-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
22 Июнь , 12:00

Ир табыуы ҡыйын

Кире ҡайтҡан икәнең дә, еңгәй, – тине ҡәйнеше, – етмәһә, балауыҙ ҙа һығаһың.– Кит, ниндәй Баныуҙы һығайым, ти, – тип яуапланы уға еңгәһе, – ауыл буйлап ғәйбәт йыйып йөрөмәһәң. Кеше бит ул уйлап сығарып һөй­ләргә әҙер генә тора. Ғүмерҙә лә Баныу тигән кеше менән таныш булғаным юҡ.– Ней, күҙ йәше түгәһең, тием бит.

Ир табыуы ҡыйын
Ир табыуы ҡыйын

– Йәште түгергә ул минең күҙемдә биҙрәләп тип белә­һең­ме әллә? Тамсылап ҡына сы­ға бит ул, һарҡып ҡына. Әйтерһең, йәшем түгел, йөрәгемдән ҡан шулай тамсылап тама.
– Әттәгенәһе, ни өсөн илайһың һуң?
– Һағышҡа түҙә алмайым, ҡәйнеш. Һағышҡа. Ағайыңды әйтәм, күпме маташты күңелемә асҡыс яратырға, күп­ме тырышты! Мин үҙем дә бел­мә­гәнмен бит...
– Ә-ә-ә, всү тәки ағайға йөрәгең ятҡан булған...
– Нимә тиең шул, ҡәйнеш? Ағаң йөрәге менән ятҡан, тиһеңме? Ҡайһы балниста? Инсультмы? Инфарктмы?
– Әй, әттәгенәһе, яратмайым, тип ҡайтып киткән булһаң да, һөйәһең, тимәк. Ағай менән вис һәйбәтме икәнен белмәйем. Ул бит үҙенә яңы кәләш табырға ҡалаға сығып китте. Шуға һиңә лә уның артынан юл тотор кәрәк, йәки мине тот!
– Нимәһен, әй нимәне тоторға тиең шул, ҡәйнеш?
– Ҡалаға барырға, ағайҙы табырға, покаға башҡаны кәләш итеп алмаҫ борон.
– Адресын белмәйеңме, ҡәйнеш?
– Белмәйем шул. Күптән инде бәй­ләнешкә сыҡҡаны юҡ.
– Ярай, йүгерҙем атыу тоторға, ҡәйнеш.
Полиция участогында әңгәмә:
– Һаумы, ҡустым, миңә бер кешене табырға ине. Юғалды ул.
– Юғалғанына 3 көн үттеме?
– Юҡ.
– 3 көн үткәс, килерһегеҙ.
– Ҡустым, 3 көн түгел, күберәк, тип әйтмәксе инем.
– Ғариза яҙығыҙ, Өйөгөҙгә ҡайтығыҙ. Табылғас, хәбәр итербеҙ.
– Һуң уны бит миңә бөгөн табыр кәрәк. Ни Эшләргә? Ҡара­ле, ҡустым, мына мәйтәм, ҡалай биге­рәк һылыуһың ул. Бына половникка һал да йот инде. Ул ҡыйылып киткән ҡаштарың точно яңы һалын­ған асфальт кеүек ҡап-ҡара. Күҙҙәрең шыршыға эленгән мишура шикелле йылтырап ҡына торалар. Ирендәрең... ә ирендәрең бе­шер-бешмәҫ көйө урмандан йыйып алып, һатыуға сығарылған еләктәр һымаҡ инде бына. Һиндәге төп-төҙ кәүҙә берәүҙә лә юҡтыр ул, хатта ҡойма бағанаһы ла был тиктем төҙ булмаҫ, валлаһи. Ярай, ҡыҙарма инде, хотя ҡыҙарһаң тағы ла һы­лы­у­лана төшәһең, һинән күҙҙе генә түгел, башты ла айырып булмай....
– Туҡтағыҙ, апай, ярай, беләм мин уның ҡайҙалығын. Һеҙҙең ирегеҙҙе ҡалалағы мәйхана алдында күргән­дәр...
Шулай итеп, ҡәйнеш кешенең еңгәһе ағаһын, йәғни мәҫәлән үҙенең элекке ирен табып, ҡултыҡлап алып ҡайтып китә. Бөгөнгө ваҡытта ир табыуы ауыр мәсьәлә. Нимәһен йәше­реп торорға. Эйе, эш табыуы нисек ҡыйын, ирҙе лә шулай.

Дилә СӘЛИХОВА.

Автор:
Читайте нас: