+30 °С
Болотло
Яңы "Һәнәк"!
21 Май 2025, 07:35

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

БАШҠОРТОСТАНДА Табиптарҙың оҫталығына иҫ китә. Көн түгел, сәғәт, минут һайын ҡатмарлы операциялар эшләйҙәр, кешеләрҙе үлем тырнағынан йолоп ҡалалар. Көньяҡ Урал райондарының береһе дауаханаһында ла коллегаларының уңыштарын һоҡланып та, бер аҙ көнләшеп тә оҙаҡ күҙәткәндәр. Ә улар кемдән кәм? Барыһының да иҫен китәрер өсөн нәмә эшләргә һуң? Тырыша торғас, уйлап тапҡандар: үлгәндәргә диспансеризация үткәрергә булғандар. Ысынлап та, медицинала әлеге көнгә тиклем бындай хәл күҙәтелмәгән. Күптән теге донъяла булғандар ҙа табиптарҙың шифалы ҡулдары аша үткән – ҡағыҙҙа! Медицина өлкәһендә эшләүселәр был хәлгә шаҡ ҡатһа ла, район прокуратураһы ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырған.Күрәһең, барыһы ла һоҡланып һөйләһен өсөн тереләр менән кешеләрсә эш итергә кәрәктер!

"ҺӘНӘК" күҙлегенән"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

РӘСӘЙҘӘ

Рәсәйҙең Спорт министры Александр Дегтярёвтың фекеренсә, ил халҡының 60 проценттан ашыуырағы физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнә, дүрт-биш йылдан был һан 70 процентҡа етергә тейеш икән. Әлбиттә, чиновниктар бөтөнләй уйламаған ерҙә һоҡланырлыҡ ҡаҙаныштар күреү һәләтенә эйә, әммә был факт барыбер иҫте китәрә. Тимәк, өс кешенең икәүһе спортты үҙ итә.
Шуныһы ҡыҙыҡ: 2008 йылда физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны 15 процент ҡына булған. Һуңғы йылдарҙа иһә һандар ай үҫәһен — көн үҫә. Хатта барыбыҙ ҙа битлек кейеп йөрөгән 2020 йылда ла миллионлап кешегә артҡан. Ә бит ул саҡта парктарға йүгерергә сыҡҡандарҙы ла ҙур енәйәтселәй күрәләр ине бит.
Башҡортостанда ла спортты үҙ итеүселәр 62 процентҡа еткән. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Баҙамшин фекеренсә, әгәр балаларҙы һәм олоғайған кешеләрҙе иҫәпләмәһәң — барыһы ла спортсы булып сыға. Ҡыҙыҡ, уларҙы нисек иҫәпләйҙәр икән? Әгәр урынынан ҡуҙғалған автобусҡа өлгөрәм тип ун метр араны йүгереп уҙһаң – еңел атлетика менән шөғөлләнәһең, кәрәкмәгән ҡағыҙҙы сүп һауытына ырғытһаң – баскетбол уйнайһың, юлда ятҡан консерва һауытын тибеп осорһаң – әҙер футболист булып сығаһың. Был күҙ буяумы, әллә ил етәкселәре алдында һәйбәт күренергә теләгән чиновниктар уйынымы?
Аптырағас, “Һәнәк” Өфө парктары буйлап йөрөп әйләнде, әммә бер нисә йүгеректән башҡа (улары ла физкультура дәресендәге студенттар ине буғай) шөғөлләнеүселәрҙе күрмәне. Ташбаҡа тиҙлеге менән саҡ ҡуҙғалып йөрөүселәр ҙә спортсыларға оҡшамаған, уларҙан һис тә тир еҫе килмәй. Әгәр һандар менән оҫта эш иткән чиновниктар ҙа ошонда булһа, уларҙан коррупция еҫе генә сығыр ине, буғай.

ДОНЪЯЛА

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына Европаның байтаҡ илдәре етәкселәре артыҡ иғтибар бирмәҫкә тырышты. Ярты Европаны азат иткән совет һалдатының ҡаһарманлығын оноторға, тарихты үҙҙәренсә үҙгәртергә маташалар. Яңыса фекерләгән тарихсылар фекеренсә, еңеүҙә төп ролде Көнбайыш ғәскәрҙәре уйнаған. Шулайҙыр, Гитлерға өс сәғәт буйы ҡаршылыҡ күрһәткән Бельгия, дүрт көндә баш һалған Голландия һәм башҡа егермеләп илдең тарихсылары телгә аптырамай. Ҡулынан килмәгәндең көнө теленә ҡала шул...

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас