Башҡортостанда
Учалы ҡалаһында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы булып үтте. Республикала элегерәк 67 компанияның алтын эҙләүгә хоҡуғы булһа, 13-нөң лицензияһы тартып алынған, биш енәйәт эше ҡуҙғатылған. Төбәк башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, Учалы һәм Баймаҡ райондарында хәл айырыуса сетерекле, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер предприятиелар етәкселәре, хөкүмәт ҡуйған талаптарға ҡолаҡ һалмай, ер аҫты байлыҡтары сығарыуҙа вәхшиҙәрсә ысулдар ҡуллана.
Күрәһең, ер аҡтарып байлыҡ эҙләгән әҙәмдәрҙең күҙенә алтындан башҡа бер нәмә лә салынмай.
Рәсәйҙә
Һуңғы осорҙа ил халҡын барыһынан да бигерәк ниндәй хәл борсой, тиһегеҙме? Хаҡтар артыуы, махсус хәрби операция һәм ҡорбандар һаны, Рәсәйҙең әле бер, әле икенсе төбәгендә ҡупҡан көсөргәнешле хәлдәр... Юҡ, белмәнегеҙ – Твикс ҡушаматлы бесәй яҙмышы!
Бер егет бесәйе өсөн махсус рөхсәт ҡағыҙы алып Екатеринбург-Санкт-Петербург поезына ултыра. Киров ҡалаһындағы станцияла поезд хеҙмәткәре бесәйҙе, берәҙәк тип уйлап, тышҡа сығарып ебәрә. Мәхлүктең үлеүе мәғлүм булғас, мәхшәр ҡуба. Дәүләт Думаһы депутаттары, социаль селтәрҙәрҙә меңәрләгән кешеләр, шул иҫәптән бөтә илгә билдәле шәхестәр, кемуҙарҙан ошо ҡыҙғаныс хәлгә үҙ баһаларын бирергә ашыҡты. Бесәй үлемендә ғәйеплене хөкөмгә тарттырыуҙы һорап яҙған петицияға 300 меңдән ашыу кеше ҡул ҡуйып та өлгөргән. Хәҙер иһә депутаттар йорт хайуандарын транспортта йөрөтөү буйынса закондарҙы яңыртырға йыйына.
Рәсәйҙә көнөнә биш меңгә яҡын кеше вафат була, уларҙы белмәйбеҙ, ә бесәйҙе йәлләйбеҙ. Беҙҙә ҡаты һыуыҡта өшөп, асығып үлгән асарбаҡтар әҙме, юғиһә. Ошо теманы күтәреүселәр араһында шәп фантастар ҙа осрай. Әйтәйек, бер “аҡыллы баш” фекеренсә, бесәй хужаһы оҙон һаҡал йөрөтә, тимәк, ул – ваххабит һәм ошо фажиғә аша илде тарҡатырға һәм милләт-ара ыҙғыш тыуҙырырға тырыша, ә уның артында көнбайыш капиталистары тора. Йә, Хоҙай, шундай “аҡыллы” бәндәләреңде үҙең ярлыҡа!
Ә бесәй йәл – ғүмере ҡыҫҡа булды.