+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
29 Май , 11:00

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Башҡортостанда Йыл һайын яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас та, һабантуйҙар уҙғарыла. Күптән килгән матур ғәҙәт буйынса унда хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү ойошторола, матур концерт номерҙары ҡуйыла, спорт ярыштарын тамаша ҡылып йөрөргә мөмкинлек тыуа.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Заман башҡа – заң башҡа. Хәҙерге һабантуйҙар ҙа совет заманындағыларҙан айырыла. Элек улар һәр хужалыҡта ойошторола ине, ә хәҙер район үҙәгенә барып етеү өсөн төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә илле-алтмыш саҡрым юл үтергә кәрәк. Барып етерһең дә, тик элекке кеүек үҙ хужа­лығыңдан килгән тирмәләрҙә тамаҡ туйҙырып сығыу бәхете һәр кемгә эләкмәй. Эҫе көндә сәй эсеп сығам тимә: башта махсус комиссияның баһалауын, һуңынан саҡы­рылған ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың һыйланыуын сабыр ғына көтөп йөрөргә мәжбүрһең – уларҙан алда тирмәгә яҡын да юлатмайҙар. Ихласлыҡ әҙерәк, “күҙ буяу” күберәк хәҙер.

Рәсәйҙә

Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары Тимур Ивановты 1 миллиард һумдан ашыу ришүәт алыуҙа ғәйепләйҙәр. Мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ҡатыны яхталарҙа һәм курорттарҙа типтереүгә миллиондар сарыф итә, ҡыҙы ла унан ҡалышмай, өҫтәүенә, махсус хәрби операцияны ҡаты тәнҡитләй, ә үгәй улы, МХО башланырға бер нисә көн ҡалғас, Лондонға ҡаса.
Шулай итеп, пенсионерҙар һәм бюджет хеҙмәткәрҙәре һумлап-тинләп аҡса йыйып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға оҙата, ә Тимур һәм уның командаһы бында шикле эштәр менән булыша. Тап Тимур Иванов оборона министрлығында төҙөлөш, мөлкәт менән идара итеү, хәрби заказдарҙың үтәлеше өсөн яуап бирә. Армияла хәрби припастар, ҡорал етмәй тип зарланһалар ҙа аптырарға түгел. Власта ошондай “дуҫтар” булғанда дошманың да кәрәкмәй.

Донъяла

Донъяла электромобилдәр һаны ҡырҡа арта. Белгестәр фекеренсә, былтыр ошондай 14 миллион машина һатылһа, быйыл был һан 17 миллиондан ашып китер тип көтөлә. Бөгөн конвейерҙан сыҡҡан һәр бишенсе “арба” – электромобиль. Улар айырыуса Ҡытайҙа күпләп сығарыла. Ә Рәсәйҙә бындай автомашиналар әлегә бик әҙ – бер процентҡа ла етмәй. Дөрөҫ, кемдер ҡыйбат хаҡҡа бензин һатып алып йөрөргә тейештер бит.

Марат ӘМИНЕВ.

Автор:
Читайте нас: