– Ә кисен?
– Бә-әңге тим дә! – тип тауышын күтәрә түҙемлеге бөткән малай, был донъяла аңралар күп шул, тигән ҡиәфәт менән.
Был лаҡапты ишеткән һәр кем, беҙҙең районда булған хәл ул, тип раҫлай.
Бәрәңгене (картуфты) беҙҙә юҡҡа ғына “икенсе икмәк” тимәйҙәр. Ул өҫтәлебеҙҙән өҙөлмәй. Статистика органдары фекеренсә, Башҡортостанда әле лә үҙебеҙгә етерлек күләмдән 50 процентҡа артығыраҡ картуф етештерелә. Шул уҡ ваҡытта ғинуар башынан Мысыр (Египет) продукцияһы магазин кәштәләрендә урын алды ла инде. Израиль, Әзербайжан, Беларус, Ҡытай һәм Пакистандан да йылдағыса килеп етер был ҡәҙерле аҙыҡ.
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: диңгеҙ аръяғында ятҡан, йыл буйы ямғыр күрмәгән Мысыр беҙгә картуфты меңәр тонналап һата. Тимәк, уны сүллектә үҫтереп, ҙур табыш алып, диңгеҙ аръяғына һатып була. Ә беҙҙә, бер файҙаһы юҡ, тип кенә ҡуялар. Картуф үҙебеҙҙә лә күп, тик заманса һаҡлағыстар етерлек булмағас, уның сифаты хөртәйә, серей. Ауыл халҡы ла баҡса тултырып картуф ултыртмай хәҙер. Тимәк, йәнә баҙарҙан тәмһеҙ сит ил картуфын алып эсте ауырттырабыҙ инде.
РӘСӘЙҘӘ
Рәсәйҙең хоҡуҡ һаҡлау органдары Анатолий Чубайстың “Роснано” корпорацияһы буйынса элекке урынбаҫарҙарын ҡулға алды. Баҡһаң, 200 миллиард һумдың ҡайҙалығын асыҡлай алмайҙар. Ҡыҙыҡ, Чубайстың 2014 йылғы эш хаҡы 200 миллион һумдан ашыу булһа, ҡатынының килеме 1 миллиард 200 миллион һум тәшкил иткән.
Тап Чубайс уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында Рәсәйҙәге иҡтисади реформаларҙың башында торҙо. Дөрөҫөрәге, иҡтисадты емереү, завод-фабрикаларҙы осһоҙ хаҡҡа дуҫ-иштәргә таратып, уларҙан олигарх яһау, ябай халыҡты хәйерселеккә төшөрөү менән шөғөлләнде. Һуңыраҡ Рәсәй электроэнергетикаһын бүлгеләп, шәхси ҡулдарға таратты. Махсус хәрби операция башланғас та ул ғаиләһе менән Израилгә юлланды. Бары тик шул саҡта ғына хоҡуҡ һаҡлау органдары уның элекке эшмәкәрлеге менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланы. Күптән ваҡыт, юҡһа бығаса йолҡош ерән бесәйҙәрҙе “Чубайс” тип әрләп, күңелдәге асыуҙы шулай баҫырға тура килә ине.
ДОНЪЯЛА
АҠШ президенты Дональд Трамп Газ секторында йәшәүселәрҙе күрше Иордания, Мысыр кеүек илдәргә күсерергә тәҡдим итте. Ә бит һүҙ ике миллионға яҡын кеше тураһында бара. Фәләстин халҡы бынан йөҙ йыл элек башҡа илдәрҙән ҡыуылған йәһүдтәрҙе ихлас ҡабул итә, ә хәҙер тыуған ерҙәрен ташлап китергә ҡушалар. Газ секторындағы йорттарҙың 95 проценты емерелгән, халыҡ асыға. Төлкөнө йортона йәшәргә саҡырып, һуңынан сығып китергә мәжбүр булған ҡуян хәлендә ҡалыу әкиәттә генә осрамай икән.