Былтыр төшөрөп алдым әле ҡулға шундай бәшмәкте таныштарым аша. Сәйнүк төбөндә артып ҡалған сәйгә тағы ла самауыр һыуы өҫтәп шыйыҡлап бер-ике ҡалаҡ шәкәр һалып болғатам да, һыуынғас, теге бәшмәк торған банкаға өҫтәп барам. Тәүлек тигәндә әсеп сығып тәмле эсемлеккә әйләнә. Банканың ауыҙына марля ябып резинка менән нығыттың да, эш тә бөттө. Нәҡ беҙҙең бала саҡтағы шикелле, әй.
Шулай ҙа бер әтнәкәһе бар. Урамдан йүгереп килеп һыуһап эскән балалар юҡ. Балалар бар, бәшмәк һыуын эскән кеше юҡ, үҙемдән башҡа. Уларҙың ризығы бөтөнләй беҙҙекенән айырыла шул. Улар ашаған нәмәне беҙ ашай алмайбыҙ, беҙҙекен – улар.
Белеүегеҙсә, сәй бәшмәге үҫеүгә һәләтле бит инде, ҡатланып-ҡатланып үҫә был. Ваҡытында айырып алмаһаң, өҫкө ҡатламы төҫөн үҙгәртеп, һоп-һоро булып китә. Оҙағыраҡ ултырһа, өҫтө күберсеп сыға башлай. Иғтибарым етмәй киттеме, бер ҡараһам, ултыра бит күпсеп. Йәһәт кенә һалҡын һыуға ауҙарып тап-таҙа итеп йыуып алдым. Айырылып сыҡҡан өҫкө ҡатламын маҡтап-маҡтап уң яҡ күршемә бирҙем. Бәшмәктең ниндәй ауырыуҙарға шифа икәнен дә интернеттан ҡарай һалып уҡып һөйләйем генә тегегә. Алды.
Бер ай тирәһендә тағы ҡабатланды был хәл. Аптырап торманым, инде тәжрибәм бар, тағы ла оҫтараҡ маҡтап һул күршегә изгелек эшләнем. Әммә ләкин ваҡытты туҡтатып булмай, бәшмәгем дә ваҡыт үтеү менән сүпрәлә үҫкән кеүек үҫә генә. Ҡаршы күршемде лә, туған-тыумасаны ла, дуҫ-иште лә бәшмәкле итеп бөтөрөргә ниәт бар ине лә, тәүге күршеләремдең бәшмәктәре лә таратып биреүгә эшкинеп араға керә башланы. Шулай итеп, сәй бәшмәгенең өҫкә ҡатланып-ҡатланып, айырылып сыҡҡан өлөштәрен ҡайҙа итергә белмәй киттелде бер заман. Ҡатланып сыҡҡан өлөшө эсемлектең тәмен, төҫөн бөтөнләй үҙгәртеп әсеп ҡаҡһып ултыр-маһынмы. Хатта йәмһеҙләнеп киткән. Нишләйһең инде, ахыр сиктә йәл булһа ла, теге өҫкө ҡатламды айырып алып ташларға тура килә. Шунһыҙ өр-яңынан тәмле, самалы әселектәге эсемлекте көтмә лә.
P.S.: Йәмғиәт тә хас сәй бәшмәге кеүек икән ул, әхирәттәр. Үҙенән-үҙе ҡатланып-ҡатланып өҫкә айырылып сыҡҡан бер ҡатлам, дөйөм йәмғиәттең төҫөн, йәмен боҙа башлай. Әсей, ҡаҡһый. Ҡайһы берәүҙәр миллиардлап урлаған аҡса тауҙары шул сәй бәшмәгенең күберсеп сығып торған ҡыуыҡсалары һымаҡ күҙ алдына килә. Күрше илдәр ҙә тулып бөттө шикелле хәҙер улар менән, теге минең сәй бәшмәге таратып биргән күршеләрем кеүек.
Рәшиҙә МАНСУРОВА.