Иренең даими эше булмай, етмәһә, эсергә әүәҫ. Табиптарҙың ҡаршы төшөүе арҡаһында ғына донъяға Криштиану Роналду исемле малай донъяға килә. Ғаилә аслы-туҡлы көн итә, Мария иртәнән кискә тиклем өйгә ҡайтып кермәй байҙарға хеҙмәт итә.
“Мин үҫкәс, һин бер көн дә эшләмәйәсәкһең!” – ти бер көн үҫмер малай, әсәһенең ауыр эштән ярғыланып бөткән ҡулдарын тотоп.
Тап шулай була ла. Тәбиғи талантынан бигерәк тырышлығы менән алдырған егет шәп футболсы булып китә һәм һүҙендә тора. Әсәһенә ҙур матур йорт һатып алып биреп, уға иркен тормош алып барыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырған мәлдә Криштиану егермеһе лә тулмаған егет була.
Донъялағы иң популяр уйын ул – футбол. Кешегә икмәк һәм тамаша кәрәк, тип бик дөрөҫ әйтәләр. Бай клубтар араһында иң шәп футболсыларҙы үҙҙәренә йәлеп итеү өсөн көсөргәнешле көрәш бара. Шул уҡ Криштиану Роналду бер йыл эсендә 200 миллион евронан ашыу аҡса эшләй, тиҙәр. Популяр социаль селтәрҙә уның “дуҫтары” 500 миллиондан артҡан – был күрһәткес буйынса ла донъяла уға еткән кеше юҡ.
Был көндәрҙә байтаҡ халыҡ, айырыуса ир-егеттәр, футбол буйынса Европа беренселеген ҡарай. Бөгөнгө көндә аҙағы билдәле булмаған, ҡыҙыҡлы йәнә ниндәй тамаша бар? Сәйәсәтме? Һы, һайлауҙар булмаҫ борон еңеүсеһе билдәле. Ә бында шул уҡ Криштиану Роналду һәм башҡа оҫталарҙың уйынынан кинәнес алырға мөмкин.
Баҡһаң, Рәсәй иң күп аборттар эшләнгән илдәр иҫәбендә икән. Әйтәм, беҙҙә йүнле футболсылар юҡ. Уларға тыуырға ла ирек бирмәйҙәр буғай.
РӘСӘЙҘӘ
Июль айынан халыҡты бер күңелле яңылыҡ көтә (гел генә күңелһеҙен ишетергә тимәгән): банкылар аҡса бурҙары урлаған сумманы кире ҡайтарасаҡ икән. Баҡһаң, алдаҡсылар көн һайын төрлө юлдар менән ил халҡының тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә миллион һум аҡсаһына “айыу майы” һөртә. Һәйбәт психологтар был уғрылар, ябай кешеләрҙе генә түгел, хатта юрист, банк хеҙмәткәре кеүек финанс грамотаһы булған белгестәрҙе лә шул тиклем оҫта итеп “кәкере ҡайынға терәп” китәләр, йәғни ыштанһыҙ ҡалдыралар. Таныш булмаған номер яҙылһа, телефонды алыуы ла ҡурҡыныс хәҙер. Үҙең тапҡан аҡсаны үҙең тотоноу ҙа бәхет – әүәлерәк заманда шуны ла аңламағанбыҙ.
БАШҠОРТОСТАНДА
Ҡоролтай депутаттары Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт хеҙмәткәре исемен булдырҙы. Дөрөҫ ҡарар. Артистарҙы, журналистарҙы, уҡытыусыларҙы, төҙөүселәрҙе... генә маҡтаулы исемдәр менән бүләкләргә тимәгән. Район һәм ҡала хакимиәттәрендә көн-төн тимәй ете ҡат тирен түгеп эшләгән хеҙмәткәрҙәр кемдән кәм?
Тик шуныһы ғына уйландыра: хәҙер кемгә төртһәң дә йә атҡаҙанған хеҙмәткәр, йә түше орден-миҙалдарға тулған. Тик арабыҙҙа шул тиклем күп лайыҡлы кешеләр булып та ниңә насар йәшәйбеҙ икән?