– Эйе шул.
– Бында бөтмәҫ-төкәнмәҫ колхоз байлығы бар, тип уйлайһыңмы?
– Эйе шул.
– Етте. Артыңа типмәй булмаҫ, мәлғүн.
– Эйе шул.
– Туҡта-туҡта, үҙ хатаңды танып, төҙәлергә уйлайһың түгелме?
– Эйе шул.
Асыуы баҫыла төштө Ғәләүетдиндең.
– Һатып эсеп йөрөгәнсе, балаларыңа берәй әйбер алһаңсы?!
– Эйе шул.
– Башың да ауыртып торалыр әле?
– Эйе шул.
– Хатаңды таныу ҙа – үҙе бер егетлек.
– Эйе шул.
– Шуға премия бирмәй булмаҫ – ике тоҡ ҡатнаш аҙыҡ.
– Эйе шул.
– Хи-хи-хи… Былай, үҙең шәп кеше икәнһең, Сәғит ағай.
– Эйе шул.
Асыуы бөтөп, кәүҙәһе бәләкәйләнеп ҡалған Ғәләүетдин, Сәғитте эйәртеп, ҡатнаш аҙыҡ келәтенә ҡарай атланы.
Сәлих ВАҺАПОВ.