Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: реформаларға яуаплы итеп тәғәйенләнгән ҡайһы бер етәкселәр бурыстарын үҙҙәренсә аңлай ҙа ҡуя – күҙенә аҡ-ҡара күренмәй урлашырға ғына белә.
Былтыр ил буйынса коррупцияла ғәйепләнгән ун меңдән ашыу төрлө кимәлдәге етәксегә, шулай уҡ депутаттарға, прокурорҙарға, судьяларға енәйәт эше асылған. Уларҙың күбеһе ҙур суммаларҙа ришүәт алыуҙа ғәйепләнә, ти Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин. Ҡыҙыҡ, улар урлашмаһын өсөн эш хаҡтары күпме булырға тейеш икән? Бахырҙар, ярты миллион һум (Дәүләт Думаһы депутатының айлыҡ эш хаҡы) ғына ала бит улар. Был аҡсаға нисек йәшәргә мөмкин?
ДОНЪЯЛА
Исландиялағы Рейкьянес ярымутрауында 800 йыл “йоҡлап ятҡан” вулкан уянған. Гриндавик ҡалаһында йәшәүсе халыҡ башҡа төбәктәргә күсенә, ҡала властары теләүселәрҙән баҙар хаҡына йорттарын һатып ала – вулкандың ҡаланы тотошлай юҡ итеүе лә ихтимал.
Һуңғы айҙа ғына Японияла, Эквадорҙа, шулай уҡ Рәсәйҙә Сахалин өлкәһендә вулкандар “уянған”. Һуңғы осорҙа төрлө илдәрҙә барған һуғыштар, кешенең тәбиғәткә иҫ киткес зыян килтереүе, урмандарҙы ҡырыуы Ер-Әсәнең асыуын ҡабартмаймы икән?
БАШҠОРТОСТАНДА
Һүҙҙе көләмәстән башлайыҡ. Йәше-ҡарты “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамына йыйылған. Байрамдың иң ҡыҙған сағында бер нисә кешенең хәле хөртәйгән. Берәүҙәр башын, икенселәр йөрәген тотоп хәлһеҙләнеп ята, берҙән-бер фельдшер, ни ҡылырға белмәй, йүгергеләп йөрөй.
Шунда бер аҡыллыһы ҡысҡырып ебәрә:
– Был ҡунаҡтар Салауат ҡалаһынан килгән бит. Беҙҙең һулап туйғыһыҙ саф һауа килешмәй уларға! Машиналарығыҙҙы тоҡандырығыҙ ҙа, газ еҫкәтегеҙ, хәҙер терелеп китерҙәр!
Шулай итәләр ҙә. Ғәжәп, ауырыуҙар йәһәт аяҡҡа баҫа, бер ни булмағандай байрамды дауам итәләр.
Көләмәстәр тормош ерлегендә тыуа. Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары халҡы йәнә тын алғыһыҙ еҫкә зарлана. Рәсәйҙең тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин хәлде үҙ контроленә алды һәм ғәйеплеләрҙе асыҡларға ҡушты. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы иһә март айының ҡайһы бер көндәрендә бензол, сероводород һәм ксилол кеүек ағыулы матдәләр буйынса күрһәткестәр норманан байтаҡҡа күберәк булыуын теркәгән. Быныһы инде көләмәс кенә түгел.