Начальник, төҫө үҙгәреп, урынынан һикереп торҙо.
– ЧП! Суд бит был, төрмә! Эштә сит кеше, етмәһә, бала ҡазаға тарыған! Бөттө баш! – Ул, ике ҡулы менән башын тотоп, гөрҫ итеп креслоһына кире ауҙы ла, ҡатып ҡалды.
– Борсолмағыҙ, беҙ уны матайҙан ғына йығылып, йәрәхәтләнде, тип әйттек. Бер ай ятыр ҙа, сығыр. Ә бармаҡ... – Ул сырайын һытып, ауыртҡан ҡулын ипләп кенә һыйпап ҡуйҙы. – Уныһы сәпсим пүстәк.
Начальник шунда уҡ тынысланды.
– Ни эшләп ул баланы йөрөтәһең? Цехта әллә нисә йөҙ кеше.
– Беренсе тапҡыр түгел бит, кем уйлаған. Эшселәр ни, ауылдарына ҡарағай тубырсығы йыйырға ҡайтып киттеләр. Йәй көнө еләк, дарыу үләне йыйып һатып туплаған аҡсалары бөткән. Түләмәйһегеҙ бит, – тип, мастер үҙе һөжүмгә ташланырға тора ине, начальник уның һүҙен бүлдерҙе.
– Йыл бөтөп килә, түләрбеҙ. Планды үтәгән булһағыҙ, эш хаҡы ғына түгел, премия ла яҙырбыҙ. Һеҙ быйыл мең агрегат эшләргә тейеш инегеҙ, шулай бит, булдымы?
Мастер бер аҙ уйланып торҙо ла, дөрөҫөн әйтергә булды.
– Булып етеңкерәмәне шул. Әле дүрт агрегат ҡына әҙер.
– Дүрт йөҙмө? Йыл тамамланырға ике көн ҡалған. Ҡасан эшләп бөтөрөргә уйлайһығыҙ тағы алты йөҙҙө? – Начальник, үҙ ҡолағына үҙе ышанмай, мастер янына яҡыныраҡ килде.
– Дүрт йөҙ түгел, дүрт кенә дана. – Мастер бармаҡһыҙ ҡулын начальниктың битенә терәй яҙҙы. Әле туғыҙ йөҙ туҡһан алты агрегат етмәй.
– Йә, Алла! Йыл буйы нишләп яттығыҙ, бер нәмә лә эшләмәй?
– Һуң... Материал юҡ бит. Металды вторсыръёнан үҙебеҙҙең аҡсаға алдыҡ. Ул тимерҙе иретергә боронғо ауылдағы шикелле тимерлек эшләргә тура килде. Яғырға күмере лә кәрәк. Йәй көнө еләк йыйған саҡта бер ыңғай ағас йығып, күмер яндырҙыҡ. Көмөш контактылар урынына баҡыр ҡуйҙыҡ, улар барыбер күренмәй. Тик тышҡы ҡиәфәттәре насар, буярға буяу булманы, ә складтың ҡыйығы туҙған. Көҙгө ямғырҙарҙа тутығып бөттөләр. Нисауа, эшләтеп ҡарағайныҡ, икәүһе эшләй. Һеҙгә йыл башында уҡ әйттем, материал кәрәк тип. Ваҡытһыҙ бимазалап йөрөмәгеҙ, үҙем беләм, тип сығарҙығыҙ. Бушҡа әрләнеп йөрөргә ней, бүтән килмәнем шул, ул проблема һинең ҡайғың түгел тигәс.
Мастер, әйттем дә бөттөм тигән ҡиәфәт менән ауыр сумкаһын иҙәнгә ҡуйҙы ла ишек төбөндә торған ҡаты ултырғысҡа ултырҙы. Начальник, киреһенсә, тороп, йыйына башланы.
– Ултырып торорға ваҡыт юҡ, түрә саҡыра, отчёт менән. Башты төйгөсләй инде хәҙер. Әйҙә, һин дә бар. Башыңда каска, һиңә бер нәмә лә булмаҫ. – Ул мастерҙың башындағы әле генә сейфтан алып кейгән каскаға сирткеләп алды. Цехтағы берҙән-бер касканы кеше араһында күренер өсөн генә тоталар ине.
Шаяртырға көс таба алыуына үҙе лә аптырап, начальник теремек кенә атлап китте. Мастер, сумкаһын ҡайҙа ҡалдырырға белмәй, үҙе менән алып, уның артынан эйәрҙе.
Түрә уларҙы шатланып ҡаршы алды.
– Ҡотлайым, хеҙмәт алдынғыларын! – Үҙе, был өтөк мастер ниңә килгән икән тип, аптырабыраҡ ҡарап торҙо ла, әҙерләп ҡуйған коньягын сығармаҫҡа булды.
– Йә, планды самаһыҙ арттырып үтәп ташламанығыҙмы? – Түрәнең кәйефе бик яҡшы ине. – Әле генә, иң ҙур түрә, шылтыратып, план үтәлгән булһа, алдағы йылға ике тапҡыр күберәк аҡса бүленәсәк, тип һөйөндөрҙө.
– Самалы шул, – тип ыҡ-мыҡ итте начальник һәм ҡурҡып ҡына дауам итте. – Туғыҙ агрегат ҡына әҙер. – Үҙе, өндәшмәй генә тор тип, мастерға ишара яһаны.
– Туғыҙ йөҙ! Дә-ә, насар! Шулай ҙа, әле ике көн бар, тағы йөҙҙө өлгөртөрһөгөҙ бит инде?
– Туғыҙ... йөҙ! Начальник менән мастер бер-береһенә ҡарашып алдылар. Мастер түҙмәне.
– Өлгөртөп булмаясаҡ! Мин больничныйға китәм, бытовая травма. – Ул бармаҡһыҙ ҡулын гел үргә күтәреп тора, ә икенсе ҡулында заводтың бөтә ҡорал-ярағы һалынған сумка ине.
– Китмәй тороғоҙ, иң ҙур түрә саҡырта, әйҙә, бергәләп барайыҡ. Һеҙҙең продукция стратегик исемлектә, беҙ планды нисек тә тултырырға тейешбеҙ.
Иң ҙур түрәгә улар өсәүләп киттеләр. Бысраҡ кейемле мастерҙы унда индермәнеләр. Ул, шатланып, ҡайтып китергә уйлағайны, барып сыҡманы. Түрә, кемгәлер шылтыратып, проблеманы хәл итте, тик касканы һәм эш ҡоралдары һалынған сумканы алып ҡалдылар, йәнәһе, һалҡын ҡорал.
– Бөтә ил һеҙгә ҡарап тора, – тип башланы һүҙен иң ҙур түрә. – Беҙгә теп-теүәл мең агрегат кәрәк. Булдымы? Дөрөҫөн әйтегеҙ.
– Мең агрегат, – тип үҙе лә һиҙмәй ҡабатлыны түрә.
– Туғыҙ йөҙ, – тип төҙәтте начальник.
– Дүрт, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы мастер.
– Бер мең туғыҙ йөҙ дүрт? Беҙгә бит ул тиклем күп кәрәкмәй. Артығын нишләтәйек? Тәк, иртәгә беҙгә Ҡытай эшҡыуарҙары килә. Әйҙә, һатайыҡ. – Ул, кнопкаға баҫып, ярҙамсыһын саҡырҙы. Ул килгән арала һүҙен дауам итте. – Беҙ һеҙгә мең агрегат эшләү өсөн бер миллиард һум аҡса бүлгәйнек. Һеҙ ике тапҡыр күберәк эшләгәнһегеҙ, молодцы!
– Йөҙ миллион ине ул, – тип мығырҙаны түрә.
– Бер миллионы ғына килеп етте, – тип аптыраны начальник.
– Бынағайыш, булған бит аҡса, беҙгә бер тине лә эләкмәне, – тип эстән генә һүгенде мастер.
Ярҙамсы килеп, иртәгә үк Ҡытай менән килешеү әҙер булыр тип ышандырҙы, наградалар буласағына ла ишара яһаны. Барыһы ла һөйөнөп сығып китте, тик мастерҙың ғына күңеле төшөнкө ине. Аҡса ла, агрегаттар ҙа юҡ, бармағы өҙөлгән һәм һыҙлай, улы дауаханала, өҫтәүенә, ҡораллы һаҡсылар янында ҡалған сумкалағы эш ҡоралдарынан елдәр иҫкән, ә өр-яңы каска урынында таушалып бөткән ҡытай эшләпәһе ята ине.