-Зәкирйән ағай, һеҙ байтаҡ йылдар прокуратура органдарында эшләнегеҙ. Был орган менән шаярырға һис ярамай бит, юғиһә тейешле статьяһын тиҙ табырҙар (!). Ғөмүмән, унда эшләгән йылдарҙы һағынып хәтергә алаһығыҙмы?
– Прокуратура – дәүләт закондарының теүәл үтәлеше һағында тороусы орган. Уны язаға тарттырыусы орган тип кенә ҡабул итеү һис тә дөрөҫ түгел. Даими рәүештә граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡларға тура килә.
Район прокуроры булып эшләгән ваҡыт. Бер мәл район етәксеһе шылтырата, һинең менән яҡындағы ауылға барып, бер эшлекһеҙҙе аҡылға ултыртайыҡ әле, ти был. Киттек. Баҡһаң, бер тракторист, тамаҡ ялғар өсөн, техникаһы менән баҫыуҙан өйөнә ҡайтҡан булған. “Уттай ҡыҙыу ваҡытта, иген сәсеү урынына өйөңдә һуйлайып ятаһың, прокурор иптәш, һыйырын тартып ал уның, бәлки, аҡылына ултырыр”, – тип туҙына етәксе.
Мин хәлдең айышына төшөнөргә тырышам. Иҫке генә йорт, береһенән-береһе бәләкәй балалар ҡурҡышып тора, тракторсы ғәйепле төҫ менән башын эйгән. Асыҡланыуынса, ул төнө буйы тракторында ер һөргән, ашарға килтерергә тейешле кешеһе йоҡлап ҡалған. Шуға күрә яҡындағы баҫыуҙан өйөнә ҡайтырға мәжбүр булған.
Мәйтәм, һыйырҙы тартып алыу бер ниндәй законға һыймай, бында эш кешеһенә тейешле шарттар тыуҙырыу хаҡында һүҙ алып барырға кәрәк. Прокурор ана шундай вазифалы кешеләрҙән ябай кешене яҡларға тейеш тә инде.
– Халыҡта, башта ғәҙеллек эҙләйһең, һуңынан эш эҙләйһең, тигән тапҡыр әйтем бар. Ябай халыҡҡа дөрөҫлөктө табыу бер ҡасан да еңел бирелмәгәндер.
– Дөрөҫлөк тигәндән үҙем менән булған ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө. Совет осоро ине әле, прокуратуранан Аҡ йортҡа бер документты алып барып тапшырыуымды һоранылар. Кабинеттар буйлап теге вазифалы кешене эҙләйем, нишләптер, исем-шәрифтәре ишек тышына яҙып ҡуйылмаған.
– Һеҙ нәмә эҙләйһегеҙ? – тип дорфа ғына һораны бер кабинет хужаһы, ишеген асып ҡарағас.
Минең йәш ваҡыт, тел тик тормай:
– Дөрөҫлөк эҙләйем, – тип әйт тә һал.
Тегенең йөҙө ҡарайып китте, ниндәй дөрөҫлөк, һеҙ нимә, тип миңә бәйләнә башланы. Эш урынына барғас, етәксем саҡыртып алды, уға ла еткергәндәр минең һүҙҙе.
Ул, шаяртыуҙы аңлай торған кеше ине, тапҡанһың дөрөҫлөк эҙләй торған урынды, тип кенә ҡуйҙы.
Нисек кенә булмаһын, һәр кем үҙ хоҡуҡтарын яҡларға өйрәнергә тейеш. Мине бөгөн айырыуса ергә бәйле мәсьәләләр борсой. Капиталистик илдәрҙәге кеүек, һәр ерҙең үҙ хужаһы буласаҡ, шуға күрә был мәсьәләгә битараф йәшәргә ярамай. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, XVIII быуатта башҡорт ерҙәрен батшаға яҡын байҙар бүлешеп алып бөткән. Йәшел туғайҙарҙың, ата-бабаларыбыҙҙы ашатҡан урмандарыбыҙҙың ситтән килгән байҙар милкенә әүерелеүен көтөп ятмайыҡ, шул уҡ сабынлыҡтарҙан башлап урындағы халыҡ файҙаланған башҡа ерҙәрҙе үҙ милкебеҙ итергә ашығайыҡ. Быныһы инде һис тә шаяртыу түгел.
М. МӨХӘМӘТОВ әңгәмәләште.