-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
22 Май 2025, 14:25

Кәкре-бөкрө кәңәштәр

Шиғыр әүәләүселәргә әҙер рифмалар. Уларҙы файҙаланғанда “Һәнәк”кә һылтыныу мотлаҡ.*Баҡсаларҙа үҫә әнис,Осрашырбыҙ, кил бөгөн кис.*Өләсәйгә килгән пенсияҮҙ ҡулына бигерәк әҙ тейә.*Арҡыры ятҡанды буйға һалманы,Алмаған орден-миҙалы ҡалманы.

Кәкре-бөкрө кәңәштәр
Кәкре-бөкрө кәңәштәр

*Китап магазинын яптылар,
… Һыра мөгәзәйен астылар.
*– Бармы ауылда ҡурай?
– Музейҙа тора, буғай.
*Кейәүкәй килде ҡунаҡҡа,
Тауыҡтар ҡасты йыраҡҡа.
*Күҙеңде асыбыраҡ ҡара,
Машинаң майы бөтөп бара.
*Бурысҡа өй һалды,
Шыр яланғас тороп ҡалды.
*Ауыл һайын булғас балаһы,
Алименттан артмай аҡсаһы.
*Ялған араҡы һатты,
Полицияға эш артты.
*Тауыҡ ҡытҡылдамай күкәй һалмай,
“Йондоҙ” “фанера”һыҙ йыр йырламай.
*Мөйөш һайын видеокамера,
Уҡыусылар БДИ тапшыра.
*Урманды күҙ ҡараһылай һаҡланы,
Ҡуяндар боҫор ағас та ҡалманы.
*Ғүмер буйы Себер юлын тапаны,
Өй һалырлыҡ та аҡса тапманы.
*Тауыҡ төшөнә тары керә,
Ә ул үҙен түрә итеп күрә.
*Бисәһе йүнләп ашарға бешермәй,
Ире ашхана юлына саң төшөр­мәй.

МӨТӘШАҒИР.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас