Ваҡыт уҙа, ҡыҙҙары инде мәктәптә уҡый. Был мәсьәләлә шулай уҡ былар ҡәтғи бер фекерҙә булды.
– Өйҙә тик русса һөйләшергә, башҡортса – ләм-мим. Кәлә-бәлә менән бала башын ҡатырмайыҡ. Яҡшы итеп урыҫ телен белһә, институтҡа инер.
Нимәһен һөйләйең инде, урыҫлашҡан башҡорт ғаиләһе булып киттеләр. Ҡайғы күрмәй йәшәп яталар. Тик бер көндө Лилиә ҡыҙҙары ғына аптырашҡа ҡалдырҙы. Йөрәккәйҙәре мәктәптән ҡайтты ла әсәһенә өндәште.
– Иҫәнме, әсәй, хәлдәрең нисек?
– Чё? – тип ауыҙын асты ханым-женщина.
– Чё түгел инде, сәй тип әйт. Минең сәй эскем килә, асығып ҡайттым, – ти уға балаһы.
– Кушать надо, да? – ти һаман Маша-Мөшәфәрә был хәлгә аптырап.
– Әсәй, мин көшәргә һыйыр түгел, ашарға берәй тәмлерәк нәмә бирһәң, шул ярай.
Ҡыҙ, тамаҡ ялғап алғас, уйнарға сығып китте. Ә әсәһе шул тиклем аптырағайны, хатта ире менән һөйләшергә теле әйләнмәне. Икенсе көн етте.
– Әсәй, бөгөн оҙаҡ уҡыныҡ, мин һине һағынып бөттөм, – тине был юлы Лилиә, ботинкаһын һалған саҡта. – Минең берәй тәмлекәс ашағым килә, әйҙә бәлеш бешерәбеҙ.
– Аха, – тине әсәһе.
– Әсәкәйем, аха түгел инде, ярай, балам, тип матур итеп әйт.
– Кис бешерербеҙ, – тип әсәһе ҡаткан телен яҙырға тырышты.
– Юҡ, әсәй, мин үҙем бешерергә теләйем. Һин мине өйрәткеләп кенә тор, йәме.
Кис булды, әсә кеше ҡыҙын бәлеш бешерергә өйрәтә.
– Берем муку.
– Бирәм муку, – тип ҡабатлай бала. – Әсәй, ә мука нәмә була, мин урыҫса аңламайым, һин мине башҡортса өйрәт. Юғиһә, беҙҙең башҡорт бәлеше урынына урыҫ пирогы килеп сығыуы мөмкин.
Шунда ғына Мөшәрәфә ҡыҙының үҙенән көлөүен аңлап алды. Әй, бала, бала.
– Мә һиңә сковородка.
– Әсәй, нәмә ул сковородка?
– Скоро... Ну, ни инде, тиҙ нитәң инде, тиҙ ниткес.
– Таба, – тип ҡатынына ярҙамға килде Фазылхан. – Ҡыҙыҡ, нилектән әле һин кинәт башҡортсаға күсеп киттең, мәктәптә бер-бер хәл булмағандыр бит? – тип һорау бирҙе ул ҡыҙына.
– Булды шул. Башҡорт теленән яңы уҡытыусы килде. Ул өйҙә тик туған телегеҙҙә һөйләшегеҙ, урыҫлашкан ата-әсәләрегеҙҙе оятҡа ҡалдырығыҙ, тине.
Ир менән ҡатын бер-береһенә ҡарап баш сайҡаны. Һүҙ тапманылар. Улар ысынында ла, ныҡ оятҡа ҡалған ине.
Заһит МӨРСИЕВ.