+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
15 Март , 13:20

“БИР, УЛАЙҺА!..”

– Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, Тайфур ағай мәрхүм һүҙҙәре менән әйткәндә, журналдың был һаны шәп сыҡҡан булырға тейеш. Шуға, өҫтәп, тағын бер ыштукты бүләк итәйемме? – Әллә, ҡағыҙ ни былай ҙа күп инде ул, – тине Факил ағай йылмайып. Ҡәҙерле генә бер данамды кире урынына һалдым да, ҡунағым эргәһенә килдем. Бер аҙҙан мэтр ағайым, яңы һанды ҡараштырған ыңғайға, үҙенең исеме яҙылған юморесканы күреп ҡалды. Һәм...

“БИР, УЛАЙҺА!..”
“БИР, УЛАЙҺА!..”

Бөгөн редакцияға билдәле журналист, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Һәнәк” журналдарында, “Башҡортостан” гәзитендә оҙаҡ йылдар эшләгән егәрле, үткер ҡәләмле публицист, прозаик Факил ағай Мырҙаҡаев килеп керҙе. Ҡулында ҙур ғына ҡапсығы ла бар. Һуңғы һанда, 3-сөлә, уны кисә нәшер иттеләр, Факил Мырҙаҡаевтың үҙе килтергән “Тағы һөйләшербеҙ әле” тип исемләнгән ҙур ғына юморескаһы сыҡты. Мин:

– Факил ағай, ҡанағыҙ әле, үҙегеҙгә өр-яңы һанды бирәйем, – тип шкафтан бер дана сығарып бирҙем һәм өҫтәп ҡуйҙым, – Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, Тайфур ағай мәрхүм һүҙҙәре менән әйткәндә, журналдың был һаны шәп сыҡҡан булырға тейеш. Шуға, өҫтәп, тағын бер ыштукты бүләк итәйемме?

– Әллә, ҡағыҙ ни былай ҙа күп инде ул, – тине Факил ағай йылмайып.

Ҡәҙерле генә бер данамды кире урынына һалдым да, ҡунағым эргәһенә килдем. Бер аҙҙан мэтр ағайым, яңы һанды ҡараштырған ыңғайға, үҙенең исеме яҙылған юморесканы күреп ҡалды. Һәм үҙенә генә хас тыйнаҡлыҡ менән:

– Ә, биргәнһең бит, ҡустым, әйҙә, баяғы, журналыңды ла бир улайһа, – тине.

Оло йәштәге яҙыусылар, журналистар араһында Факил ағай һымаҡ йор һүҙле, үткер ҡәләмле булыуына өҫтәп, тыйнаҡ, аҙ һүҙле кешеләр бик әҙ. Кемгә барып төртөлһәң дә, йә күп һөйләй, йә йышылып, әрһеҙләшеп бөткән. Факил ағай ҡалғандарҙан нисектер айырылыбыраҡ тора, минеңсә.

Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: