Һуң, ниндәй ярҙам тағы тип, ауылдың ватсаптағы төркөмөндә нәмәләр яҙылғанын уҡып бармайһыңмы ни? Юҡ, емерек күперҙе йүнәтергә, үткеһеҙ юлды ремонтларға, бөтә ауыл йөрөгән шишмәне таҙартырға ла түгел хәҙергә. Ауылды яратам, тигән матур яҙыу ҡуйырға аҡса йыябыҙ. Юҡ, йөҙ һум әҙ була, әҙерәк өҫтә! Аҡсаңды миңә күсер, көтәм!
– Маһира апай, бөтә ауыл аҡса йыя, бер үҙең тороп ҡалма инде, һуңынан оят булыр! Кем тип ни, йәшерәктәр берҙәм күтәрелеп сыҡты, өлкәндәр ҙә эйәрһен ине. Ғәли ағай әле генә, 500 һум күсерәм, тип шылтыратты. Нисек инде, уға еткереп булмаҫ? Ул да һинең кеүек пенсионер инде, аҡса күктән яумай. Ғәли ағайҙан ҡалышма, көтәм!
– Сәмиев, ауылдағы иң йәш ғаилә башлығы – һин, иллең дә тулмаған, бөтә мәшәҡәтте пенсионерҙарға ғына япһарып ҡуймайыҡ әле. Ни булды тип ни, ауыл мәнфәғәтенә бер үҙең аҡса бирмәй тороп ҡалып бараһың. Ғәли ағай менән Маһира апай иртә таңдан шылтырата, берәр мең күсерәбеҙ, үҙебеҙ өсөн йәл түгел, тиҙәр. Һинең кеүек ҡура тултырып мал аҫыраған, тракторлы кешегә биш мең һум моңмо ни? Нисек булмаһын, һинең һымаҡ типһә тимер өҙөрҙәй ирҙәр ауылыбыҙға ярҙам итмәһә, ҡалғандарға ни ҡала? Ауылдың яҙмышы беҙҙең иңдә, ҡустым!
– Хәйретдин Харрасович, хәйерле көн! Мәйтәм, хөрмәтле яҡташыбыҙҙың хәл-әхүәлен беләйем тип шылтыратам. Үҙебеҙ ҙә бик һәйбәт, аҡса ғына етешмәй. Тыуған ауылығыҙҙың утын һүндермәйек тип тырышып ятҡан көн, ауылға ингән урында яҙыу ҡуйырға уйлайбыҙ. Әле бөгөн генә ауылыбыҙҙың оло кешеләре – Ғәли ағай менән Маһира апай, күпләп мал аҫыраған Сәмиев, йәнә байтаҡ кеше изге маҡсатҡа аҡса күсерҙе. Кем мең, кем биш мең, тигәндәй. Яҡташтарыбыҙ ҙа ситтә ҡалмаһын ине, һеҙ оран һалһағыҙ, абруйлы шәхестең һүҙенә ҡолаҡ һалырҙар. Күпме, тип ни?! Былай ҙа ярҙамығыҙ тейеп тора, 10 мең ебәрһәгеҙ, етәр, бик мәшәҡәтләнмәгеҙ. Аҡса юҡ, аҙыҡ-түлек, тауар менән ярҙам итәм, тиһегеҙме? Ярар, берәй сарала ҡулланырбыҙ, ошо йомала кереп алырмын. Тап шул көн беҙҙе ҙур сараға йыялар, халыҡтың тормошо көндән-көн яҡшыра барыуы, бюджеттан ошо мәнфәғәткә бүленгән ярҙам хаҡында лекция тыңлаясаҡбыҙ. Ярай, хушығыҙ, осрашҡанға тиклем!
Марат ӘМИНЕВ.