өркөмдән бер миҫал:
“Вахтаға менән эшкә барырға теләйем. Ҡайҙа урынлашырға кәңәш итер инегеҙ? Ҡайҙа аҡсаһын алдамай яҡшы итеп түләйҙәр? Мин – ҡатын-ҡыҙ, юғары белемлемен”, – тип бер аноним һораған. Ябай һәм аңлашылып торған һорау, тик яуап яҙыусыларға улай тойолмай.
Яуаптар:
“Белемең булһасы? Унда һине һөнәр буйынса бер кем алмай! Ниндәй эш табаһың, шунда бараһың да эшләйһең!”
“Эре яҙалар, шунда уҡ көрәп аҡса алыррға уйлайҙар! Әҙерләп ҡуйған. Башта мороноңдо тығып, эшләп ҡара, шунан яйлап күтәрелерһең, хәлеңдән килһә!”
“Ҡыҙыҡ ҡына кешеләр! Ниндәй белем һеҙҙә? Ниндәй тәжрибә? Шуларҙы яҙмай, сыразу һәйбәт түләнгән эш эҙләйҙәр!”
“Йүнле ҡатындар ире менән өйҙә йәшәй, тамаҡ бешерә, балаларын тәрбиәләй... Тфү, замана бисәләре!”
“Рәхәт тиһегеҙме шул себерҙә? Өйҙә ултырығыҙ, ирегеҙ барып эшләһен!”
Халыҡ әллә кәңәштәрен йәлләй инде? Әллә инде кешеләрҙе вахтаға ебәрмәү буйынса дәүләт программаһы шулай эшләйме? Ултыр инде уйланып, кемдән кәңәш һорарға белмәй, аптыранып...
З. Мусина.