Ҡаланың төп урамынан кескәй генә ҡупшы сит ил машинаһында йәш кенә ҡыҙ килә. Ул ара-тирә пассажир ултырғысында ятҡан китапҡа күҙ һалғылай. Уҡыуын уҡымай, хәйер, теләге булһа, быныһын да булдырыр ине. Былай ҙа ул юлға йыш ҡарамай: телефондан һөйләшә, СМС-тарҙы уҡый һәм уларға яуап яҙа, помадаһын сығарып, иренен буяп ала, сумкаһында соҡона. Ә “Кейәүгә нисек сығырға?” тигән китапты уға иң яҡын әхирәте бүләк иткәйне. Света исемле был ҡыҙҙың донъяһын онотоп ғашиҡ булғыһы һәм кейәүгә сыҡҡыһы килә. Уға яңыраҡ 25 тулды, ошо көнгә тиклем туй күлдәге кейгәне юҡ. Дөрөҫ, әхирәте “Кәзә тәкәһенән нисек ҡотолорға?” тип аталған йәнә бер китап алырға тәҡдим иткәйне. Йәнәһе, ирең, иртәме-һуңмы, барыбер, ялҡытасаҡ, шуға күрә был ваҡиғаға әҙер булырға кәрәк. Тик Света бер юлы ике китапты яҡындағы бер-ике ай эсендә уҡып сыға алмаҫ ине. Ул йәш, матур һәм йәшәп ҡалырға ашыға. Ә кәзә тәкәһенән ҡотолоу юлын ғына үҙе лә белер. Башта принцты табырға кәрәк! Ҡапыл кеҫә телефоны шылтыраны. Света тормозға баҫты. Их, атаһының – ә ул юрист һәм утыҙ йыл машина йөрөтә – руль артында телефондан һөйләшмә, тип ҡат-ҡат тылҡыуын онотто шул!
* * *
Тап ошо мәлдә төп урам буйлап күпте күргән иҫке “Жигули”ҙа елдергән 26 йәшлек Тимур дуҫына байрамды бергә ҡаршыларға ашыға ине. Егет ситтән тороп университетта уҡый, көн оҙоно заказ биреүселәргә аҙыҡ-түлек ташый. Дуҫы, һуңлама, өҫтәл әҙер, ҡыҙҙар ҙа була, тигәс, эше тамамланыу менән шул яҡҡа йүнәлде. Тик бына юлы бигерәк тайғаҡ. Бынан бер ай элек кенә уның машинаһын ГАИ автомобиле “ҡыуып еткәйне”. Закон һағындағылар енәйәтселек менән көрәш хаҡында шул тиклем ныҡ уйланған, буғай, хатта уның багажнигын “гармун”ға әйләндергәндәрен дә аңғармай ҡалғандар. Үҙҙәре Тимурҙың ҡотон алды, йәнәһе, мөһим эшкә ашыҡҡан тәртип һаҡсыларының махсус машинаһына юл бирмәгәс, хәҙер ғүмер буйы йәйәү йөрөйәсәк. Мигалкаһыҙ килгәндәрен иҫкә лә алманылар. Шаңҡып ҡалған Тимур улар менән бәхәсләшеп торманы, “тай бынан” тигән команда ишеткәс, ике әйттермәне. Машинаһын, байтаҡ бурысҡа батып, йүнәттерҙе, әммә оло юлдан шөрләүе күңелендә ҡалды. Ә бит былтыр ғына уны “Ашығыс ярҙам” машинаһы бәреп йыҡҡайны. Үҙе ҡолағына наушник тығып музыка тыңлап килгәс, махсус транспортты абайламаны, ҡабырғаларын һындырып, ай буйы дауаханала ятып сыҡты. Хәҙер дуҫы шаярта, фатирыңда пожарныйҙҙың ут сығараһы ҡалды, ти. Ә бына тап үҙе шылтырата. Тимур бер секундҡа ҡарашын юлдан алып, алғы ултырғыста ятҡан телефонды ҡолағына терәне. Шул уҡ мәлдә алдағы ҡыҙыл машинаның багажнигы ҡапыл яҡынайыуын күреп, тормозға баҫты. Тик тайғаҡ юлда бының файҙаһы булманы.
Бах! Бәрелеү көслө булды. Ике водитель дә шаңҡып, байтаҡ ваҡыт урындарында ҡалды. Авария шаһиты булған бер нисә кеше иһә, ошондай киң, машиналар әҙ, тып-тыныс урында ла төкөшөп булыуына таң ҡалып, баш сайҡап торҙо.
* * *
Инспектор Хапов телевизорҙан яңылыҡтар ҡарай ине. Был ғәҙәте йәш сағынан килә. Ошо телевизор арҡаһында ғына ул тормоштоң яҡшыра барыуын белә бит. Ҡыҙыҡ, ә бына уның ғаиләһендә киреһенсә – йылдың-йылы аҡса кәмей генә бара. Әүәлерәк, көнө-төнө юлда тороп, иҫеректәрҙе, машинала осоп йөрөргә яратыусыларҙы аулаған саҡта аҡсаһын бер ҙә һанаманы. Дөрөҫ, ҡатыны ул мәлдәрҙә лә ризаһыҙлыҡ белдерә ине – йәнәһе, өйгә ҡайтып ингәне юҡ, йоҡларға, формаһын үтекләргә генә ҡайта, имеш. Ә хәҙер нәмә? Бөтә ерҙә камералар, халыҡ та иҫ киткес һаранға әүерелде. Инспектор Хапов әүәл Яңы йылды ыҫланған ҡаҙһыҙ ҡаршы алһамы? Ҡурҡыныс төштә лә быны күҙ алдына килтереп булмаҫ ине. Ә бына быйылғы табында винегрет һәм бәрәңге менән алданырға тура килә.
Телефон шылтыраны. Уны ашығыс рәүештә эшкә саҡыралар, аварияларҙы теркәргә кеше етешмәй. Хапов эстән генә һүгенеп ҡуйҙы. Яңы йылға тиклем сәғәт ярым ғына ҡалған бит әле. Ҡатынының һуҡраныуын тыңламаҫ өсөн йәһәт кенә кейенде лә урамға ашыҡты.
* * *
Авариянан һуң өс сәғәт үтте, инде Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ. Тимур, стенаға уйһыҙ ғына текләп, ултыра бирҙе. Коридорҙа кеше әҙ, нишләптер, уны һаман саҡырмайҙар. Аптырап, ишекте үҙе шаҡырға булды.
– Рөхсәт итегеҙ?
– Көтөгөҙ, тип әйтелде бит һеҙгә. Зыян күреүсе менән бергә инерһегеҙ.
– Ул бит “Ашығыс ярҙам” саҡырып дауаханаға китте.
– Ә мин нишләргә тейеш?
– Миңә нәмә янай, инспектор? – Тимурҙың йөрәге ҡыҫып ҡуйҙы.
– Зыян күреүсенең һаулығы нисек була инде. Әгәр мейеһе һелкенһә йәки берәй ере имгәнһә, һеҙгә енәйәт яуаплылығы һәм аҡсалата штраф янай. Хәҙер кешеләр бик тартынып тормай, миллионлап аҡса һорай.
– Рәхмәт, инспектор, һеҙ тынысландыра беләһегеҙ...
Тап шул мәлдә ишек асылды һәм Света килеп инде.
* * *
– Гражданка, тимәк, һеҙҙең бер ниндәй дәғүәгеҙ юҡ һәм егетте судҡа бирмәйәсәкһегеҙ? – инспектор Хапов һаман ныҡышыуын белде.
– Унан нәмә алаһың? – Света Тимурға күҙ һалды ла әхирәтенең һүҙҙәрен хәтергә төшөрҙө. Принцты эй көтәһең, тик ярлы студенттар ғына осрай, тип дөрөҫ әйтә шул. Был студент үҙен лайыҡлы тотто. Шунда уҡ ғәфү үтенде, ғәйебен таныны, ярҙамын тәҡдим итте. Әлбиттә, атаһының кәңәшен тотоп, дауаханала бер нисә сәғәт булды, тейешле справкалар юлланы. Тик... Ҡайғыһынан ҡарайып киткән Тимурҙы йәнә күргәс, егетте йәлләп, уға дәғүә белдермәҫкә булды. Оҙон буйлы, һылыу егет уның күңеленә ятҡайны. Ә ниңә, принц һәр ваҡыт серегән бай булырға тейешме ни?
* * *
– Инспектор, Һеҙгә ҙур рәхмәт! – Тимур машинаһына табан атлаған Хаповты туҡтатты.
– Рәхмәт иҫертмәй шул! – инспектор көлөмһөрәп ҡуйҙы. – Ыҫланған ҡаҙ ҙа түгел, уны байрам табынына ҡуйып булмай!
– Тороп тороғоҙ! – Тимур елкәһен тырнап алды ла машинаһынан пакет һөйрәп сығарҙы. — Ыҫланған ҡаҙ бар ул минең! Дуҫыма алып китеп бара инем! Алығыҙ, иптәш инспектор, ихластан бирәм!
* * *
Яңы йыл иртәһендә ҡалала машиналар бик һирәк күренә ине. Өс автомашина ла бер үк мәлдә тиерлек урындарынан ҡуҙғалды. Ҡыҙыҡ, водителдәрҙең өсөһө лә кәйефле ине. Яңы йыл етте бит! Барыһы ла яңынан башлана.