+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
8 Февраль , 10:00

ҒАРИЗА

(Туризм һәм ялды ойоштороу комитетына, бизнес-план төҙөүгә ярҙам итеү үҙәгенә ғариза). Мин, Ғарифуллин Риф Фәйзулла улы, Европа буйлап туристик сәйәхәт­тән йөрөп ҡайтҡандан һуң, Һеҙгә шуны еткергем килә: миндә бизнес-план төҙөү теләге тыуҙы. Греция, Италия буйлап йөрөгәндә, улар­ҙың Парфенон, Эрехтион, Дионис, Колизей һәм башҡа исемле емерек һарай­ҙа­рын күрһәттеләр.

ҒАРИЗА
ҒАРИЗА

Америка һәм башҡа ил туристары емерек һарайҙарҙы күреп хайран ҡалдылар. Емерек һарай күреп тә, ке­шеләрҙең иҫтәре китер икән? Ә беҙҙә күпме һарай­ҙар емерелеп ятһа ла, ыжлап та бирмәйбеҙ.
Шунда мин үҙебеҙҙә лә аҡса аяҡ аҫтында, дөрөҫөрәге, емерек ферма һарайы аҫтында, ятыуын төшөндөм. Ниңә, сит ил капиталистарын байытып, уларҙың емерек һарай­ҙарын ҡарап йөрөргә? Беҙҙә әллә туҙып-емерелеп ятҡан һарайҙар бөткәнме? Ниңә үҙебеҙҙең емерелгән ферма һарайҙарын күрһәтмәҫкә? Ул ваҡытта валюта йылға булып, ғәфү итегеҙ, океан булып кеҫәбеҙгә ағып инәсәк. Был һарайҙарҙы, йәнәһе, бынан меңәр йыл элек варварҙар емергән, имеш. Әллә ҡасан үлеп бөткән варварҙарға япһарыу еңел ул. ЖКХ түрәләре ремонт аҡсаларын урлап бөтөү һөҙөмтәһендә, аҡса булмау сәбәпле, емерелгән, тигәнгә кем ҡаршы һүҙ әйтә ала? Был йәһәттән беҙ уларҙан бер башҡа өҫтөн торабыҙ. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки беҙҙең варварҙар беҙҙең менән бергә йәшәп ята. Улар ярты ауыл, бәлки, ярты райондыр. Сөнки һәр ауыл һайын емерек һарайҙар. Бына, мәҫә­лән, минең күрше, Хәйҙәр ҡусты, ферма материалдарынан ике ҡатлы һарай төҙөп ултыртты.
Беҙҙең варварҙар менән аралашып, интервью алып була­саҡ, те­ләһәң ҡапшап ҡара­һаң да ярай (варвар ошолай буламы икән, тип). Тик былар буш бул­мая­саҡ. Күпме кешегә эш урыны – аҡса эшләү мөмкинлеге асыласаҡ. Район бюд­жетына валютанан тос өлөш инәсәк. Турис­тарҙың иге-сиге булмаясаҡ. Был бит үҙе – асылмаған сиҙәм.
Район буйлап йөрөү, кәм тигәндә, бер айға һуҙыласаҡ. Ай һайын бер төркөм булһа, йылына ун ике группа туристарҙы ҡабул итергә мөмкин. Был, әлбиттә, башланыу осоронда. Аҙаҡ ул, һис шикһеҙ, киңәйтеләсәк.
Ҡунаҡхана юҡ тиһәгеҙ, ауыл һайын колхоз-совхоздың ташландыҡ контораларын, бригада йорттарын бына тигән ҡунаҡхана итеп үҙгәртеп ҡорорға мөмкин.
Юғарыла яҙылғандарҙы иҫәпкә алып, миңә туризм өлкәһенең бизнес-планын төҙөүгә ярҙам итеүегеҙҙе һорайым.
Үтенес менән – Ғарифуллин Р.Ф.

Сәлих ВАҺАПОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: