-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
21 Октябрь , 13:20

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

БАШҠОРТОСТАНДА Башҡортостандың Статистика идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала уртаса айлыҡ эш хаҡы – 63 мең 822 һум, Өфөлә – 82 мең 994 һум тәшкил итә. Ә бына нефтселәрҙең, ҡаҙылма байлыҡтар сығарыусыларҙың айлыҡ килеме 100 мең һумдан ашыу. Мәғариф өлкәһендә хеҙмәт итеүселәр иһә уртаса 48 мең һум самаһына тир түгә.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Шул уҡ ваҡытта Мәскәүҙә уртаса эш хаҡы 156 мең һум тәшкил итә икән. Хәйер, Мәскәүҙәге хәлдәр беҙгә ҡараңғы, әммә Өфөләге таныш-белештәр араһында 82 мең һум эшләп алыусыларҙы һис тә осратып булманы. Башлыса 20-40 мең һумға тир түгеүселәр менән донъя тулған. Әлбиттә, ҙур түрәләр, эшҡыуарҙар, депутаттар, мэрҙар араһында байҙар күп. Йыллыҡ килеме йөҙәр миллион һум тәшкил иткәндәр ҙә бар улар араһында. Әлбиттә, туҡһан туғыҙ кешенең 30 меңенә бер кешенең 300 миллионын ҡушҡаң, статистика иҫәпләп сығарған һан килеп сығалыр ҙа. Ҡыҙыҡ, әгәр берәү кәбеҫтә кетерләтһә, күршеһе үткәрелгән итте ҡыҙҙырып ашаһа, статистика буйынса икеһе лә голубцы менән һыйлана булып сыға!

РӘСӘЙҘӘ

Баҡһаң, Рәсәйҙең Оборона министрлығында коррупция шул тиклем таралған, бындағы генералдарҙың әле береһен, әле икенсеһен яуапҡа тарттыралар. Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкиндың фекеренсә, был йүнәлештә башҡарылаһы эштәр етерлек әле. РФ Оборона министрының элекке урынбаҫарҙары – Тимур Иванов, Дмитрий Булгаков, Павел Поповтан тыш, тиҫтәләгән хәрбиҙәр – башлыса армияны ҡорал, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән тәьмин итеү, төҙөлөш өсөн яуаплы кешеләр – ҡулға алынған.
Ябай халыҡ һуңғы тинен һалдаттарыбыҙға ярҙамға бирә, ә генералдар миллиардлап урлай. Баҡһаң, сит ил дошмандары менән көрәште ойошторорға тейешле ведомствоның үҙен дошмандарҙан таҙартырға кәрәк икән!

ДОНЪЯЛА

Ҡытайҙа пенсияға сығыу йәшен күтәрергә ҡарар иткәндәр. Быға тиклем ирҙәр – 60, завод-фабрикаларҙа эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар – 50 йәштән, ҡалғандары 55-тән сыҡһа, был һандар, ярашлы рәүештә – 63, 55, 58 йәшкә тиклем күтәрелә. Реформа ун биш йылға һуҙыла, йәғни пенсияға сығыу йәше дүрт ай һайын бер айға өҫтәлеп барасаҡ.
Ҡытай пенсионерҙары коммуналь хеҙмәттәргә, ҡала ашханаларында туҡланыуға, сәйәхәт итеүгә ҙур льготалар менән тәьмин ителә. Өлкән кешеләр бөтә донъя буйлап сәйәхәт итеүҙе күптән ғәҙәт итеп алған. Тап шуға күрә лә 2019 йылда Санкт-Петербургҡа ғына миллионға яҡын ҡытай турисы килгән. Пандемиянан һуң уларҙың һаны йылдан-йыл арта ғына бара.
– Мин дә сәйәхәткә йыш йөрөйөм, быйыл ғына Венецияла, Парижда булдым, – тип Рәсәй пенсионерҙарының намыҫын яҡлай журналыбыҙҙы уҡыусыларҙың береһе.
Баҡһаң, Дүртөйлө районындағы Венеция ауылына ҡоҙаларына, Силәбе өлкәһендәге Париж ауылында йәшәгән бажаһына ҡунаҡҡа барған икән. Венецияла саҡта Ағиҙел ярҙарынан сығып, ауылды һыу баҫҡан – ҡунаҡ булыу аҙнаға һуҙылған да ҡуйған – Италияң ары торһон!

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: