+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
26 Февраль , 13:00

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...

Ҡыҙҙар матур бит хәҙер. Килеп матур кейенәләр. Урамда ла күрәһегеҙҙер: ап-аҡ бәшмәктәр кеүек кенәләр, ҡарап туймаҫлыҡ. Бына беҙҙең йәшлектә һылыу ҡыҙҙар күп булманы, хатта кластан, курс­тан алып ҡарағанда ла, “сибәр” тамғаһы һалынғандар өсәр-дүртәр генә ине. Нимә генә тиһәң дә, техник прогресс үҙен һиҙҙертә шул һәм үҙеңде күрһәтә белеүҙә лә был мөһим роль уйнай.

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...

Нисек кейенә торғайныҡ һуң беҙ? Ҡытай пуховиктарында күбә өйөмө һымаҡ булып йөрөй инек. Уларҙың формаһы ла, стиле лә юҡ ине. Эсенә таҙартылмаған тауыҡ йөнө тултырылғанғалыр, еҫләнә, йыш ҡына ҡаты ҡауырыйҙары тишеп сыға ине. Килке балығылай булып тултырылған автобустарҙа драп пальто кейгән өлкәнерәк апайҙар булһа, матрац пуховигында уға һырынған ҡыҙҙарҙы әрләйҙәр:
– Ышҡылмағыҙ миңә, пальтома йөн йәбештерәһегеҙ!
Ә нисек буяна торғайны ҡыҙҙар? Иң һуғышсан индеецтар ырыуы вәкилдәре лә ҡурҡыр, күрһә. Күҙ менән ҡаш араһына ниндәй төҫтәрҙе булһа ла яғыла ине. Күкме, ҡыҙылмы, ҡарамы – барыбер. Был моданы уйлап тапҡан стилистың ҡулдарын өҙөп алырға ине лә, асылда ундай стилист булмағандыр ҙа тип уйлайым. Әгәр бөгөн ҡыҙым шулай буянып һәм сәсен “взрыв макаронной фабрики” сүрәтенә ултыртып институтҡа юлланырға уйлаһа, өйҙән сығармаҫ инем. Институт уҡытыусыларын һәм урамдағы халыҡты йәлләр инем.
Ҡыҙҙарҙың аяҡ кейемдәре бейек платформала ине. Модныйҙары инде. Ул платформала япон ҡыҙҙары кеүек кенә итеп йөрөй беленәме һуң әле? Торған еренән яңылыш баҫып ҡолап китеп тә аяҡтарын һындырған осраҡтар була торғайны. Унан шул бейек платфор­ма­ларҙа яраланған сиңерткә кеүек йөрөүҙәр...
Миндә ул платформалыһы булманы. Ә бына тимер тағалы бер мәңгелек итектәр бар ине. Үлгән фрицтан систереп алынған трофей кеүектәр ине: ныҡ, тишелмәй, йыртылмай, һыу ҙа үткәрмәй. Сөгөн үксәләрҙә атлап килеүем бер саҡрымдан мин икәнде ҡысҡырып тора. Хатта шул тауыштан үҙемдең башым ауыртып китә торғайны. Яҙға табан, ҡар ирей башлағас, троллейбустың беренсе баҫҡысына баҫыуым була, шунда йыйылып ятҡан һыулы тупһанан тәнемде зымбырлатып ток һуға. Шул сигналдарҙы ала башлағас инде ҡышҡы итектәрҙе сисеп һалырға икәнде төшөнәм.
Икенсе курста уҡығанда ба­ҙарҙа яһалма йөндән те­гелгән тундар күренде. Үлеп-батып алабыҙ бит. Өҫтөмә ойпаланған чебурашка тиреһен ябынып йөрөгәндәй булһам да, кейҙем. Капюшоны ярты шубалай, яғаһы асыҡ, үҙе өс ҡаптырманан ғына, аҫтан да, өҫтән дә үтә өрә. Туңып ҡалтыранып йөрөйһөң, әммә йөрөйһөң. Өрөлгән плащь-палатка һымаҡ булһа ла, ҡытай пуховиктары йылыраҡ ине лә...
Бына шундай кейемдәге һәм модалағы ҡыҙҙарҙың матурлығын күреп тә булмағандыр, бәлки. Ярай, ҡыҙҙары – ҡыҙҙар, ә бына егеттәр ысын ине ул саҡта. Рухи яҡтан ныҡтар, көслөләр. Милләттең генофондын һаҡлай белделәр.

Сәйҙә ҒАРИПОВА.

Автор:
Читайте нас: