-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
3 Ноябрь , 18:00

Йөрәк әрней, йөрәк!

Зөһрә ауылына хәҙер ҡунаҡ булып ҡына ҡайта. Егерме йыллап ҡалала йәшәй. Студент булып сығып киткәненән ҡалала тороп ҡалды. Тыуған яҡтарын һағынып-һағынып ҡына ике йылға бер ҡайтып төшә. Был юлы ла ике көнлөк ялын бушҡа үткәрмәйем тип, ауылына юлланды. Яҙғы һауа шәп, урманға һыйынып ҡына ултырған атайсалында рәхәт­ләнеп ял итер.

Йөрәк әрней, йөрәк!
Йөрәк әрней, йөрәк!

Атай нигеҙендә хәҙер ҡустыһы менән килене йәшәй. Тамаҡ һыйлы, эшкә бер кем екмәй – туйғансы йоҡла, аяғың талғансы ауыл урамын ҡыҙҙыр.
Зөһрә шулай итте лә. Ҡунаҡҡа килеп төшөү менән, шишмә һыуын эскем килә тип, килештереп көйәнтә аҫып, шишмә эргәһендәге ҡоҙоҡҡа китте.
Кәртәләнеп, буралып ҡуйылған ҡоҙоҡто күреү менән иҫ-аҡылы китте Зөһрәнең. Элек ҡандай матур ине: буралары һап-һары, йәшелгә буялған кәртәләре тип-тигеҙ... Хәҙер буяуҙар уңған, кәртәләр бер аҙ ҡыйшайған. Зөһрә, күп уйлап тормай, ялт та йолт килеп фотоға төшөрҙө. Видео ла яҙҙырырға онотманы:
– Бына, һағынып ауылыма ҡайттым. Ошо ҡоҙоҡтан һыу эсеп үҫтек. Ул шул хәтле тәмле, шифалы... Ҡоҙоҡ ҡыш көнө лә туңмай! Ҡарағыҙ, хәҙер ҡоҙоғобоҙ ни хәлдә ҡалған? Уны тәрбиәләрлек кешеләр юҡмы ни, ауылдаштар? Ни өсөн шул хәтлем битарафһығыҙ, туғандар? Был күренешкә йөрәгем әрней, – тип иламһыраған тауыш менән төшөрөл-гән видеоны шунда уҡ ауыл чатына ебәрҙе.
Ауыл чаты, ошоно ғына көткәндәй, гөж килде:
– Мин ул ҡоҙоҡтан биш йыл һыу алғаным юҡ. Ана, кемдәр ала, шулар таҙалаһын.
– Һин миңә төрттөрәһеңме? Ул ҡоҙоҡ минең исемгә яҙылғанмы әллә?
– Һинән башҡа, унда йөрөгән кешене күргәнем юҡ!
– Атыу, әйҙә, кәртәләйем дә йоҙаҡ эләм! Раз мин генә йөрөгәс!
– Тыҡырыҡты шулайтып кәртәләп алыуың етмәнеме? Хәҙер ҡоҙоҡҡа ҡулын һуҙа, битһеҙ!
– Ауыл хакимиәте нимәһен ҡарап ята? Был – уның эше!
– Минең башҡа эш юҡмы? Күпме яҙҙым, өмәгә сығайыҡ тип, бер кем килмәне! Һеҙҙән башҡа минең тағы дүрт ауыл бар!
– Мәңге шул – бер кемгә кәрәгебеҙ юҡ! Башлыҡҡа хат яҙырға кәрәк!
– Әйҙәгеҙ, һыу ярына ҡайтҡас, өмәгә сығайыҡ. Кәртәләйек, буяйыҡ, техника табырмын!
– Минең өйөмә һыу үткән, душ бар, улайтып бушҡа бил бөгөп йөрөү замандары үткән.
– Килештермә, бер көн бил бөккәнең булдымы? Ирең елкәһендә ғүмер буйы яттың...
Зөһрә чаттағы һәр хатты иғтибар менән уҡыны. Кәрәк урында яуап та яҙҙы:
– Ярай – мин. Ауылға башҡа кеше килһә оят бит!
– Тыуған еребеҙҙе беҙ һаҡламаһаҡ, кем һаҡлар?
– Түрәләргә ышанып ятырға ярамай!
– Йөрәк әрней, йөрәк!
– Атай, әсәйҙәребеҙ ошо битарафлыҡты күрһә, ни тиер ине?!
Кискә табан чатта ни өсөн бәхәс башланғанын да оноттолар. Һәр кемде етенсе быуынына тиклем тикшергәс, бер-береһен былай ғына һүгә башланылар. Зөһрә туҡтауһыҙ безелдәгән телефонының тауышын һүндерҙе. “Ҡуйсы, иртәгә кире юлға, йоҡларға кәрәк”, – тип уйланы ул.
Ә юлда сағында Зөһрә видеоны социаль селтәргә ҡуйҙы. Башлыҡты, министрлыҡтарҙы, президентты ла билдәләргә онотманы. Тыуған ере өсөн йөрәге әрней шул Зөһрәнең, йөрәге...

А. Сәләхова.

Автор:
Читайте нас: