Башҡаса штраф түләге килмәй, бәләнән баш-аяҡ,тип, машинаны йорт янында йыуыуҙан туҡтаным. Ә бер көндә ГАИ хеҙмәткәре туҡтатты ла, хатта номерҙарың күренмәй, машинанаң бысраҡ тип, йәнә штраф сәпәне.
Машина үтә ҡыйбатҡа төшә башланы. Ай-һайын биш-алты мең һумға бензинын һатып ал, шул тиклем үк запчаскә, штрафтарға китә. Әллә велосипедҡа күсергәме? Яғыулығы ла кәрәкмәй, һаулыҡҡа ла файҙалы. Тик бына дәүләт бюджетын йәлләйем. Рәсәйҙә 45 миллион, Башҡортостанда 2 миллионға яҡын автомашина бар тиҙәр. Әгәр уларҙың хужалары тимер аттарын күпләп һата башлаһа, ҡаҙнаны нисек тултырырҙар? Велосипедта йөрөүсе – енәйәтсе ул, уны һауып булмай. Бына ҡайҙа мәсьәлә!
Рәсәйҙә
Ҙур вазифа биләгән чиновниктарҙың балалары һәм яҡындары ла күп яҡлы таланттары менән һоҡландыра. Әйтәйек, ҡасандыр Мәскәү мэры булған Юрий Лужковтың ҡатыны Елена күҙ асып йомған арала илдең иң бай ҡатын-ҡыҙы булыуға өлгәшкәйне. Ҡатынымдың эшҡыуар булараҡ таланты һоҡландыра мине, ти торғайны Лужков. Тик иренең юғары вазифанан китеүе булды, Елена Батуринаның таланты ла әллә ҡайҙа булды – байлығы тиҙ арала бүҫкәрҙе.
Чиновниктарҙың бөгөнгө быуыны ла үтә талантлы балалар үҫтерә. Элекке оборона министры Сергей Ивановтың улы 25 йәшендә ҙур ғына банкының вице-президенты була, әле иһә алмаз сығарыу буйынса донъяла тиңе булмаған “Алроса” компанияһына етәкселек итә. Элекке премьер-министр Сергей Кириенконың улы – “Ростелеком” етәкселәренең береһе. Заманында власть структураларында иң юғары вазифалар биләгән Николай Патрушевтың улы ауыл хужалығы министры булды, хәҙер иһә вице-премьер итеп үрләтелде, икенсе улы Андрей газ компанияһын етәкләй. Эйе, ҙур етәкселәр араһында чиновниктарҙың балалары әҙ түгел. Һуңғы осорҙа иһә төбәктәрҙә егерме йәшлек министрҙар ҙа күренә башланы. Ирекһеҙҙән боронғо көләмәс хәтергә төшә.
– Атай, мин полковник буламмы? – тип һорай улы.
– Әлбиттә!
– Генерал да буламмы!
– Юҡ, мин полковник ҡына бит, ә генералдың үҙ балалары үҫә!
Донъяла
Германияның Дармштадт ҡалаһында йәшәүсе 80 йәшлек ир йыш ҡына аҙыҡты сүп һауыттарынан табып ашай, шул уҡ ваҡытта ун йорто бар һәм уларҙы арендаға биреп байтаҡ аҡса эшләй. Уның хатта телефоны юҡ, әммә ноутбук һатып алған һәм буш ваҡытында Интернеттан бизнес-лекциялар тыңлай.
– Мин бик һаҡсыл кеше, – тип һөйләй ул. – Аҡсаны бөтөнләй тип әйтерлек тотонмайым, туплайым ғына. Йорттарыма ла үҙем ремонт яһайым.
Донъялағы иң һаран миллионер әллә үҙен үлемһеҙ тип уйлай, әллә инде беҙҙең фантазия етмәҫлек аҡыл эйәһе! Һаҡсыллыҡ бына ниндәй байлыҡ тупларға ярҙам итә... Германияла.
Марат ӘМИНЕВ.