– Юҡ та, бөтәһе лә нормалёк, – мин әйтәм, – миңә бит йәйгеһен ауырырға бөтөнләй ваҡыт юҡ. Күрмәйһеңме, ана бит, ихатаны тултырып уйнап йөрөгәндәрҙе, тимәк, мин бәхетле ҡартлыҡ кисерәм, – тигән булам үҙемсә эре генә.
Ысынлап та, йәйгеһен ейән-ейәнсәрҙәрем, бүлә-бүләсәрҙәрем, тыуа-тыуасарҙарым бер-бер артлы килеп тора, китеп тора, тигәндәй, шулар араһында ҡайнайым да баһа. Ә уларҙың оҙаҡ йылдар дауамында “ҡартатай” тип өндәшеүе күңелгә май кеүек һеңә ине, ә бына өсөнсө, дүртенсе быуындар менән хәл ҡатмарлашты, сөнки бүлә-бүләсәрҙәр, кем өйрәтәлер уларға, “ҡарт ҡартатай”, ә һуңғылары “ҡарттан ҡарт ҡартатай”ҙан һалдыра башланы. Тыңлап ултырһаң хатта ҡартатай в квадрате, ҡартатай в кубе, өсләтә ҡартатай, дүртләтә ҡартатай тип ебәрәләр. Башҡортса өйрәтеп маташҡан ҡартәсәйҙәре, уға (йәғни миңә) бабай, йә пра-браһыҙ ғына дедушка тип кенә өндәшегеҙ, тип өйрәтә, ә улары был һүҙҙәрҙе, әлеге лә баяғы, “ҡарт”ты ҡушмай булдыра алмай икән. Әбей үҙе лә бит, яҡынлай башлаһаң, “ҡартлас” тип әйләнеп киткән була. Әле бына ҡоҙа менән гәпләшеп ултырған арала ғына ла нисәмә мәртәбә “ҡарт ҡартатай” тип килеп киттеләр. Ҡоҙа ла һиҙҙе булһа кәрәк: “Дә-ә, бына нимәлә икән ул һинең ҡартайыуыңдың бәләһе. Көнөнә тиҫтәләп, йөҙләп, бәлки меңләп тә мәртәбә “ҡарт” һүҙен ишетеп тороуҙың һөҙөмтәһе”, – тип тәрән фәлсәфәүи һығымта яһап ҡуйҙы ул. Мин дә килештем уның менән. Һәм, һис һүҙһеҙ, был “ҡарт”ҡа бәйле һүҙҙәрҙе башҡа ҡолаҡҡа ятышлы һүҙҙәр менән алыштырыу кәрәклеге ҡалҡып сыҡты. Кемдәрҙер бәлки, олатай тигән матур һүҙ бар ҙа баһа, тиер. Әммә был һүҙ менән атай-әсәйҙән өлкән бөтә ир-ат билдәләнә. Шулай булғас, нисек итеп үҙеңдең яҡын ғына туғаныңды дөйөм, ят кешеләр менән бутарға мөмкин?
Интернетта яҙҙылар ҙа инде, анауы, билдәһеҙ бер төркөм, башҡортта “ришүәт ишектән керһә, иман мөрйәнән ҡасыр” тигән әйтем барлығын белеп ҡалғас, әйтемдәге “иман” тигән һүҙ урынына уңайлыраҡ берәй термин табып биреүҙәрен һорап, “юғарыға” шылтыратҡан. Теге остан, әйтемде “ришүәт ишектән керһә, яман мөрйәнән ҡасыр” рәүешле үҙгәртергә кәңәш биргәндәр... Һуңынан асыҡланыуынса, ул “кәңәшселәр” телефон мошенниктары, йәғни алдаҡсы булып сыҡҡан.
Мин дә, ошо “ҡарт” һүҙен алыштырыуҙарын һорап, “юғарыға”, әйтәйек, Дәүләт Думаһына, мөрәжәғәт итергә уйлайым. “Ҡарт” тигән һүҙ урынына, яңы матур исем кәрәк тә баһа миңә.
Фәтхи АБДУЛЛИН.