+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
18 Март , 16:00

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

РӘСӘЙҘӘ Балтик буйы илдәре Рәсәй етәкселегенең һәр аҙымын тәнҡит утына тотһа ла, был хәл үҙ-ара сауҙаға ҡамасауламай. Мәҫәлән, Латвия былтыр беҙҙең илгә 250 миллион долларлыҡ виски һатҡан, был иһә Рәсәйгә индерелгән ошо төр продукцияның 73 проценты тигән һүҙ. Икенсе урында – Литва, Бөйөк Британия, Франциянан да байтаҡ партиялар килә. Рәсәйҙе көс менән еңеп булмай, иҫертеп еңергә кәрәк, тип уйлай, ахыры, капиталистар.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

БАШҠОРТОСТАНДА

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғәҙәти булмаған яңылыҡ еткерҙе. Баҡһаң, теш алдырыуҙың зыяны ла байтаҡ икән. Нерв системаһы, ашҡаҙан-эсәк тракты, баш мейеһе эшмәкәрлегендә үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Ғөмүмән, теш табибына йөрөү зыянлы. Ауыҙыңды асып өлгөрмәйһең, бер айлыҡ эш хаҡың “йылп” итеп кенә ҡала. Министр ҙа табипҡа барып, һау тешен һурҙырып ҡайтҡандыр, буғай.

ДОНЪЯЛА

Хаҡтар артыуы менән бө­гөн бер кемде лә аптыратып булмай. Банандың ба­­­наны ике-өс тапҡырға ҡыйбатыраҡҡа төшә хәҙер. Рәсәйҙә һатылған был тәм­ле­кәстәрҙең 98 проценты самаһы Эквадор өлөшөнә тура килә. Көньяҡ Америкала урынлашҡан ике Баш­ҡортостан тиклем генә илдә элекке СССР-ҙан, Рәсәйҙән алынған хәрби техника күп икән. Бына шул техниканы Эквадор АҠШ-ҡа һатырға булған. Тимәк, тиҙҙән улар­ҙың Украинаға барып етеүе ихтимал.
Осраҡлы хәлме, юҡмы, тап ошо мәлдә Рәсәйҙең контроль органдары Эквадор банандарында кеше һаулы­ғы өсөн зарарлы бактериялар таба һәм уларҙы илгә индереүҙе тыя. Шуға күрә банандың хаҡы ҡырҡа арта ла инде. Эквадор эшҡыуар­ҙары иһә үҙҙәренең төп экспорт тауарын ҡайҙа итер­гә белмәй аптырай, күп­­тәр бөлгөн­лөк­кә төшә. Эшҡыуарҙарҙың баҫымы аҫтында Эквадор хөкүмәте АҠШ-ҡа техника һатыу ниә­тенән баш тарта. Рәсәйҙең контроль органдары быға яуап итеп Эквадор банан­дарының... ашарға яраҡлы, сифаты һәйбәт икәнлеген асыҡлай.
Байтаҡ йылдар элек контроль органдары Грузия ме­нән Молдованан шарап ин­дереүҙе тыйғайны. “Улар­ҙың шарабы ҡойма буярға ла эшкинмәй”, тигән һығым­та яһағайны Рәсәйҙең элек­ке баш санитар врачы Ген­надий Онищенко. Илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр бер аҙ көйләнгәс, ғәжәп – шараптың сифаты ла яҡ­шыр­­ҙы. Шулай итеп, әгәр тауарың үтемле булһын ти­һәң, Рәсәйгә ҡаршы хаслыҡ ҡылма. Эквадор хөкүмәте быны хәҙер яҡшы аңлай.

Марат ӘМИНЕВ.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: