*– “Беҙҙең ойошмала йүнле хеҙмәткәрҙәр юҡ. Магазинға керһәм, Ләйлә оҙон сиратҡа баҫҡан, банкыға һуғылғайным, Рәшит шунда ултыра, машинаны йүнәтергә алып барһам, оҫталар Искәндәрҙең машинаһында соҡона, үҙе лә шунда тапана. Уттай ҡыҙыу эш көнөндә шулай ҡыланалар. Эшләйем, тигән кеше юҡ беҙҙә”. (Һөйләшеүҙән).
*– Балконда һыра эсеп тора инем. Аҫта бер эттең бесәй баҫтырғанын күреп ҡалдым. Бесәй йәл булып китте лә шешәне эткә бәрҙем. Тик уныһы гражданка Б-ның иңбашына эләкте. Ғәйебемде таныйым, башҡаса бесәйҙәрҙе яҡлашмаҫҡа һүҙ бирәм. (Аңлатманан).
*– “Запчастары менән бергә һыйыр һәм велосипед һатыла”. (Иғландан).
*Кавказ эшселәре төҙөгән юлдан Ҡытай машинаһына ултырып үзбәктәр һалған йортома ҡайттым да, Силәбе ононан бешерелгән күмәс менән Татарстанда етештерелгән кефирҙы һелтәп, япон телевизорынан беҙҙең төбәктәге тормоштоң ожмахтағылай шәп булыуы хаҡында тапшырыу ҡарай башланым. (Күҙәтеүҙән).
*Тракторист, комбайнер, “КАМаЗ” водителе йәки агроном ир менән танышам. 50 гектар ерем бар. Фермер ҡатын. (Иғландан).
*“Пенсияны хаҡлы ял тиҙәр. Бигерәк әҙ түләйҙәр, хаҡһыҙ ял, тиһәң, дөрөҫөрәк булыр”. (Һөйләшеүҙән).
Кәкре БӨКРИЕВ.