Гренландия – майҙаны буйынса донъялағы иң ҙур утрау иҫәпләнә, унда Франция, Испания һәм Төркиә барыһы бергә һыйыр ине. Күп өлөшөн боҙ ҡаплаған был утрауҙа 50 меңләп кенә кеше йәшәй, унда файҙалы ҡаҙылмалар күп булыуы билдәле. Американдарға былай ҙа ҙур илдәре тар күренә, буғай, утрауҙа хәрби базаларын тултырып, демократияны яңы биләмәләргә таратырға ниәттәре. Был ғына етмәй, Трамп Канаданы, Панама каналын үҙ ҡанаты аҫтына алырға ниәте барлығын белдерә.
Көслөнөкө – замана. АҠШ-тың иң тоғро союздашы Израиль дә үҙен ҡоралайҙар араһына эләккән йыртҡыс бүреләй тота. Әле бер, әле икенсе күршеһенең ерен тартып ала, йорттарын ер менән тигеҙләй – уға иһә бер кемдең дә теше үтмәй, океан аръяғындағы ағаһы йоҙроғон төйөп күҙәтә бит.
2025 йыл – Йылан йылы. Ә был мәхлүкте аҡыл символы тиҙәр. Тик бына аҡыл менән эш иткән ҡеүәтле илдәр башлыҡтары – һирәк күренеш бит әле, ҡара йыландай ажарланып, донъяға ағыу, ут сәсеүҙәрен дауам итәләр.
БАШҠОРТОСТАНДА
Әүәл балалар ҡаланан ауылға олатай-өләсәйҙәренә каникулдарға ҡайтһа, башҡорт- салары нығынып китер ине. Әле хәл нисек һуң?
– Ирина, дүшинкә, сәй пейәңме? – тип өндәшә күршеләге өләсәй ейәнсәренә.
– Радомир, баняға давай, больно харашо булыр, – ти олатаһы ейәненә.
Шундай яғымлы, йомшаҡ, иҫ киткес матур туған телебеҙ бар бит, тип, шыйыҡ сыбыҡ алып ҡайыҙлағы килә... үҙ милләттәренә йыназа уҡыған олатай менән өләсәйҙе.
РӘСӘЙҘӘ
Ғинуар-февраль айҙарында, ғәҙәттә, уҙған йыл һөҙөмтәләрен барлайҙар. Әлбиттә, эреле-ваҡлы түрәләр, беҙҙә барыһы ла һәйбәт, үҫеш күҙәтелә, тормош алға бара, тип халыҡты ышандырырға тырыша. Үҫеш бар, килешәбеҙ: аҙыҡ-түлеккә, бензинға, төрлө тауарҙарға хаҡтар ай үҫәһен көн үҫә. Ипотека, кредитҡа аҡса, машина алыу ҙа хыялға әүерелә бара – процент ставкалары үҫә.
Рәсәйҙә иҡтисад үҫеше өсөн яуап биреүселәр нәмә вәғәҙә итә һуң? Иҡтисад министрлығында департамент етәксеһе булып эшләгән 37 йәшлек Игорь Храновскийҙың күптән түгел 500 миллион һумлыҡ мөлкәтен тартып алғандар – ул коррупцияла ғәйепләнә. Беҙ яҡшыраҡ йәшәй башланыҡ, тип белдергән чиновниктар ил хаҡында түгел, үҙҙәренең кеҫә ҡалынлығы тураһында һөйләй, буғай.