Быйылғы ямғырлы йәй шауҡымымы, күптәр картуфтың ныҡ сереүенә зарлана. Тимәк, яҙын Мысыр, Израиль кеүек илдәрҙән килтерелгәнен йөҙәр һумға ла алып ашауыбыҙ бар. Ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс: ике Белорет районы кеүек майҙанды биләгән, диңгеҙ һыуын заводтарҙа сөсөгә әйләндереү иҫәбенә йәшелсә-емеш үҫтергән, сүллектә урынлашҡан Израиль донъялағы иң ҙур ҡоро ер майҙаны булған илде картуф һәм башҡа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Ыстырам, тиер инеме икән олатай-өләсәйҙәребеҙ?
РӘСӘЙҘӘ
Ипотекаға ошо арала фатир алырға ашыҡмағыҙ, сөнки бик юғары проценттар түләргә тура киләсәк, уға хатта эш хаҡығыҙ етмәҫкә мөмкин, ти Рәсәй Хөкүмәте эргәһендәге Финанс университетынан Игорь Балынин. Булған аҡсаны банкыға һалып, проценттарға йәшәү отошлораҡ, тигән аҡыллы кәңәш бирә иҡтисад белгесе.
“Һәнәк” фекеренсә, мәскәүҙәр бөтөнләй икенсе донъяла көн итә кеүек. Статистика органдары фекеренсә, баш ҡалала уртаса айлыҡ эш хаҡы йөҙ мең һумдан ашыу. Хөкүмәт ҡарамағындағы абруйлы уҡыу йорто профессорының эш хаҡы, сама менән, өс тапҡырға күберәк булыуы мөмкин. Әлбиттә, айына 300 мең алған кешенең мейеһен, артыҡ аҡсаны нишләтергә, тигән борсоулы уй игәп тора. Ә бына илдең башҡа төбәктәрендә йәшәгән һәм айына 20-30 мең һум алған балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, китаханасы, журналист, эшсе һ. б. бихисап күп халыҡтың уйы икенсерәк. Осон осҡа нисек ялғарға, ҡайһылай итеп аҡса еткерергә, тип бошона улар. Улай ғына түгел, балаларының ауыҙҙарынан өҙөп, тап шулар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ойоштора. Ә ипотекаға фатирҙы бик теләһәң дә бөтөнләй алырлыҡ түгел хәҙер, уныһын хөрмәтле профессор әйтмәһә лә төшөнәбеҙ.
Күрәһең, Хөкүмәттең иҡтисад белгесе Балынин кеүек кәңәшселәре күптер, шуға күрә лә тормош ауырая баралыр.
ДОНЪЯЛА
Бынан 20 йыл элек Грузияла Эске эштәр министрлығында реформа башлана. Ике йыл эсендә 85 мең полиция хеҙмәткәренең 75 меңе вазифаһынан бушатыла, ә 15 мең кеше эшләгән дәүләт автоинспекцияһы таратыла. Яңы хеҙмәткәрҙәрҙе ҙур конкурс аша туплайҙар, эш хаҡын биш-ун тапҡырға күтәрәләр. Бөгөнгө көндә Грузия полицейскийҙары, язалаусы роленән ҡасып, ярҙам итеүсе, халыҡты хеҙмәтләндереүсе учреждениеға әүерелгән. Ришүәт алмайҙар, коррупция бөтөрөлгән.