+30 °С
Болотло
Яңы "Һәнәк"!
28 Февраль 2025, 04:45

Хикмәтле бүрәнә

Хәйҙәр ТАПАҠОВ Тракторсы Баязит, эштән ҡайтышлай иҫке диләнкәгә һуғылып, ҡоро-һары утын тейәп ҡайтырға булды. Һәм тейәп ҡайтты ла. Ошоноң менән беҙҙең әле һөйләнелеп тә өлгөрмәгән хикәйәгә нөктә ҡуйырға булыр ине – бот сабып, хайран ҡалып аптырайһы түгел, ауыл ерендә яҙын-көҙөн, йәйен-ҡышын утын ташыйҙар инде ул. Юҡ шул. Беҙҙең әңгәмә әле башлана ғына.

Хикмәтле бүрәнәХикмәтле бүрәнә
Хикмәтле бүрәнә

Эш шунда: соҡор-саҡырлы, инмәле-сыҡмалы ауыл урамынан үткәндә, арбанан тос ҡына бер бүрәнә төшөп ҡалды. Ә алабарман Баязит уны күрмәне лә, артына боролоп та ҡараманы. Ул абайламаны, ә бына бөтә етешһеҙлекте ваҡытында күреп, уны төҙәтергә, тәртипкә һалырға ынтылыусы мыжыҡ, ыуаҡай холоҡло Кинйәғәле күрҙе һәм төнө буйы ултырып районға оҙон ялыу яҙҙы. Яҙмаһында Баязитты ғына түгел, арбаны йүнле итеп төҙәтмәгән механикты ла, эш ваҡытында тракторҙы шәхси маҡсатта файҙаланырға рөхсәт биргән “Алға” фермер хужалығы етәксеһен дә, ошо ике йүнһеҙҙе тәртип, әҙәп сиктәрендә тота алмаусы, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә йомшаҡлыҡ, һәлкәүлек күрһәткән урындағы биләмә башлығын да, яҡшыларын ситтән килеүселәргә “осороп”, урындағы халыҡҡа иһә гел эшкә ашмаған, серек ағас бүлеүсе лесниктың да тетмәһен тетте. Тәфсирләп, конкрет факттар килтереп һүрәтләп, мажаралы хикәйәгә биргеһеҙ итеп яҙҙы. Хатта Баязиттың туҡһанынсы тиҫтәне ҡыуыусы элекке уҡытыусы әсәһе лә ситтә тороп ҡалманы. Ул ваҡытында, мәктәптә эшләгәнендә улына тейешле тәрбиә бирә алмауҙа ғәйепләнә ине.
Хат Кинйәғәле яратҡан “хәл итмәһәгеҙ – юғарыға, унда ла файҙа сыҡмаһа – дәлше яҙасаҡмын...” тигән һипһендергес хәтәр юлдар менән тамамланды. Хәҙер бит ҡайҙа ла почта насар эшләй, хат ҡына түгел хәләл аҡса түләп яҙылған гәзит-журналдарҙы мәлендә алырмын тимә. Шуны иҫәптә тотҡан Кинйәғәле хатты түләүле итеп, бихисап маркалар йәбештерттереп, адресатҡа алып барып тапшырып, яуап алырлыҡ итеп һалды.
Ауылдан 7-8 саҡрым самаһы ғына аралыҡта ятҡан район үҙәгенән яуап оҙаҡ көттөрмәне, ун-ун биш көн тигәндә килеп тә төштө. Ул ауыл биләмәһе башлығына адресланып, ауылдың тышҡы йөҙөн боҙоп урамды йәмһеҙләп ятыусы бүрәнәне алдырыуҙы ҡырҡа талап иткәйне.
Башлыҡтың башында был мәл бөтөнләй икенсе нәмә ине. Шуға күрә ул, хатты иғтибарһыҙ ғына уҡып, мөйөшөнә “иғтибарға алынды” тигән кәкре-бөкрө яҙыу сыймаҡланы ла ҡағыҙҙы биләмә эштәре идарасыһына тапшырҙы. Тегеһе, өйҙә лә, эштә лә дебет шәл бәйләүҙән ҡулы бушамағанлыҡтан хатҡа “входящий” һанын сәпәп сейфҡа ябып, шартлатып бикләп үк ҡуйҙы. Был хатты башҡалар онотһа ла, бүрәнәнең көн һайын нисә метрға шылып ятыуына тиклем аҙымлап иҫәпләгән Кинйәғәле онотманы. Йәнә бер аҙнанан, вәғәҙәһендә тороп юғарыға яҙҙы. Унда ул ботаҡтары үтә насар боталған ҡәһәрле бүрәнәнең клуб ауыҙына уҡ тәгәрәп килеп ятыуын, кис кинонан сығыусы өс кешенең береһе аяғын ҡаймыҡтырыуын, икенсеһе башын ярыуын, һуңғыһы бармағын һындырыуын бәйнә-бәйнә итеп теҙҙе. Ҡазаланыуҙы күреп тороусыларҙан аңлатмалар, фельдшерлыҡ пункты мөдире акушерка Алмагөлдән тейешле справка алып бергә ҡушҡас, мөһим документтар тупланмаһы ҡалынайып, һәлмәкләнеп китте. Кинйәғәле, бүрәнәне кисекмәҫтән урамдан алып, йәмәғәт тәртибен боҙоусы Баязитты язаға тарттырыуҙы талап итте. Ә ялыуҙың аҫтына зыян күреүселәр ихлас ҡултамғаларын ҡуйҙылар. Уң ҡулының һуҡ бармағы һынған эшһеҙ эшҡыуар Исмәғил, имзаһын ҡуя алмау сәбәпле, баш бармағына мунса ҡоромон һөртөп шуны баҫты. Ун-ун биш көн үттеме-юҡмы, юғарынан ҡабат районға ҡайтҡан хатты райондағы вәкил ентекләп тикшергәс, яҙылғандарҙы үҙ күҙҙәре менән күрергә теләп, иномаркаһына ултырып ауылға килеп төштө. Унда-бында инеп, уныһын-быныһын тикшереп аҙапланмай тиҙ арала әлеге, йәмәғәтселек тамағына арҡыры торған бүрәнәне эҙләп тапты. Хәҙер ул, терпеләй ботаҡлы күренһә лә клуб эргәһенән мәктәп яғына ҡарай шыуышҡайны.
Вәкил ҡайтҡас секретарын саҡыртып алып, килеп тыуған ситуацияны төшөндөрөп ике тарафҡа хат әүәләтте. Беренсеһендә: “Хатта күрһәтелгән факт-тар дөрөҫләнде. Сара күреләсәк”, – тигән яуап булһа, икенсеһе ауыл биләмәһе башлығынан бүрәнәне кисекмәҫтән ауыл урамынан сығарыу буйынса ойоштороу эштәрен киң йәйелдереп ебәреүҙе, ауылдың тышҡы йөҙөн боҙоп, социаль үҫешен тотҡарлаусы Баязитҡа ҡарата ҡаты сара күреүҙе талап иткәйне.
Ауыл биләмәһе башлығы был юлы яҙылғандарға битараф ҡала алманы. Шунда уҡ элекке бүлексәнең сәсеүлек ерҙәрен ҡуртымға алып ҡырсылыҡ эштәре буйынса фермер булып киткән, эштәре алға бармаған “Алға” етәксеһенә яҙыу китте. Унда мәктәп янында ятҡан бүрәнәне алыуҙы кисекмәҫтән хәл итеп, Баязиттың тәртибен фермер эш­селәренең дөйөм йыйылышында ҡарарға тәҡдим ителгәйне. Фермерҙан да яуап тиҙ арала, ун-ун биш көн үткәс килде: хат иғтибарға алынды һәм күрһәтмәләрҙе үтәү механигым Ғәлимйәнгә ҡушылды, тиелгәйне. Тағы ла аҙна-ун көндән аныҡ яуап яҙасаҡмын, тип тә өҫтәлгән. Вәғәҙә – иман, әйтелгән көнгә йәнә хат килеп төштө. Унда ул механик Ғәлимйәндең әлеге көндә теге бүрәнәгә эләгеп йығылып, аяғын һындырып больницала ятыуын, шул арҡала хужалыҡ тракторҙарының тик берәүһе генә эшләүен, уныһы ла уның ваҡ-төйәк өй мәшәҡәттәренән бушамауын яҙғайны. Әмәлгә баҡҡандай тәртипһеҙлек сығанағы Баязиттың тәртибе лә йыйылышта әлегәсә ҡаралмаған. Сөнки механик бер үк ваҡытта хужалыҡтың профсоюз башлығы ла икән. Аңлатманың аҙағында Баязитҡа этәргес көс яһауҙы иптәштәр судына тапшырыуҙы һораған.
Ҡыҙыу барған эш ошо урында тотҡарланды, туҡтап ҡалды, сөнки иптәштәр суды рәйесе Гөлнур ханым ҡаҡшаған һаулығын көйләргә санаторийға киткәйне. Ул ҡайтҡансы бүрәнә мәктәп яғынан ауыл биләмәһе алдына күсте. Унда теүәл ике аҙна ятҡас Ғәлиә әбейҙең өйө яғына юлланды. Гөлнур ханым ҡайтып хат менән танышҡас эште ҡыҫҡа тотто. “Хәҙер демократия заманы, – тине ул. – Баязиттың ҡырын ҡылығын халыҡ белергә, һәм уға лайыҡ баһаһын ваҡытында бирергә тейеш!” Ҡыҫҡа арала социаль селтәргә инеп “Сәйәхәтсе бүрәнә” тип аталған чат асып ебәрҙе. Ауыл халҡы ғына түгел, телефондан айырыла алмай, көнө-төнө интернет киңлектәрендә ултырыу­сыларға етә ҡалды, чатта үҙ фекерҙәрен белдерергә тотондолар, был сетерекле, ғәҙәттән тыш хәлдән сығыу юлдарын эҙләнеләр, күрһәттеләр. Ниндәйҙер бер һәүәҫкәр композитор ошо легендар бүрәнәгә бағышлап йыр ҙа әтмәләп ташланы, уның яңғырашы михнәт күргән зарлы халыҡ көйөнә тартым ине. Эшлекле Гөлнур ханым бының менән генә туҡталманы, хаҡына ҡарамай, район үҙәгенә барып, ҙур төҫлө афишаға оҡшаш белдереү яҙҙырып алып ҡайтты. Йыйылыш була торған көндө район телевидениеһынан түләүле, ике тапҡыр йәүкәләрлек белдереүҙе ишеттереп халыҡтың һәммәһен клубҡа әйҙәне.
Халыҡ күп йыйылды. Ултырғыстың алғы өлөшөн ҡаза күреүселәр биләне. Улар ярты клуб самаһы ине. Алғы эскәмйәгә башын баҫып Баязит ултырҙы. Гөлнур ханым сәхнәгә күтәрелгәс, оҙаҡламай “ғәйепләүсе” Кинйәғәле лә күренде, ул ултырманы, йыйылыусылар сығып ҡаса күрмәһен, тигәндәй ишек яңағына арҡыры һөйәлде.
Суд рәйесе көн тәртибендәге ике мәсьәләнең беренсеһен иғлан итеп тә өлгөрмәне, сәхнә алдына, күптәрҙе аптыратып, ҡолаҡҡа ҡаты Ғәлиә әбей сығып баҫты һәм былай тине:
– Йәмәғәт, ағай-эне, тиливизырҙан Баязиттың бик тә ҡиммәтле бүрәнәһе юғалған, шуны эҙләү өсөн ауыл йыйылышы була тип ҡаға-һуға ишетеп килдем. Баязит балам, кисер инде мине, алйыған ҡарсыҡты, ул бүрәнәне мин бер аҙна элек быстырып яғып бөттөм... – Ғәлиә әбей йәшле күҙҙәрен һөрттө.
Ә залдағы халыҡ иркен тын алып ҡуйҙы: шулай итеп мәсьәләнең иң яуаплыһы, иң сетереклеһе ыңғай хәл ителде.

Автор:
Читайте нас