Эйе, коррупция менән көрәш дауам итә, тик әллә ни һөҙөмтәләр генә күренмәй. Әйткәндәй, был йәһәттән Ҡытайҙан өлгө алырға мөмкин. Бында коррупция осраҡтары хәҙер һирәк осрай, сөнки язаһы ҡаты, өҫтәүенә ғәйепленең бөтә мөлкәте дәүләт иҫәбенә тартып алына. Ришүәт өсөн үлем язаһына хөкөм ителеүселәр араһында министрҙар, ҙур компаниялар етәкселәре, судьялар ҙа бар. Мәҫәлән, йәш ҡыҙ социаль селтәрҙә ғаиләһенең бик етеш йәшәүе менән маһая, ошоно тасуирлаған фотолар ҡуя. Махсус органдар уның олатаһының заманында ҙур вазифа биләүен асыҡлап, элекке эшмәкәрлеген тикшерә башлай һәм... оло йәштәге бабайҙы төрмәгә ябып, мөлкәтен тартып ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә, ни сәбәптәндәр, күпселек осраҡта вагонлап урлағанды түгел, тоҡлап урлағанды аулайҙар.
РӘСӘЙҘӘ
2024 йыл тамамлана. Ул ниндәй ҙур ваҡиғалар алып килде һуң? Махсус хәрби операция дауам итә. Әлбиттә, ил бюджетының байтаҡ өлөшө хәрби сығымдарға йүнәлтелә, махсус техника, ҡорал, һәр төрлө ҡорамалдар күпләп етештерелә. Рәсәй иҡтисадының, йыл йомғаҡтары буйынса, яҡынса 4 процентҡа үҫеүе хәрби сәнәғәткә генә бәйле түгел. Төҙөлөш, сауҙа, химия, эшкәртеү сәнәғәте, машиналар эшләү тармаҡтары айырыуса йылдам үҫешә, инвестициялар арта, эшһеҙлек кәмей. Шул уҡ ваҡытта махсус хәрби операция барышындағы юғалтыуҙар, хаҡтар артыуы, коррупция, төрлө социаль программаларға (мәҫәлән, льготалы ипотека) дәүләт бюджетының мөмкинлектәре сикләнеүе, һәр бер тармаҡта тигеләй күҙәтелгән кадрҙарға ҡытлыҡ һәм башҡа көйөнөстәр һәм проблемалар мираҫ булараҡ киләһе йылға ла күсә, буғай.
2025 йыл – Йылан йылы. Йыланды ағыу сәсеүсе тип кенә күҙалларға ярамай. Ул – аҡыл символы, киләһе йылда беҙҙе үҙгәрештәр һәм яңырыу, таҙарыныу осоро көтә, тип юрай күп кенә эксперттар. Ерҙә тыныслыҡ урынлашыр, илдәр араһындағы ыҙғыштар кәмер тип өмөтләнәйек.
ДОНЪЯЛА
Британия ғалимдары бик ҡыҙыҡлы асыш яһаған. Баҡһаң, климат үҙгәреүенә, Антарктидалағы боҙҙар иреүенә, тирә-яҡ мөхит бысраныуына… һыйыр малы ғәйепле. Әйтмә лә, туйыуҙарын белмәй тығыналар, йыл эсендә бер һыйыр йөҙ килограмм метан бүлеп сығара. Быныһын да ғалимдар иҫәпләгән. Аҡыллы баштар яҡын киләсәктә һыйыр малын күпкә кәметеү кәрәклеге хаҡында береһенән-береһе ахмағыраҡ тәҡдимдәр индерә, халыҡты веган булырға, йәғни ит-һөт менән туҡланыуҙан баш тартырға саҡыра.
«Һәнәк» фекеренсә, планетаға һыйырҙар түгел, ә бөтә донъяла үҙ тәртиптәрен урынлаштырырға тырышҡан Англия һәм башҡа көнбайыш илдәре, аҡса, ҙурыраҡ килем өсөн кеше ғүмерҙәре, экологик проблемалар менән иҫәпләшмәгән олигархтар, ҙур компаниялар етәкселәре күберәк ҡурҡыныс тыуҙыра. Һөмһөҙ һыйыр ише көтөүлектә үҙҙәре генә ирәүәнләп йөрөмәкселәр, башҡалар астан үлһә лә эштәре юҡ.