+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
19 Август , 14:25

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Башҡортостанда Өфөнөң 450 йыллығына ар­нал­ған байрам сараларында Юрий Антонов, Олег Газманов, Гарик Сукачев сығыш яһаясаҡ. Юрий Антоновтың килеүе 11 миллион һумға төшә. Ә бына Олег Газмановҡа ни бары 8 миллион 600 мең һум ғына түләй­ҙәр. Ҡыйырһытҡандар “есаулды”, аҡсаны йәлләгәндәр.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Әгәр Олег Газмановтың концерттан һуң сәхнә артында шым ғына илап тороуын күрһәгеҙ – ғәжәплән­мә­геҙ, ғәрлегенән шулай итә ул. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, сәғәт буйы сығыш яһай бит, ә уға ауыҙ асҡан һайын йөҙәр меңләп кенә эләгә!
Бөтә ил, шул иҫәптән Баш­ҡор­тостан халҡы МХО тиҙерәк та­мам­ланыуын теләй, егеттәргә яр­ҙамға тинләп аҡса йыя, ә был әртистәргә бер нәмә лә йәл тү­гел икән. Байрам түгел, хайран был!

Рәсәйҙә

Киң билдәле социаль сел­тәр­ҙәрҙәргә (“Бәйләнештә”, “Теле­грам”) нигеҙ һалыусы Павел Ду­ровтың әйтеүенсә, уның йөҙ­ҙән ашыу балаһы бар. Баҡһаң, ул үҙҙәре бала таба алмаған ғаиләләргә ярҙам итеү йөҙөнән махсус клиника­ларға даими рәүештә “орло­ғон” тапшыра.
Миллиардер һәр өлкәлә лә беренсе булырға ниәтләй, буғай. Тик уға Сыңғыҙ ханға етеүе һис тә еңел булмаясаҡ. Ә уның алты йөҙләп балаһы булған, ти тарихи сығанаҡтар.

Донъяла

Венесуэла ил етәксеһен һайланы. 51 процент тауыш йыйған Николас Мадуро 2031 йылға тиклем йәнә президент вазифаһын башҡара. Илдә бик күптәр һайлау һөҙөмтәләре менән риза түгел, халыҡ урамдарға сыға. Мул нефть ятҡылыҡтары булыуына ҡарамаҫтан, ил иҡтисады мөшкөл хәлдә, 2022 йылда инфляция 200 проценттан ашып киткәйне.
Николас Мадуро – үҙенсәлекле етәксе, ул үҙен тәнҡитләгән Америка миллиардеры Илон Маскты икәүҙән-икәү һуғышырға саҡырҙы, кем хаҡлы икәнлеген ошо юл менән асыҡларға теләй. Президент кешенең йоҙроғо тос булыуы ғына етмәй, ҡайһы бер саҡта башы ла эшләргә тейеш – Мадуроға быны аңлатыусы юҡ, буғай.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: