Эйе, башҡаһы башҡа, ә кредиттарһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтермәйбеҙ хәҙер, республика ошо күрһәткес буйынса илдә иң “алдынғы” биш төбәк иҫәбендә. Беренселекте Тыва республикаһы халҡы биләй, бында банкыларға бурыс, эш хаҡы менән сағыштырғанда, 152 процент тәшкил итә. Тимәк, алынған килем бурыстарҙы түләүгә лә етмәй. Ә бына Ингушетия, Дағстан, Ҡырым халҡының банкарға уртаса бурысы 169 мең һумдан кәмерәк.
Рәсәйҙең премьер-министры Михаил Мишустин 2024 йылда уҡ илдә уртаса айлыҡ эш хаҡы 73 мең һум самаһы тип белдергәйне. Ҡыҙыҡ, шул тиклем күп килем булып та, ниңәлер бурысҡа батҡанбыҙ. Аңлашылмай был эштәр, тора-бара нишләр?!
РӘСӘЙҘӘ
“Магазин иртәгә асыла”. Был сәйер яҙыуҙы “Һәнәк” журналистары командировкала саҡта бер ауыл магазины ишегендә күргәйне.
Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников фекеренсә, 2025 йылда инфляция 7-8 процент самаһы булыуы көтөлә, ә унан һуң 4 процентҡа тиклем кәмеүе ихтимал. Әйткәндәй, эреле-ваҡлы түрәләр халыҡҡа бик күптән инфляция киләһе йылда 4 проценттан артмаясаҡ, тип вәғәҙәләй. Дөрөҫ әйтәләр, ул йыл ҡасан да булһа килеп етәсәк бит!
ДОНЪЯЛА
Кеше уртаса 70-80 йыл йәшәй, йөҙҙән үткәндәр бик һирәк. Рәсәйҙә ирҙәрҙең күбеһе етмешкә лә етмәй. Ә бына АҠШ-та 150, 200 йәшлек пенсионерҙар бар икән, иң олоһо 360-ҡа еткән хатта. Уларға ҡаҙнанан миллионлап доллар пенсия түләнә.
Яңыраҡ һайланған АҠШ президенты Дональд Трамп аптырап һөйләне был хаҡта. Ул үҙе ғәҙәти булмаған тәҡдимдәре менән бөтә донъяны шаҡ ҡатыра. Гренландия менән Канаданы ҡушырға теләүе генә ни тора! АҠШ-тың үҙендә лә үҙгәртеп ҡороуҙар башланды, коррупция осраҡтары фашлана, “үле йәндәрҙең” пенсия алыуы ла ошо сериянан, буғай. Иң ҡыуандырғаны – Трамп командаһы Рәсәй менән араны көйләргә йыйына, Зеленскийҙы иһә ҡаты тәнҡитләй, Украина менән Рәсәй араһындағы хәрби конфликтты тиҙерәк туҡтатыу өсөн көс һала. Бирһен Хоҙай! Тыныслыҡ урынлашһын ғына, Америкала кешеләр хет мең йәшкә еткәнсе пенсия алһын – беҙгә һис йәл түгел!