РӘСӘЙҘӘ
Рәсәй халҡы һуңғы бер йылда ғына ярты миллион самаһына кәмегән. Эшсе көстәр етешмәү ил иҡтисадының ҙур проблемаһы булып тора. Һуңғы осорҙа мигранттарҙы әҙерәк индереү кәрәклеге хаҡында күп һөйләйҙәр. Баҡһаң, Мәскәүҙә һуңғы осорҙа бала тапҡан әсәләрҙең һәр өсөнсөһө мигрант икән. Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалалар һәм улар агломерацияһында сит ил граждандарының балалары күпселекте тәшкил иткән кластар, хатта мәктәптәр барлыҡҡа килгән. Илдәге енәйәттәрҙең дә мигранттар өлөшөнә төшкәне арта бара. Әле Рәсәйгә башлыса Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Әрмәнстан халҡы эшләргә килә. Әммә һуңғы осорҙа уларҙың ағымы бер ни тиклем кәмене. Әйтәйек, үзбәктәрҙең байтаҡ өлөшө Ҡытай, Төнъяҡ Корея, Сауд Ғәрәбстаны кеүек илдәргә юллана – унда күберәк аҡса эшләү мөмкинлеге бар, тиҙәр.
Рәсәйҙә иһә балалар йылдың-йылы тигәндәй әҙерәк тыуа. Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин әйтеүенсә, йәштәрҙе дөрөҫ тәрбиәләмәйбеҙ, улар бала табыу урынына бесәй аҫырай. Әллә инде! Володиндың декларацияһына ярашлы рәүештә, 2022 йылғы килеме 81 миллион һум тирәһе булған, йәғни көнөнә 222 мең самаһы тура килә. Ә ил буйынса берәр, икешәр бала менән өйҙә ултырған бик күп йәш ҡатындар иһә айына... бер тин дә алмай. Ирҙәренең 40-60 мең һум эш хаҡы балалар пособиеһы алырға хоҡуҡ бирмәй, ғаилә ағзалары иҫәбенә бүлһәң, минималь эш хаҡынан күберәк килеп сыға. Ай-һай, эштәр артабан да былай барһа, бала табыусылар түгел, бесәй аҫыраусылар ҙа кәмер, моғайын.
ДОНЪЯЛА
Донъяның әле бер, әле икенсе илендә, “ахырызаман етә” тип белдерәләр. Шарлатандар ғына түгел, ҡайһы бер ғалимдар шаҡ ҡатырғыс факттар килтерә, кешелек донъяһы бына-бына һәләкәткә тарыясаҡ, тип юрай. Ергә метеорит килеп төшәсәк, вулкандар уянасаҡ, ер тетрәйәсәк, күп майҙандарҙы һыу баҫасаҡ, тип ҡурҡыталар.
Хәйер, кешелек күпме йәшәй, бындай хәбәрҙәрҙең дә тынғаны юҡ. Кешеләр, халыҡтар, тотош илдәр барыһына бер планетаға һыймай, бер-береһе менән талаша, һуғыша, ғүмерҙәрен ҡыя, йорттарын, ауыл-ҡалаларын емерә, тәбиғәтте аяуһыҙ бысрата, күберәк аҡса, байлыҡ туплау өсөн бер нәмә алдында ла туҡталып ҡалмай.
Һәр төрлө һәләкәттәр ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн үҙенсәлекле яза түгелме икән? Бер-беребеҙгә кешеләрсә ҡараһаҡ, тормошҡа, тәбиғәткә ҡарашыбыҙҙы үҙгәртһәк, бер ниндәй ҙә ахырзаман етмәҫ кеүек.