Тараҡан ботондай шрифттар тип тә борсолмайһың, бармаҡ менән шылдырҙыңмы, бар яҙыуҙар ҙурая, – тип теҙеп һалды.
– Һуң, ҡуллана белмәйем дәһә, – тип аптырап ҡалдым.
– Һи, ул ғына! – барыһы ла аҡланып маташыуыма ҡул һелтәп кенә ҡуйҙылар. – Хәҙер әүҙем ҡулланыусыға әйләндерәбеҙ һине. Төшөнөп алһаң, бер ҡыйынлығы юҡ уның.
Ейәнем миңә ентекләп был төймәһеҙ электрониканы энәһенән ебенә тиклеп өйрәтеп бирҙе, яҙып, инструкция ла биреп ҡалдырҙы. Хәҙер ултырып яңы технологияларҙы үҙләштерергә була.
Күрсе, булдырҙым даһа, алдымда – яңылыҡтар таҫмаһы. Ҡарап ҡарайыҡ, донъяла ниҙәр бар? Уҡыйым:
«Бөгөн – ҡарғаларҙы һанау көнө».
Ниндәй генә дата-байрамдар юҡ бөгөн?! Иҫең китерлек! Ҡоймаҡ көнө, Алкоголиктар көнө, Йоҡо көнө, Селедка көнө, Ерән сәслеләр көнө булһынмы ул... Дауам итһәң, тештәрең ҡойолоп төшкәнсе һанап бөтмәҫһең. Нисек был хаҡта белмәй, бик тә мөһим көндәрҙе билдәләмәй, байрам итмәй ҡартайғанбыҙҙыр инде? Ярай, булһын да, ти, артабан уҡыйым.
«Был көндә иғтибарлы, йыйнаҡ булырға, иң мөһиме, ҡарғаларға теймәҫкә кәрәк».
Шул да булдымы яңылыҡ?! Кемгә кәрәк ул? Икенсеһенә баҫам.
«Республиканың иң популяр йырсыһы Элвин Яндырай үҙенең игеҙәген осратҡан! Эксклюзив яңылыҡ! Ҡарамай үтмәгеҙ!»
Һы, быныһы нимә тигән хәбәр? Ҡарап ҡарайыҡ һуң.
«Һин дә мин йәшәп ятҡан Элвин Яндырай игеҙәгенә тап булыуын белдерҙе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Берҙән-бер көндө әртис, баҡтиһәң, көҙгөгә ҡараған...»
Эйе шул, был хаҡта белеү беҙҙең өсөн бик мөһим. Мәғлүмәт өсөн ҙур рәхмәт. Экрандан бармаҡты өҫкә үткәрәм.
«Шок! Был яңылыҡ республика халҡын тетрәтте! Киләһе яҙмала уҡығыҙ».
Тәк-тәк.
«Архангел ауылында йәшәүсе ир йәшерен рәүештә күршеһенең өйөнә инеп, уның телефоны менән файҙаланып йөрөгән».
Тфү! Яҙманың атамаһынан ҡарағанда бер хәбәр, ә эстәлеге буйынса бөтөнләй башҡаса. Тәү ҡарамаҡҡа мөһим һымаҡ, уҡый башлаһаң, ваҡ-төйәк, буш нәмә, буш ҡыуыҡ. Башты бутайҙар!
«Яңы закон үҙ көсөнә инде. Әйтмәнеләр, тимәгеҙ: был барыһына ла ҡағыла».
Ниһайәт, аҡылы камил булған авторҙан яңылыҡ. Әлбиттә, яңы закон менән танышыу зарур.
«Ҡороған ағастар «ағас материалдары» категорияһынан сығарыла һәм закон ҡабул ителгәндән алып ағас булмаған ресурстарға ҡарай. Уны урмандан бушлай йыйып алып сығырға мөмкин була».
Төкөрөгөмә сәсәй яҙҙым. Ысынлап та, үтә лә мөһим яңылыҡ! Был хаҡта белмәй артабан нисек йәшәмәк кәрәк?
«Макрондың ҡатыны элек ир булғанмы? Америка журналисының фаш итеүҙәре»; «Ябығырға теләүселәр өсөн ризыҡ. Уны төнөн дә ашарға ярай»; «Йомортҡаға хаҡтар ни өсөн арта? Белгестәр серҙе аса»; «Сахалинда һуҡыр инвалидҡа страховка фонды чиновниктары телевизор бүләк итте»; «Ҡытайҙа ҡатын урамда бала тапҡандан һуң артабан магазинға йүнәлгән».
Ыстырам! Күҙлегемде сисеп, өҫтәлгә һалам. Бөгөнгө көн яңылыҡтары... Һабын күбеге. Уҡығас та онотола.
Бына беҙҙең заманда була торғайны яңылыҡтар: Әй йылғаһында күпер төҙөлөп бөттө, фәлән ауылда мәктәп асылды, космосҡа яңы юлдаш сығарылды, бөтә ил уҡытыусылары слёты уҙҙы... Уҡығандан һуң яҡшы кәйефтә, ғорурлыҡ кисереп, дәртләнеп эшеңә тотонаһың.
Ә хәҙер нимә тураһында һүҙ сурыталар? Ҡайһы әртис башҡаларҙан айырылып тороу өсөн концертҡа ниндәй ыштан кейеп сыҡҡан йә иһә кеймәй сыҡҡан. Фәлән ҡалала ҡатын элекке ирен фашларға теләп, уға фәхишәләр ебәреп ятҡан. Өфөлә ҡотҡарыусылар һигеҙенсе ҡаттан тәҙрә аша төшөргә теләгән ирҙе ҡотҡарған. Бер сәғәттән һуң ир ҡабат етенсе ҡат тирәһендә бауҙа эленеп торған... Бер йүнлеһе юҡ. Күңелде ҡара һөрөм баҫып ала. Бындай яңылыҡтарҙы уҡыуыңдан уҡымағаның яҡшы.
Кит, ошондай йәшәү рәүешенә, фекерләү ҡеүәһенә килтереп терәттеме замана технологиялары?! Тумбаның иң аҫҡы кәштәһенә тығып ҡуйҙым пеләншетте. Балалар килгәндә, сығарып күренгән урынға һалырмын әле.
Өҫтөмә курткамды эләктерҙем дә, кеҫәне ҡапшап ҡарағас, гәзит алырға сығып киттем.
Фәиз ХАРРАСОВ.