Рәсәйҙә
Ханты-Манси автономиялы округы губернаторының беренсе урынбаҫары миллиондарса һум ришүәт алыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алынған. Карелия республикаһының ауыл хужалығы һәм балыҡсылыҡ буйынса министры Владимир Лабинов ришүәт алған өсөн 15 йылға иркенән мәхрүм ителгән, өҫтәүенә дәүләт файҙаһына 106 миллион һум штраф түләргә тейеш. Был исемлекте бик оҙаҡ дауам итергә мөмкин булыр ине. Рәсәйҙең Оборона министрлығында ғына нисәмә генерал коррупцияла ғәйепләнә. Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты урлашыуҙы кәсептәре иткән төрлө кимәлдәге етәкселәрҙе фашлап өлгөрә алмай. Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса милли комитет рәйесе Кирилл Кабанов фекеренсә, бының төп сәбәбе – байығырға ынтылыу. Ҡыҙыҡ, ай һайын миллионлап эш хаҡы алған эреле-ваҡлы етәкселәр һаман байымаған икән. Бәлки, уларҙа закон алдында яуап биреүҙән ҡурҡыу тойғоһо юғалғандыр, бәлки, Ҡытайҙағы һымаҡ, коррупцияға батыусыларҙы стенаға терәп атырға ваҡыт еткәндер?!
Донъяла
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 45 йәшкә тиклемге кешеләрҙе йәштәр иҫәбенә индереү тураһында ҡарар ҡабул итте. Рәсәйҙә иһә рәсми рәүештә был категорияға 14 йәштән 35 йәшкә тиклемгеләр инә.
Әлбиттә, һәр кемдең йәш көйөнсә ҡалғы килә, әммә Африканың байтаҡ илдәрендә уртаса ғүмер оҙонлоғо алтмышҡа ла етмәй, икенсенән, ҡырҡ биш йәштә күптәр олатай-өләсәй була түгелме? Йәшәртәләр генә беҙҙе, оҙаҡламай барыбыҙ ҙа һаҡаллы сабый булып йөрөрбөҙ, ахыры. Былар йәш, тип, пенсияға сығыу ваҡытын ғына өҫтәп ҡуймаһындар.