Борай районындағы үҙем тыуған Сәйет-Көрйә ауылында йәшәгәндә лә, Башҡорт дәүләт университеты менән Свердловск юғары партия мәктәбендә уҡығанда ла, Совет Армияһында хеҙмәт иткәндә лә миңә сатирик булып тыуыу тураһында таныҡлыҡ тотторманылар.
Хатта ҡырҡ йыллап эшләгән «Һәнәк» журналында ла ундай таныҡлыҡ бирмәнеләр. Бирерҙәр ине, кем исеменә яҙырға белмәнеләр. Сөнки журналда баҫылған йөҙҙәрсә хикәйә, шиғыр, фельетон һәм башҡа төрлө әҫәрҙәремдең аҫтына (һәм өҫтөнә) төрлө псевдоним ҡуйғанмын: Мар. Сәлим, М. Шәйнуров, С. Әлимов, С. Гәрәев, Т. Сәйетов, С. Таныпов, Шәһи Нур уғлы, И. Ғәрәфи...
Инде үҙенән-үҙе һорау тыуа: был донъяға сатирик булып тыуыуымдың хикмәте нимәлә һуң?
Ә бына нимәлә. Йәмле тормошобоҙҙоң йәмен ебәреүсе етешһеҙлектәрҙән, күңелһеҙ кәмселектәрҙән көлөргә яратам мин. Был ғәҙәтем тыумыштан килә. Әгәр тормоштоң бер генә китек яғы ла күренмәһә, илебеҙҙә бөтә нәмә ал да гөл генә булһа, арабыҙҙа әҙәм көлкөһөнә ҡалырлыҡ, үткер ҡәләм осона элеп алырлыҡ кешеләр осрамаһа, мин сатирик сүрәтендә тыуып та тормаҫ инем. Һуң, ни эшләйһең, шулай яҙғандыр инде, тыуғанмын икән – тыуғанмын!
Беренсе сәфәрҙән – беренсе шиғырға
1949 йылдың көҙөндә атайым менән әсәйем мине, туғыҙ айлыҡ малайҙы, беренсе тапҡыр алыҫ сәфәргә алып сыға. Юлыбыҙ – Кама аръяғындағы Сарапул ҡалаһына. Яңауыл станцияһында поезд көткәндә атайым, әсәйем менән мине вокзалда ҡалдырып, беҙгә ризыҡ алырға китә. Ул ваҡытта вокзал янында ышпаналар, кеҫә ҡараҡтары мыжғып торған. Шуларҙың береһе, ипләп кенә килеп, әсәйемдең кеҫәһенән аҡса янсығын тартып сығармаһынмы. Бур үҙ «эш»ен шул тиклем оҫта итеп башҡара, әсәйем һиҙмәй ҙә ҡала. Ә мин иһә, ҡараҡтың был шөғөлөн ҡыҙыҡ күреп, уға йылмайып ҡарап торғанмын...
Бер аҙҙан теге ҡараҡ кире урап килә. “Ғәфү ит мине, апа, – тип, аҡса янсығын әсәйемә ҡайтарып бирә ул. – Ихлас йылмайып торған ошо баланың ризығын киҫергә намыҫым етмәй”.
Был хәлде әсәйем йыш иҫкә ала торғайны. Эйе, беҙ бәләкәй саҡта кеҫә ҡараҡтары ла намыҫлыраҡ ине. Миллиондарҙы, миллиардтарҙы «ыһ» та итмәй йомоп ҡуйған бөгөнгө ҡомһоҙ бурҙарҙан айырмалы булараҡ…
Беренсе шиғырымды һигеҙ йәштә (1957, 6 ноябрь) яҙғайным. Ул ваҡытта мин сатираны юморҙан айыра белмәй инем әле, шуға күрә ниндәй шиғыр икәнен дә аңламаным: әллә сатирик булды ул, әллә юмористик... «Минең еҙнәй» исемле оҙон ғына был шиғыр шәрәмәте былай тип башлана:
Бер көн беҙгә еҙнәй килде
Матай менән тырылдап.
Өйгә керҙеләр икәүләп
Апа менән пырылдап.
Өйҙәгеләр уны ҡысҡырып көлө-көлә
Алтмыш йәшемде Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап« нәшриәтендә урыҫ телендә сыҡҡан «Белым по чёрному» исемле бер томлыҡ менән ҡаршыланым. Ике мең дана тиражлы иң ҡалын был китабыма инеш һүҙҙе совет һәм Рәсәй әҙәбиәте классигы Сергей Михалков яҙҙы. Унда шундай һүҙҙәр бар: «Марсель Сәлимовтың күңел түрендәге ижади маҡсаты – уҡыусыны таң ҡалдырыу, уға тормошобоҙҙағы күп күренештәргә яңыса ҡарауҙа булышыу. Уның әҫәрҙәре уҡыусыны фекерләргә өйрәтә, тимәк, тағы ла аҡыллыраҡ булырға, изгелеккә, яҡтылыҡҡа, намыҫлылыҡҡа һәм ғәҙеллеккә саҡыра».
Ултырып түгел, сабып ҡына
Һай, был ваҡыт тигәнең! Бигерәк тиҙ йүгерә. «Һәнәк»тә ярты ғүмерем үтеп тә киткән.
Ә бит, төптән уйлаһаң, ярты ғына түгел, бөтә ғүмерем «Һәнәк» менән бергә үтте. 7 йәштән, йәғни журналдың һуғыштан һуң сыға башлаған тәүге һанынан алып, уны уҡып үҫтем. 14 йәштә «Һәнәк»тә беренсе фельетоным баҫылды, ә 24 йәштә, университетты тамамлап, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, редакцияға эшкә урынлаштым. Һәм шунда ғына эшләнем. Аҡ йортҡа ла, һоро йорттарға ла күсеп китергә теләмәнем. Мине ҙур урынға димләгән ҙур ағайыбыҙ ахырҙа ҡул һелтәне: «Ярай, улайһа, ултыр шунда «Һәнәг»еңә ҡаҙалып!» – тине, асыуланып. Һәм мин, бығаса тарихта булмағанса, утыҙ йыл буйына «Һәнәк»тең баш мөхәррире булып... юҡ, ултырманым, сабып йөрөнөм. Бөтә Башҡортостан буйлап. Республикабыҙҙа мин булмаған ауылдар ғына түгел, фермалар ҙа ҡалманы, буғай. Үгеҙ йылында тыуған кеше булараҡ, үгеҙ кеүек, егелеп тарттым сатира-юмор йөгөн.
Тарта торғас, ҡартайып киткәнмен. Ә ҡарт үгеҙҙе ни эшләтәләр инде? Әлбиттә, иткә оҙаталар. Шөкөр, мине улай итмәнеләр, ҡәҙерләп, хаҡлы, дөрөҫөрәге, түбән хаҡлы ялға оҙаттылар. Беҙҙә бит шулай: юғары урында ултырғандарҙы юғары хаҡлы ялға ебәрәләр, ә түбәндә тир түккән кешеләрҙе – һеҙҙең, беҙҙең ишеләрҙе – түбән хаҡлы ялға сығаралар. Ниһайәт, 62-се йәшемдә мин «Һәнәк» һабын һәләтле йәштәр ҡулына, атап әйткәндә, күҙ алдымда үҫкән, үҙемдең яратҡан шағир ҡустыма – Салауат Әбүзәровҡа тапшырҙым.
Киткәндәр хаҡында яҡшы кешеләрҙең насар һүҙ әйтмәүен белеп, үҙ сиратымда, мин дә «Һәнәк» уҡыусы һәм уҡымаусы дуҫтарыбыҙға, яуаплы урындарҙа ултырған яуапһыҙ булмаған иптәштәргә, дәрәжәле һәм дәрәжәһеҙ әфәнделәргә рәхмәттәремде йәлләмәнем. Үҙем иһә түрәләрҙән әллә ни ҙур рәхмәт ишетмәһәм дә, ябай кешеләрҙән бик күп яҡшы һүҙҙәр ишеттем. Был йәһәттән күпте күргән, күпте кисергән бер арҙаҡлы ағайыбыҙ хатта былай тип әйтте: «Һине халыҡ ни саҡлы яратһа, чиновниктар шул саҡлы күрә алмай».
Ундай түрәләр менән хушлаштым ахырҙа. Әммә уҡыусыларым менән хушлашманым. Сөнки, пенсияға сыҡтым тип, сатирик геройҙарға тынғылыҡ бирергә иҫәп тотманым. Ә был иҫәпте хисапҡа килтерер өсөн үҙебеҙҙең үткер йәпле «Һәнәк»тән дә ҡулай ҡорал бармы һуң?! Бына шулай уйлап, хушлашыр урында хушлашмау һүҙен әйтергә тура килде.
Ауыл хужалығы ҡоралы булараҡ, ябай һәнәктең ике төп эше бар: малға аҙыҡ таратыу һәм аҙбарҙы тиреҫтән таҙартыу. Шуның һымаҡ, беҙҙең «Һәнәк»тең дә маҡсаты икәү: кешеләргә рухи аҙыҡ биреү һәм йәмғиәтте сүп-сарҙан таҙартыу. Был бурыстарҙы журналыбыҙ уңышлы үтәне, республикабыҙҙа ғына түгел, илебеҙҙең күп тарафтарында яратып уҡынылар уны. Һикһәненсе йылдар аҙағында тиражы 67 мең данаға барып етте. Һәм башҡорт телендә сыҡҡан иң ҙур табышлы баҫмаға әүерелде.
Сатирик журналистиканы үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн редакция коллективы ике тапҡыр республика Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде. 1996 йылда Рәсәй Журналистар союзы «Һәнәк»те илебеҙҙең иң яҡшы сатирик баҫмаһы итеп билдәләне. 2002 йылда журналыбыҙ киң мәғлүмәт саралары фестиваленең лауреаты тип танылды. 2007 һәм 2008 йылдарҙа ул, Мәскәүҙә ойошторолған халыҡ-ара һөнәри күргәҙмәлә ҡатнашып, Рәсәйҙең юғары сифатлы баҫмалары иҫәбендә «Матбуғаттың алтын фонды» билдәһенә лайыҡ булды.
Ул заман, ысынлап та, «Һәнәк»тең алтын осоро булған һымаҡ. Күңелле ине һәнәктәрҙең тормошо! Уҡыусылар менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, авторҙар менән фәһемле һөйләшеүҙәр, семинарҙар, сатириадалар, аҙналар, айҙар буйына ҡала һәм райондарҙа шаулап үткән көлкө кисәләре, телевидениела, радиола юмористарҙың сығыштары, «Көлә-көлә Һәнәк килә» тапшырыуҙары... Былар бөтәһе лә хәҙер тарихта ғына тороп ҡалды. Бөгөн мин ҡулға-ҡул тотошоп оҙаҡ йылдар бергә эшләгән «Һәнәктәш»тәремде – Әнғәм Атнабаев, Агиш Ғирфанов, Рәйес Ғабдрахманов, Хөснулла Түләкәев, Нур Ғәлимов, Сәғит Сафиуллин, Орбелий Әхмәтов, Рәдиф Тимершин, Мансаф Ғиләжев, Риф Мифтахов, Рим Иҙиәтуллин, Ғәтиәт Үзбәков, Фират Хажиев, Камил Аҙнаев, Дим Ғиззәтуллин, Альфред Штабель, Александр Андреевтарҙы һағынып иҫкә алам. Сәхнәләш дуҫтарым, «Һәнәк» ордены кавалерҙары – мәшһүр Кәтүк, Гөлсөм Хәбибуллина, Шамил Рәхмәтуллиндарҙы юҡһынам...
Тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә фельетондар яҙып, яҡшы кешеләргә – яҡшылыҡ, насар бәндәләргә насарлыҡ эшләүем, әллә күпме дуҫтарым, дошмандарым барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләп тормайым. Сөнки уларҙы «Һәнәк» журналын уҡыусылар ғына түгел, уҡымаусылар ҙа яҡшы белә. Кешенән ишетеп булһа ла. Әгәр мәрхәмәтле киләсәк быуын вәкилдәре тыуған йортомдо таҡтаташ менән биҙәргә теләһә, моғайын, уны мин ҡырҡ йыллап «йәшәгән» Матбуғат йортоноң етенсе ҡатына беркетеп ҡуйыр. Бөгөн иһә мин һәйбәт кешеләргә генә түгел, аламаларына ла рәхмәтлемен. Сатирик әҫәрҙәр яҙыр өсөн әллә күпме тема бирҙе бит улар. Шуға уларҙы ла хөрмәт иткән кеүек яратам. Тик шуныһы: сатирикты бер генә хөрт кеше лә яратмай. Хатта юрый ғына ла.
Юҡ-юҡ, пенсияға сыҡҡас, артымдан таш атып та, йоҙроҡ күрһәтеп кенә ҡалмайҙар. Миңә осраған күптәр: “Көлә-көлә Һәнәк килә!” – тип йылмаялар. Эштән киткәнемә ун былтыр булды инде, ә һаман «Һәнәк ағай» тип өндәшәләр. Бөтөнләй таныш булмаған әҙәмдәр ҙә: «Һәнәк ағай, как дела?» – тип хәл-әхүәл һорашып теңкәгә тейә. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар, дөрөҫөрәге, әбейҙәр ныҡ бәйләнә. Әйләнеп-тулғанып ҡарай-ҡарай:
– Шин Шәлимов түгелме? – тип һорапмы-һорайҙар.
– Ниндәй Шәлимов? – тигән булам.
– Теге… Шәнәк…
– Ул бит хәҙер хаҡлы ялда, – тим, ниндәй хаҡлы икәнен әйтмәй генә.
– Шин уға ныҡ оҡшағаншың, ҡустыһы түгелме?
– Юҡ. Мин уның улы!
Әбейҙәр, ҡыуанып:
– И-и, бәбекәйем… – тип арҡамдан һөйәләр, шундай рәхәт! – Атайың игелекле кеше ине, ауыр пенсионер тормошо еңел булһын. Сәләм әйт һөйкөмлө Һәнәк ағайыбыҙға!
Әгәр минән Хоҙай тәғәлә: “Һиңә тағы бер ғүмер бирһәм, ҡайҙа эшләр инең?” – тип һораһа, һис икеләнеүһеҙ:
– “Һәнәк”тә! – тип әйтер инем.
Йөрөмһәк китаптар
Пенсияға сыҡҡас, туйғансы йоҡлармын да рәхәтләнеп яҙышып ҡына ятырмын, тип уйлағайным. Барып сыҡманы. Редакциянан киткәнемә тиҫтә йылдар үткәс тә, һаман шылтыраталар: «Һәнәк ағай, ярҙам ит!..» Йыш ҡына: “Һәнәгеңә шуны элеп алып, һелкеп һал әле”, – тип, яңы темалар бирәләр. Ә дәрәжәле ҡустылар һәм һеңлеләр күберәк эш ҡушырға ярата: «Ағай, һин бит хаҡлы ялдаһың, ваҡытың күп, анау ергә барып, бынау эште атҡарып ҡына ҡайт инде». Мин ни, хәрбиҙәрсә – һәр ваҡыт әҙер! Күп осраҡта кемдеңдер әйткәнен дә көтөп тормайым, үҙем сығып йүгерәм. Һәр хәлдә, ятып йөрөүгә ҡарағанда, йөрөп ятыу яҡшыраҡ.
Әҫәрҙәрем дә үҙемә оҡшаған – төрлө төбәктәрҙә, төрлө илдәрҙә, ҡитғаларҙа йөрөргә яраталар. Ҡайһы берҙә белмәй ҙә ҡалам, сатира-юморым Африкаға ла, Америкаға барып сыға. Йөрөһәләр йөрөһөндәр әйҙә, Интернеттың яланы ҙур, күңеле киң.
Һәр кем үҙ ғүмерен үҙе теләгәнсә сарыф итә. Берәүҙәр уны аҡыл туплауға бағышлаһа, икенселәр ғүмер буйы байлыҡ йыйыу менән мәшғүл була. Кемдер шырпы ҡаптары, маркалар йыя, ә кемдер «иномарка»лар, кәттиждәр коллекцияһын хуп күрә.
Мин иһә шырпы ҡаптары ла, машиналар ҙа йыйыу менән шөғөлләнмәнем. Һигеҙ йәштән бирле туплаған бар байлығым – ижад ҡумтаһы.
Бөгөн бер ниндәй алтын, долларға алмаштырғыһыҙ ҡиммәтле милкемде – әҙәби мираҫҡа әйләнгән ижади байлығымды барлап, иң талапсан ревизорҙарҙан да талапсаныраҡ уҡыусыларым алдында отчёт биреүҙе фарыз һанайым.
Ҡыҙыҡ өсөн генә 75 йәшлек «йүбәләр» ағайығыҙҙың төрлө ерҙәрҙә төрлө телдәрҙә донъя күргән китаптарын барлап ҡарағайным, биш тиҫтәнән артып киткән... Улар араһында кирбес ҡалынлығы ла, шырпы ҡабындайы ла бар. Брайль шрифты менән баҫылғандары ла, аудиокитаптары ла юҡ түгел.
Китаптарымдың исем туйҙары Өфө, Ҡазан, Мәскәү Сочи, Ялта һәм илебеҙҙең башҡа ҡалаларында ғына түгел, сит илдәрҙә лә булып үтте. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡырҡынсы китабым инглиз телендә сыҡты: The Book Which Has Never Been Written Before. – London : Hertfordshire Press, 2017. Уға инеш һүҙҙе философия фәндәре докторы, Колумбия университеты профессоры Рәфис Абазов яҙған. Ул минең яҡташым, Борай районында тыуып үҫкән, әлеге көндә Нью-Йоркта йәшәй һәм эшләй.
Китаптың исем туйы Лондонда һәм Стокгольмда үтте. Евразия ижади гильдияһы сайтында былай тип яҙғандар: «Британия тамашасыһы күренекле яҙыусы-сатириктың яңы китабын ихлас ҡаршы алды, уның «мөхәббәт романдарына оҡшаш» әҫәре инглиз телле уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты».
Стокгольмға китап форумына барғас, Евразия ижади гильдияһының беренсе рәйесе, күренекле инглиз шағиры Дэвид Перри менән осраштыҡ. Ул иң элек материктың төрлө тарафтарынан йыйылған яҙыусылар менән танышып сыҡты. Һәр кем үҙенең ижады, тыуған төйәге, милли мәҙәниәте һәм әҙәбиәте хаҡында һөйләне. «Минең тыуған ерем, хөрмәтле Дэвид әфәнде, Европаның үҙәгендә түгел. Һеҙҙең кеүек, беҙ ҙә Европа ситендә йәшәйбеҙ, – тинем. – Ләкин Европа Бөйөк Британиянан түгел, ә Башҡортостандан башлана. Көньяҡ Уралда тормош көткән боронғо ата-бабаларыбыҙ бик тырыш һәм булдыҡлы, киң күңелле, асыҡ сырайлы кешеләр булған. Ғалимдар әйтеүенә ҡарағанда, улар Ер йөҙөндә беренселәрҙән булып тәгәрмәс уйлап сығарған хатта. Тағы ла шул, Дэвид туған, башҡорттар менән инглиздәр бер гаплогруппаға ҡарай, тип иҫбатлайҙар. Телдәребеҙҙә бер төрлө өндәр булыуы ла, башҡорттар менән инглиздәрҙең һөтлө сәй яратыуҙары ла беҙҙең халыҡтарҙың туғандашлығы хаҡында һөйләй түгелме һуң?» Күрәм, Дэвидтың ауыҙы йырылған. «Эйе, тап шулай!» – ти, һүҙемде ҡеүәтләп. Мин иһә һаман үҙемдекен бөгәм: «Бөтәбеҙгә мәғлүм бер бөйөк инглиз ғалимы, кешеләр маймылдан яралған, тип раҫлаған. Ҡайһы бер инглиздәр, бәлки, ысынлап та маймылдан барлыҡҡа килгәндер, әммә ләкин Һеҙ, Дэвид дуҫҡай, һис тә ундай кешегә оҡшамағанһығыҙ. Һеҙ, моғайын, беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙҙан – пра-пра-прабашҡорттарҙан яралғанһығыҙҙыр». Шул саҡ шаярыуҙы аңлаған хуш күңелле инглиз: «Эйе, мин боронғо башҡорттарҙан яралдым!» – тип, ҡосаҡлап алмаһынмы. Форумда ул мине ҡосаҡлап ҡына йөрөттө. Ҡыҙыҡ бит, әй! Британияның әлеге хужалары һәм уларҙың ялағай ярандары, ялғансы сәйәсмәндәре, һатлыҡ журналистары беҙҙе күрә алмаған, илебеҙгә яла яғыуҙан туҡтамаған был заманда инглиз яҙыусыһының башҡорт сатиригын шулай дуҫтарса йылы ҡабул итеүе үҙе бер мөғжизә түгелме ни!
Аҙаҡ Дэвид Пэрри шулай тип яҙып сыҡты: «Евразия ижади гильдияһы съезында сығыш яһап, Марсель Сәлимов, Урал тауҙары Европа менән Азияны айырып түгел, ҡушып тора, тигәйне. Үҙемдән өҫтәп шуны әйтәм: Уралдағы билдәле был Рәсәй яҙыусыһының позитив юморы нәҡ шулай Евразия халыҡтарын берләштерә”.
Британияла сыҡҡан китапты Германиялағы әҙәбиәт, сәнғәт, коммуникация эшмәкәрҙәренең халыҡ-ара академияһы АҠШ- тың Джек Лондон исемендәге халыҡ- ара әҙәбиәт конкурсына тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә миңә унда лауреат булырға яҙҙы.
Мәғлүм булыуынса, китап Евразия илдәренең төп китапханаларына барып еткән. «Hertfordshire Press» нәшриәте уның бер данаһын авторҙың хаты менән ҡуша Бөйөк Британия королеваһы Елизавета Икенсегә лә тыуған көнөнә бүләк итеп ебәргән хатта.
2021 йылда Украинала «Рухиәт йондоҙлоғо» халыҡ-ара әҙәби конкурсында Ҙур Гран-при яулаған «Розвеселий сусід. Развесёлый сосед. Күңелсәк күрше» исемле украин, рус, башҡорт телдәрендәге йыйынтығым 2022 йылда китап кәштәһенә менеп ҡунаҡларға тейеш ине. Тик ҡайҙалыр аҙашып йөрөй әле һаман был «Күңелсәк күрше». Ә бит ул минең илленсе – юбилей китабым... Әйткәндәй, ҡырҡ йыл элек мин, «Перець» сатирик журналында баҫылған “Сусід” юморескаһын украинса уҡып, Запорожье кешеләрен көлдөргәйнем. Ошо ҡалала йәшәгән күренекле украин яҙыусы-сатиригы Петро Ребро фестивалгә саҡырғайны. Вәт күңелле ине ул саҡта!..
Былтыр йыл аҙағында Ҡазандан “Мар. Сәлим чыбыркысы» исемле 51-се китабымды алдым да диванға һуҙылып яттым. Яңы йыл каникулында рәхәтләнеп ял итәйем әле, тип уйлап та өлгөрмәнем, йоҡлап киткәнмен. Әммә шундуҡ һаташып һикереп торҙом. Ни ғәжәптер, төшөмдә гел эш күрәм. Йыш ҡына «Һәнәк»кә килгән ялыу хаттарын тикшереп йөрөйөм, кемгәлер ярҙам итергә тырышам, ғәҙеллек даулап алышам.
Тик ятыу килешмәй беҙгә
Юҡ, ял итәм тип, тик ятыу – минең өсөн ят нәмә. Хәҙер үк юлға йыйынырға кәрәк. Иҫке йылда Мысырҙа һәм Ҡаҙағстанда, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларында, Өфөлә һәм республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә ойошторолған ижад кисәләре, халыҡ менән осрашыуҙар бик матур үткәйне. Ә яңы 2024 йылда оторо күп яңы эштәр, яңы саралар, яңы күрешеүҙәр көтә. Бындай ваҡытта ятып тороу түгел, йөрөп ятыу яҡшыраҡ!
Ҡайһы бер ағай-эне:
– Һин әле унда, әле бында йүгерәһең, яҙышырға нисек өлгөрәһең? – тип һорай.
Дөрөҫ, ижад менән шөғөлләнергә көндөҙ ваҡыт етмәй. Күп эштәр төнгә күсә. Төнө буйы ултырып, баҫып, хатта ятып яҙған саҡтарым да була. Ә юл йөрөгәндә поезда ла, самолётта ла, автобуста ла яҙышырға тура килә.
Ләкин ҡайҙа ғына нимә генә эшләһәм дә, яратҡан жанрыма, үҙ-үҙемә тоғро ҡалдым. Әллә ни саҡлы ауыр мәлдә лә һөйөклө Сатира йәнемде ташламаным. Бер ҡасан да... Һәм почти бер ҡасан да уға хыянат итмәнем. Кемгәлер был ҡыҙыҡтыр, кемгәлер ҡыҙғаныстыр, бәлки. Нисек кенә булмаһын, яҙмышыма үпкәм юҡ. Заманыбыҙға зар-ланмайым, тормошобоҙға турһаймайым. Йылмайып-көлөп кенә йәшәйем. Йылмайып ҡына йәшәйем.
Күңелегеҙҙе йылытһын!
Көлә-көлә киләбеҙ ҙә
Көлөп кенә китәбеҙ.
Көлә белмәгән кешене
Шулай ҡыҙыҡ итәбеҙ.
Әйҙәгеҙ, бергә көләйек –
Ябылмаһын ауыҙҙар.
Көлгән кешене яратмай
Тик ямандар, яуыздар.
Сатирикты бөтәһе лә
Һөйөп тормай арҡанан.
Күреү менән ҡурҡып ҡаса
Бюрократ, бур, наркоман.
Беҙҙе үлеп күрә алмай:
Шешә төбөн ялаусы,
Тыштан ялтыраҡ ялағай,
Аҫтан киҫеп ямаусы.
Телемде тыйырға итә
Түмәрләнгән түрә лә.
Тик уларға иҫем китмәй,
Халҡым булһа эргәлә.
Хуп күрәйек эске түгел,
Фәҡәт көлкө туйҙарын.
Күңелегеҙҙе йылытһын
Минең йылмайыуҙарым!