡы шешәләре үҙҙәренә ҡарағанда күберәк. Етмәһә, шундай фотоларҙы оялмайынса ауылдың дөйөм чатына һалалар. Ҡыҙғаныс, ейәндәре хәтерендә улар рюмка тотҡан килеш ҡалыр инде.

ДОНЪЯЛА

2024 йылда донъяның 64 илендә президент һәм парламент һайлауҙары үтәсәк икән. Әлбиттә, төп иғтибар АҠШ ме­нән Рәсәйгә төбәлгән. Рәсәйҙә утыҙҙан ашыу кеше илдәге иң юғары вазифаны биләргә телә­ген белдергән дә инде. Ҡыҙыҡ, икенсе урынды кем алыр икән – еңеүсеһе былай ҙа билдәле, буғай.
Ә бына АҠШ-та төп көрәш 81 йәшлек Джо Байден менән 77 йәшлек Дональд Трамп ара­һын­да барасаҡ, тиҙәр. Әгәр ба­байҙарҙың береһе ҡартлыҡтан үлеп-фәлән китмәһә, Байден тамам аҡылдан яҙмаһа. Юғиһә, берсә күләгәһе менән күре­шер­гә маташа, йә үҙенең ҡайҙа, нишләп йөрөүен онотоп ебәрә. Байден иҫәрләнгән, ул илде тамуҡҡа табан алып бара, тип тәнҡитләй дәғүәсеһен Трамп. Хәйер, йәше буйынса үҙе лә унан ҡалышмай. Был бабайҙар ниңә йәштәргә юл бирмәй икән, мәңге йәшәргә уйлайҙар­мы, аптырарһың был американ­дарға!

БАШҠОРТОСТАНДА

Республикалағы эттәр һәм бе­сәй­ҙәр һаны йөҙ мең самаһы тәшкил итә. Был хаҡта БР Ветеринария буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Азат Йы­һаншин белдерҙе. Ҡыҙыҡ, бы­нан бер йыл элек уларҙың һаны 150 мең самаһы тип иҫәп­ләнә ине. Ошо ваҡыт эсен­дә ныҡ кәмеүҙәренә бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ кеүек. Әйтәйек, Өфө ҡалаһының Ни­жегородка биҫ­тәһендә эт­тәр өйөрө менән урам тултырып йөрөй, бер йыл эсендә, ки­реһенсә, арттылар ғына, буғай.
Шуныһы ҡыҙыҡ, парлы инә һәм ата эт йылына 10-16 көсөк­кә ғүмер бирә, юғалтыуҙарһыҙ ғына ун йыл буйы үрсеһә, улар­ҙың тоҡомо 60 миллионға етергә мөмкин икән.
Нижегородкала нисә берәҙәк эт барлығын һанап ҡарарға булдым. Бер иҫәпләгәндә йөҙләп, икенсе тапҡыр һанағанда 150-гә етте. Өсөнсө тапҡыр сыҡҡас, бер урамда егермеләп уҫал эт уратып алды, саҡ ҡасып ҡотол­дом. Һанағанды оҡшатманылар, ­буғай. Чиновниктар уларҙы нисек иҫәпләй икән?

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: